ПИНЦЕТ
Осҡос аппараттарҙы йөрөткән кеше; лётчик, осоусы. □ Пилот. / Пилотский. Самолёт пилоты. Тәжрибәле пилот. Пилот кабинаһы. ■ Пилот, артҡа боролоп, ниҙер әйтте, вертолёт түбәнәйә башланы. Б. Рафиҡов. Ул [Азамат] пилотҡа түбәнерәк төшөргә ҡушты. Я. Хамматов.
ПИЛОТАЖ [рус. < фр. pilotage] (Р.: пилотаж; И.: pilotage; T.: pilotaj) и.
Осҡос аппараттарҙы йөрөтөү оҫталығы һәм самолёттың, планёрҙың төрлөсә осошо.
□ Пилотаж. Пилотаж фигуралары. Ябай пилотаж. Юғары пилотаж. ■ Пилотаж зонаһына бер генә тапҡыр булһа ла алып менәһе ине. А. Мағазов.
ПИЛОТКА [рус.] (Р: пилотка; И.: sidecap; forage сар; T.: kalot) и.
Козырёкһыҙ йәйге еңел баш кейеме.
□ Пилотка. Хәрби пилотка. Лётчик пилоткаһы. Пилотка кейеү. ■ Аяғына сепрәк ҡаталар, өҫтонә ямаулы ҙур һырма, башына пилотка кейгән Васютка ла атылып килеп сыҡты. М. Кәрим. Похилько пилоткаһын ҡырыныраҡ һалып кейҙе. А. Мағазов.
ПИНГВИН [рус. < лэх. pinguis] (Р: пингвин; И.: penguin; T.: penguen) и. зоол.
Йөҙгөскә әйләнгән ҡыҫҡа ғына ҡанатлы, яҡшы йөҙгән, ләкин оса алмаған эре диңгеҙ ҡошо (Антарктидала йәшәй). □ Пингвин. / Пингвиний (лат. Spheniscidae). Пингвин себеше. Пингвин йомортҡаһы. ■ [Бәхтийәров] оҙон көн буйы, күкәй баҫҡан пингвиндарға оҡшап, өшөп-туңып ултырыуҙан башҡа бер ҡыҙығын да тапманы. Ш. Янбаев. Бакландар, пеликандар, пингвиндар балыҡ менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ПИНГ-ПОНГ [рус. < ингл. ping-pong] (Р: пинг-понг; И.: table tennis; T.: pingpong) и. спорт.
Өҫтәлдә сетка аша һуғып уйнай торған туп уйыны; өҫтәл теннисы. □ Пинг-понг. Пинг-понг уйнау. Пинг-понг тубы. Пинг-понг буйынса ярыштар үткәреү.
ПИНЕТКА [рус. < фр. pinne < гр. pinna] и. ҡар. пыштый. Пинетка бәйләү. Пинетка кейҙереү. ■ Улар [конкурста ҡатнашыусылар] .. бәпәйҙәр осон пинеткалар, ойоҡбаш,
бейәләй-бирсәткә һәм шарфтар .. алып килгән. «Башҡортостан», 19 декабрь 2012.
ПИНЖӘК (пинжәге) [рус. пиджак < ингл. pea-jacket < нидерл. pijjekker] (Р: пиджак; И.: suit; T.: ceket) и.
Костюмдың йыҡма яғалы, сабыулы, төймәләргә ҡаптырмалы өҫкө өлөшө. □ Пиджак. / Пиджачный. Күн пинжәк. Вельвет пинжәк. Пинжәк кейеү. ■ [Ғилман] өҫтөндәге пинжәген сисеп, ултырғыс арҡаһына элде. Д. Бүләков. Кәбир, пинжәген һалып, еңен һыҙғанды. Яр. Вәлиев.
ПИНЖӘК-САЛБАР (Р: пиджак и брюки; И.: two-piece outfit; T.: takım elbise) и. йыйн.
Икеһе бер кейем итеп кейелә торған пинжәк менән салбар. □ Пиджак и брюки; костюм. ■ [Берта] Ирназарҙың таушалып, бысранып бөткән кейемен һалдырып, уға арыу ғына пинжәк-салбар, өр-яңы тиерлек итек бирҙе. Ә. Хәкимов. Миңә ыҡсым ғына пинжәк-салбар тегергә кәүҙәгә олпат булған атайымдың ике салбар балағы ла етте. Ш. Янбаев. [Сынбулаттар] иртәнсәк тороуҙарына өҫтәрендәге пинжәк-салбарҙар ҙа, күлдәктәр ҙә ҡара ер төҫөнә ингәйне инде. X. Мохтар.
ПИН-КОД [рус. < ингл. PIN — Personal Identification Number + code] (P: пин-код; И.: pin-code; T.: pin kodu) и.
Пластик банк картаһының йәки кеҫә телефонының хужаһына бирелгән шәхси идентификацион номер. □ Пин-код. Пин-код һорау. Пин-кодын юғалтыу. Пин-кодты алмаштырыу. ■ Пин-код тураһында мәғлүмәтте башҡа бер кемгә лә әйтмәү тураһында банк хеҙмәткәрҙәре гел киҫәтә. «Башҡортостан», 2 август 2013.
ПИНЦЕТ [рус. < fyp. pincette] (Р: пинцет; И.: tweezers; T.: cımbız) и. ҡар. эҫкәк.
Медицинала һәм техникала бәләкәй, мурт һәм шыма нәмәләрҙе ҡыҫып алыу өсөн ҡулланылған һығылмалы ҡыҫҡыс. □ Пинцет. Хирургия пинцеты. Эпиляция пинцеты. ■ Әптеләхәт бит хирург кеүек ине: ҡулында — пинцет, скальпель. Т. Ғарипова.
5- 1.0072.15
113