Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 110


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПИАНИСТ
һылыу, башын эйеп, нескә бармаҡтарын пианино өҫтөнә һалып баҫып тора. Т. Ғарипова. Гөлнара, сикәһен ҡулы менән ҡыҫып, стена буйындағы пианиноға терәлгән. Н. Мусин.
ПИАНИСТ (пианисы) [рус.] (Р.: пианист; И.: pianist; T.: piyanist) и.
Роялдә, пианинола уйнаған музыкант.
□ Пианист. Билдәле пианист. Пианистар конкурсы. ■ Ҡарап тороуға ябыҡ кәүҙәле күренгән изгелекле, уйсан ҡарашлы, нескә оҙон бармаҡтары уйнап торған ҡуллы был йәш егет тураһында ҡыйыу разведчик итеп һөйләгәнсе, атаҡлы пианист йәки скрипач, тиһәләр, мин тиҙерәк ышаныр инем. Д. Исламов.
ПИАНО I [рус. < ит. piano ‘аҡрын’] (Р.: пиано; И.: piano; T.: hafif sesle) р. муз.
Әкрен генә, һалмаҡ ҡына (музыкаль әҫәрҙе башҡарыу темпына ҡарата)', киреһе — форте. □ Пиано. Пиано йырлау. Пиано уйнау.
ПИАНО II [рус. < ит.piano] (Р: пиано; И.: piano; T.: hafif sesle) и. муз.
Музыкаль әҫәрҙә әкрен, һалмаҡ башҡарылған урын һәм шундай башҡарылыш үҙе.
□ Пиано.
ПИАР [рус. < ингл. PR] (Р: пиар; И.: PR-public relations; Т.: PR) и.
Кешеләр аңында кемдеңдер йәки нимә-неңдер күңелгә ятышлы, яҡты образын тыуҙырыу өсөн алып барылған көслө пропагандистик кампания. □ Пиар. Реклама пиары. Пиар яһау. Пиар менән шөғөлләнеү. ■ Әгәр ҙә кеше пиар менән шөғөлләнә икән, уны журналист тип әйтеп булмай. «Ағиҙел», № 3,2010.
ПИАРСЫ (Р: пиарщик; И.: PR expert; T.: PRcı) и.
Пиар менән шөғөлләнеүсе кеше. □ Пиарщик. Пиарсылар әҙерләү. Пиарсы һәнәре. Компанияға пиарсы алыу.
ПИАСТР [рус. < ит. piastra] (Р: пиастр; И.: piaster; T.: kuruş) и.
1. Мысыр, Сүриә, Ливан һәм ҡайһы бер илдәрҙә аҡса берәмеге. □ Пиастр. Биш пиастр. Бер пиастр биреү. Ун пиастрға һатып алыу.
2. Боронғо испан ваҡ аҡсаһы песоның итальянса атамаһы. □ Пиастр. Пиастр табыу. Ун биш пиастрға алыу.
ПИГМЕЙ [рус. < фр. pygmee < лат. pyg-maeus < гр. pygmaios] (Р.: пигмей; И.: pygmy; T.: pigme) и.
1. Африка ҡәбиләләренең береһенә ҡараған ҡыҫҡа буйлы, ҡара тәнле, ҡыҫҡа сәсле халыҡ. □ Пигмей. Пигмей теле. Пигмейҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре. Пигмейҙарҙың буйы 144—150 сантиметрҙан артмай.
2. Бик тәпәш кәүҙәле кешегә ҡарата әйтелә. □ Пигмей. Пигмей булыу.
ПИГМЕНТ [рус. < лат. pigmentum] (Р: пигмент; И.: pigment; Т.: pigment) и.
1. Тереклек һәм үҫемлек туҡымаһына билдәле бер төҫ биргән матдә. □ Пигмент. / Пигментный. Биттәге пигменттар. Пигмент таптары. Пигмент етешмәү. Пигмент күҙәнәктәре.
2. Буяуҙар эшләү һәм резина, пластмасса, химик туҡымаларҙы буяу өсөн ҡулланылған ваҡ онтаҡ рәүешендәге химик ҡушылмалар. □ Пигмент. / Пигментный. Органик пигменттар. Пигмент ҡулланыу.
ПИГМЕНТЛАШЫУ (пигментлаш-) (Р: пигментация; И.: pigmentation; T.: pigment-lenme) ҡ.
Пигмент йыйып, берәй төҫ алыу. □ Пигментация. Тәбиғи пигментлашыу. Күҙҙәрҙең пигментлашыу ы. Сәстәрҙең пигментлашы-уы. Йөклө саҡта биттең пигментлашыу ы.
ПИЕЛОНЕФРИТ [рус. < гр. pyelos + nephros] (Р: пиелонефрит; И.: pyelonephritis; T.: piyelonefrit) и. мед.
Бөйөр лаҡанының һәм бәүел ҡыуығының бер юлы шешеүе. □ Пиелонефрит. Үрләүсе пиелонефрит. Киҫкен пиелонефрит. Эренле пиелонефрит.
ПИЖАМА [рус. < хинди pâejâma < фарс. <^j^] (Р* пижама; И.: pajamas; T.: pijama) и.
Йоҡлағанда кейә торған йомшаҡ туҡыманан тегелгән кейем. □ Пижама. / Пижамный. Ирҙәр пижамаһы. Пижама кейеп йоҡлау. Пижама тегеү. ■ Йоҡо бүлмәһенән өҫтөнә пижамаһын кейеп алған Әхсән дә килеп сыҡты. М. Садиҡова. Ҡатынын уятмау өсөн, ул [Айнур] ипләп кенә торҙо ла пижа
110