ПИНЧЕР
Пинцет менән .. ҡаяуҙы алып ташлайҙар. «Башҡортостан», 7.август 2012.
ПИНЧЕР [рус. < ингл. pincher} (Р.: пинчер; И.: pinscher; T.: pinşer) и.
Ҡыҫҡа йөнлө, оҙон ҡолаҡлы эт. □ Пинчер. Пинчер аҫрау. Пинчер көсөгө. Пинчер төтөу.
ПИОН [рус. < фр. ргөпе} (Р: пион; И.: paeonia; T.: piyon) и. бот. ҡар. дөрдөр.
Ал, ҡыҙыл, аҡ төҫтәге эре ялбыр сәскәле, телгеләнеп торған эре япраҡлы баҡса гөлө. □ Пион (лат. Paeonia). Ҡыҙыл пион. Пион сәскәһе. ■ Баҡсаныц бер мөйөшөндә астра, роза, тюльпан, пион һәм гладиолус сәскәләре уҫә ине. Ғ. Аллаяров. Пиондарға оҡшаш сағыу бурҙат сәскәле Марья тамыры тип аталған уҫемлек еҫе башты әйләндерә. Й. Мостафин.
ПИОНЕР [рус. < фр. pionnier] (Р: пионер; И.: pioneer; T.: öncü) и.
1. Алыҫ, билдәһеҙ ергә (илгә) башлап барып ултырған кеше. □ Пионер. Америка пионерҙары. Себер пионерҙары.
2. кусм. Ниндәйҙер эшкә башланғыс һалған кеше. □ Пионер. Йыһан пионерҙары. Яцы йунәлеш пионерҙары.
3. Мәктәп йәшендәге балаларҙың ирекле ойошмаһы. □ Пионер. / Пионерский. Пионерға алыу. Пионер галетугы. Пионерҙар һарайы. «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһы. ■ Генералдан һуц муйынына янып торған галстук таҡҡан пионер һөйләне. И. Абдуллин. [Юлдаш:] Пионер бер ҡасан да кескәйҙәрҙе йәберләмәҫ тә, йәберләтмәҫ тә. 3. Биишева. Беренсе ҡатта — директор кабинеты, уҡытыусылар булмәһе, пионер мөйөшө. Яр. Вәлиев.
ПИОНЕРВОЖАТЫЙ [рус ] (Р: пионер вожатый; И.: pioneer leader; T.: piyoner kolu başı) и. map.
Пионерҙар ойошмаһындағы отряд етәксеһе. □ Пионервожатый. ■ [Нәсимә] әле мәктәптә пионервожатый булып эшләп йөрөй. Р. Байымов. [Баязит:] Мин — врач, ул [Ғәлиә] — мәктәптә өлкән пионервожатый. Ф. Әсәнов.
ПИОНЕРИЯ [рус.] (Р: пионерия; И.: pioneer; T.: piyonerler) и. йыйн.
Пионерҙар хәрәкәте. □ Пионерия. ■ Ыраҫ Ғибат, межа маяғына һөйәлеп, бөтә
телдәрҙец дә бергә сәскә атып ҡушылыуын тиҙләтеу ул партияның да, пионерияның да мөҡәддәс бурысы икәнлеге тураһында ялҡынланып теҙә башлағайны. Й. Солтанов.
ПИП (Р: пип; И.: peep; Т.: civ) оҡш.
Ҡаҙ, өйрәк бәпкәһенең һ. б. тауышын белдергән һүҙ. □ Пип (подражание писку гусят, утят и т. д.). Пип итеу. Бәпкәләр пип итешәләр.
ПИПЕЛДӘҮ (пипелдә-) (Р: пищать; И.: cheep; T.: cıvıldamak) ҡ.
1. Пип-пип итеү, пип-пип килеү. □ Пищать, издавать писк (о гусятах, утятах и т. п.). Бәпкәләр пипелдәй. Өйрәктәр пипелдәй.
2. Шылтырау, тауыш биреү. □ Звонить. Телефон пипелдәй. Сәғәт пипелдәй. Я Трубкала пипелдәу тауышы яңғыраны. Т. Сәғитов. Элемтә землянкаһында Морзе аппараттары пипелдәй, телефон сыбыҡтары буйлап яцынан-яңы бойороҡтар йугерә. М. Кәрим.
ПИПЕЛДӘШЕҮ (пипелдәш ) ҡ. урт. ҡар. пипелдәү, взаимн. от пипелдәү. Бәпкәләр пипелдәшә.
ПИПЕТКА [рус. < фр. pipete] (Р: пипетка; И.: medicine dropper; T.: damlalık) и. ҡар. тамыҙғыс.
Шыйыҡлыҡты һурып алып, тамсылап тамыҙыу өсөн булған резина башлы быяла көпшә. □ Пипетка. Быяла пипетка. Пипетка менән дарыу тамыҙыу. Ҡуҙ пипеткаһы.
ПИП-ПИП (Р: пип-пип; И.: peep!; Т.: civciv) оҡш.
Ҡабат-ҡабат пип иткәнде белдергән һүҙ. □ Пип-пип (подражание писку гусят, утят и т. п.). Пип-пип итеу. Пип-пип ки-леу. ■ Радионан иртәнге сәғәт туғыҙ тулыу айҡанлы «пип-пип!» иткән сигналдар ишетелеугә, коридорҙағы ауырыуҙар туҙем-һеҙлек менән ишек шаҡырға ла кереште. М. Садиҡова. Голосуев «пип-пип» тигән хәбәрҙәр тапшыра ла «пирк-пирк» тигән сигналдар яҙып ала. Ә. Бикчәнтәев.
ПИР [фарс. j^| (Р: глава религиозной секты; И.: sort of religious leader; T.: pir) и. иҫк.
Дини мәҙһәп башлығы. П Глава религиозной секты. ■ [Дәруиш:] Мөхтәрәм аға, һин ишетергә теләгән хәбәрҙәр уҙецә мәғлум пи-
114