Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 112


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

пикник
Уйын кәрттәрендә һөңгө башағы төшөрөлгән кәрт исеме. □ Пики. / Пиковый. Пики короле. Пики кәрте төшөү.
ПИКНИК (пикнигы) [рус. < фр. pique nique] (Р.: пикник; И.: picnic; T.: piknik) и.
Күңел асыу, ял итеү өсөн ҡырға, ҡала ситенә сығып яһаған йыйын. □ Пикник. Пикник ойоштороу. Пикникка сығыу. ■ Бөгөн йәкшәмбе — пикник көнө. X. Мохтар. [Ғаб-сатаров:] Бер йәй көнө коллектив менән пикникка сыктыҡ. Ғ. Ғүмәр.
ПИКНОМЕТР [рус. < гр. pyknos + metreo] (Р: пикнометр; И.: densimeter; T.: dansimetre) и.
Газдарҙың, шыйыҡлыҡтарҙың һәм ҡаты еҫемдәрҙең тығыҙлығын үлсәй торған прибор. □ Пикнометр. Газ пикнометры. Пикнометр ярҙамында үлсәү. Пикнометрҙы ватыу.
ПИК СӘҒӘТЕ (Р: час пик; И.: peak-hour; rush hour; T.: koşuşum saati) u.
Транспорт, электр станцияһы һ. б. эштә иң көсөргәнешле ваҡыт. □ Час пик. Иртәнге пик сәғәте. Киске пик сәғәте. Пик сәғәтенә тап килеү.
ПИКТОГРАММА [рус. < лат. pictus ‘төшөрөлгән’ + гр. gramma ‘яҙыу’] (Р.: пиктограмма; И.: pictogram; pictograph; T.: piktogram) и.
1. махе. Яҙманың бик боронғо формаһы булараҡ ниндәйҙер эш-хәл, ваҡиға, нәмә һ. б. һүрәтләнгән шартлы рәсем. □ Пиктограмма. Йондоҙ пиктограммаһы. Аждаһа пиктограммаһы. Ярым ай формаһындағы пиктограмма.
2. мед. Ниндәйҙер һүҙҙең йәки төшөнсәнең символы булып торған һүрәт (эксперименталь-психологик тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыла). □ Пиктограмма. Пиктограмманы таныу.
3. инф. Ниндәйҙер объектты (фаил, программаны) таныу өсөн хеҙмәт иткән бәләкәй һүрәт, ҡулланыусының график интерфейсы элементы, билдәһе. □ Пиктограмма (элемент графического интерфейса пользователя). Пиктограммаға баҫыу. Программа пиктограммаһы. Интернет пиктограммаһы. ■ Браузерҙағы инструменттар пане
лендә бикле йоҙаҡтың пиктограммаһын тикшерегеҙ. «Башҡортостан», 3 октябрь 2012.
ПИКТОГРАФИК (Р: пиктографический; И.: pictographic; T.: resim yazıyla ilgili) с. махе.
Пиктографияға мөнәсәбәтле. □ Пиктографический. Пиктографик яҙма. Пиктографик һүрәт. Пиктографик шрифт. ■ Дала индеецтары пиктографик яҙма ҡулланған. «Йәшлек», 27 июль 2010.
ПИКТОГРАФИЯ [рус. < лж. pictus + гр. grapho] (Р: пиктография; И.: pictography; Т.: resim yazı) и.
Пиктограмма ярҙамындағы боронғо яҙма.
□ Пиктография. Пиктография яҙыуы. Пиктография принциптары.
ПИКУЛЬ [рус. < малай.pikul] (Р: пикуль; И.: picul; T.: pikul) и.
Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ауырлыҡ үлсәү берәмәге (50 килограмға тура килә).
□ Пикуль. Биш пикуль.
ПИЛИГРИМ [рус. < нем. Pilgrim < лат. peregrinus] (Р: пилигрим; И.: pilgrim; T.: pilgrim) и.
Изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусы. □ Пилигрим. ■ Һалҡын һыуҙан еңеләйеп ҡалдым мин бер пилигрим шикелле. М. Ғәли.
ПИЛОРАМА [рус.] (Р.: пилорама; И.: power-saw bench; T.: biçme makinesi) и.
1. Электр моторы ярҙамында хәрәкәткә килеп, таҡта яра торған яйланма. □ Пилорама. Дискылы пилорама. Ике бысҡылы пилорама. ■ Автокран пилораманы бик тиҙ былар машинаһының кузовына күтәреп урынлаштырҙы. Ә. Вәли. [Юламан — Бикбаевҡа:] Йомағол пилорамаңа яҡын-тирәнән диләнкә бүлер. Н. Мусин.
2. Махсус электр станоктары менән таҡта яра торған цех. □ Пилорама. Пилорамала эшләү. ■ Эшселәргә торлаҡ төҙөлдө, һәр ауылда таҡта бысыу өсөн пилорама, тимерлек, оҫтахана булдырылды. «Башҡортостан», 5 февраль 2013. Тиҙҙән йыл һайын 26 мең һум табыш бирә торған пилорама файҙаланыуға тапшырылды. Ә. Байрамов.
ПИЛОТ [рус. < фр. pilot] (Р.: пилот; И.: pilot; Т.: pilot) и.
112