пики
маһын кейҙе, аяғына ҡата эләктерҙе. Н. Мусин. [Кендек:] Пижама салбары өҫтөнән аҡ күлдәк кейҙем, сәсемде тараным. М. Кәрим.
ПИЖОН [рус. < фр.pigeon ‘күгәрсен’] (Р.: пижон; И.: fopling; T.: züppe) и.
Фырт егет. □ Пижон. Пижон булыу. Пи-жонға оҡшаған.
ПИК (пигы) [рус. < фр. pic] (Р.: пик; И.: peak; T.: doruk) и.
1. Тау сусағы. □ Пик. Еңеү пигы. Коммунизм пигы. Пикка менеү. Пикка флаг ҡаҙау.
2. Эштә, хәрәкәттә иң ҡыҙыу ваҡыт.
□ Пик. Һыу ташыу пигы. Атмосфера баҫымы пигы. Ҡояш әүҙемлеге пигы.
3. Нимәнеңдер иң юғары нөктәһе. □ Пик.
ПИКАДОР [рус. < исп. pica dor] (Р.: пикадор; И.: picador; T: pikador) и.
Үгеҙҙе һөңгө менән сәнсеп ярһыта торған һыбайлы — үгеҙҙәр һуғышында ҡатнашыусы. □ Пикадор. Пикадор кейеме. Пикадор ҡоралы. Пикадор булып эшләү.
ПИКАНТ [рус. пикантный] (Р: пикантный; И.: piquant; T: merak uyandıran) с.
1. Ҡыҙыҡһыныу уятыусы. □ Пикантный. Пикант яңылыҡ. Пикант хәбәр.
2. Әҙәпһеҙ, тәртипһеҙ. □ Пикантный. Пикант көләмәс һөйләү.
3. күсм. Үҙенә тартып торған, ҡыҙығыр-лыҡ. □ Пикантный. Пикант ҡиәфәт.
ПИКАП [рус. < ингл. pick ир] (Р: пикап; И.: pick up (van); T: pikap) и.
1. Йөк йәки пассажирҙар ташый торған автомобилдең бер төрө. □ Пикап. Пикапта йөрөү.
2. Ҡатын-ҡыҙҙы йәки ир-атты әүрәтеү, күңелен биләү буйынса оҫталыҡ. □ Пикап. Пикап буйынса тренинг. Пикап оҫтаһы.
ПИКЕ I [рус. < фр. pique] (Р: пике; И.: pique; T.: pike) и. тук.
Тышҡы яғы һырланып эшләнгән туҡыма төрө. □ Пике (вид ткани). / Пикейный. Пике күлдәк. Пике япма. Пикенан тегелгән.
ПИКЕ II [рус. < фр. pique] (Р: пике; И.: nosedive; T.: pike) и. авиа.
Самолёттың ҙур тиҙлектә баш түбән шыҡыйып осоуы. □ Пике. Пике яһау. ■ [Куликов:] Бына пикенан сыҡтыҡ та яңынан күтәреләбеҙ, сәпкә бомбаларҙың ҡалғанын
ташларға, реактив снаряд ебәрергә кәрәк. А. Мағазов.
ПИКЕЛАУ (пикела-) (Р: пикировать; И.: swoop; T: pike yapmak) ҡ.
Ҙур тиҙлектә баш түбән осоу (самолётҡа ҡарата). □ Пикировать. // Пикирование. Бомбаға тотоусы пикелай башланы.
ПИКЕТ I [рус. < фр.р^м^] (Р: пикет; И.: picket; outsentry; T.: nöbetçi kıta) и.
1. Ҙур булмаған һаҡсы отряд, застава.
□ Пикет. Атлы пикет. Йәйәүлеләр пикеты. ■ Һәр тарафта яйлы тау башы һайын үҙ пикеттары ҡуйылған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Шундай отряд урынлашҡан урын.
□ Пикет. Пикетҡа барып етеү. Дошман пикетына эләгеү. Пикетты билдәләү.
3. Забастовка күтәргән предприятиены штрейкбрехерҙарҙан, демонстрацияны һөжүмдән һаҡлау өсөн ҡуйылған эшселәр төркөмө. □ Пикет. Стачка пикеты. Пикетты ҡыуыу.
4. Ғәҙәттә, хөкүмәт учреждениелары алдында торған протест белдереүсе кешеләр төркөмө. □ Пикет. Пикетҡа сығыу. Пикет ойоштороу. ■ Пикетҡа йыйылыусылар экологик яҡтан һәм санитар нормаларына тап килеү күҙлегенән тораҡҡа яҡын шундай объекттар тоҙөү мөмкинлеге мәсьәләһен бәхәсле тип һанай. «Башҡортостан», 21 февраль 2012.
ПИКЕТ II [рус. < фр. piquet] (Р.: пикет; И.: stake; T.: kazık) и.
1. Тимер юл линияһының оҙонлоғон үлсәү арауығы, 100 метрға тиң. □ Пикет. Пикет менән үлсәү. Пикет бағанаһы.
2. геод. Геодезияла берәй урындың юғарылығын билдәләү өсөн алынған нөктә.
□ Пикет.
3. Ер үлсәү эшендә ергә ҡағып ҡуйылған номерлы ҡаҙыҡ. □ Пикет.
ПИКЕТСЫ (Р.: пикетчик; И.: picketer; Т: nöbetçi) и.
Пикетта ҡатнашыусы кеше. □ Пикетчик. Пикетсыларҙы ҡыуып ебәреү. Пикетсыларға ҡаршы йәш ағыҙа торған газ ҡулланыу. Пикетсыларҙы ҡулға алыу.
ПИКИ [рус. < фр. pique] (Р: пики; И.: spade; T.: maça) и. ҡар. ҡарға I, 2.
111