ПИРОГ
рем шәйех Абрарҙыцмәктубендә бәйән ителгәндер. Ә. Хәкимов.
ПИРАМИДА [рус. < гр. pyramis] (Р.: пирамида; И.: pyramid; T.: piramit) и.
1. мат. Нигеҙе күпмөйөш йәки өсмөйөштән, ҡабырғалары уртаҡ түбәле өсмөйөштәрҙән торған геометрик есем. □ Пирамида. Өс ҡырлы пирамида. Пирамида һыҙыу. ■ һәр революция пирамида рәуешендәрәк ҡорола — төбө киц, башы осло. Р. Солтангәрәев.
2. Нигеҙе дүртмөйөштән тороп, ҡабырға ҡырҙары түбәһенә барып тоташҡан сикһеҙ ҙур итеп таштан һалынған боронғо Мысыр фирғәүендәренең кәшәнәһе; әһрам. □ Пирамида. Мысыр пирамидалары. Тутанхамон пирамидаһы. ■ Битләуҙән уҙған юл буйында Мысыр пирамидаларындай ҡалҡыулыҡтар уҫеп сыға башланы. И. Ғиззәтуллин. Ҡылған, әрем уҫкән төҫһөҙ, тигеҙ дала тәрәнлегендә Египет пирамидаларын хәтерләткән тер-рикондарҙыц теҡә, осло, кукшел һындары хәҙер инде асыҡ беленә. Д. Исламов.
3. спорт. Бер нисә кеше өҫтө-өҫтөнә баҫып яһаған гимнастик йә акробатик фигура. □ Пирамида. Гимнастик пирамида. Пирамида яһау. Синхрон йөҙөуҙә пирамида яһау.
4. хәрби. Винтовкаларҙы һаҡлай торған станок һәм шулай уҡ кәбәк ауыҙҙары менән бергә килтереп ҡуйылған винтовкалар.
□ Пирамида. Мылтыҡтарҙы пирамидаға ҡуйыу. ■ Мылтыҡ, пика, ҡылыстар ялтыратып пирамидаларға теҙелгәндәр. А. Таһиров. Зенцовтыц әмере утәлде: һә тигәнсе ҡоралдан пирамида барлыҡҡа килде.
В. Исхаҡов.
5. мед. Ҡайһы бер ағзаларҙың өлөшө.
□ Пирамида. Бөйөр пирамидаһы. Сикә һөйәге пирамидаһы. Оҙонса баш мейеһе пирамидаһы.
ПИРАМИДАЛЬ (Р.: пирамидальный; И.: pyramidal; T: piramidal) с.
Пирамидаға оҡшаш. □ Пирамидальный. Пирамидаль тирәк. Пирамидаль ҡулҡы. ■ Көньяҡтан яҡшы һауа шарттары алып килгән елде пирамидаль тирәктәр баш эйеп ҡаршылай. А. Мағазов. Туп-тура булып кук-кә кутәрелгән пирамидаль тирәктәр сор
наған яр буйлап, һары башлы ҡамыштар яғынан аҡрын ғына бер кәмә килә. Ә. Чаныш.
ПИРАНЬЯ [рус. < гуарани пира ‘балыҡ’ + аниа ‘теш’] (Р.: пиранья; И.: piranha; T: pirana) и. зоол.
Көньяҡ Американың сөсө һыуҙарында йәшәүсе осло тешле йыртҡыс балыҡтар ғаиләһе. □ Пиранья (лат. Serrasalmidae). Пираньялар кешегә лә ташлана. Н Уныц [Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәусе Сергей Чекуновтыц] ҡармағына... 2 килограмм 700 грамлыҡ пиранья балығы эләккән. «Башҡортостан», 25 август 2012.
ПИРАТ [рус. < гр. peiratos] (Р: пират; И.: pirate; T: korsan) и.
1. Диңгеҙ юлбаҫары. □ Пират. / Пиратский. Урта быуат пираттары. Пираттар байлығы. XX быуат пираттары. Пираттар карабы. ■ Пираттарҙыц береһе һыу ситенә килеп баҫты ла, төшөргә баҙамай, кире китте. Й. Солтанов. [Микола] бәкеһен асып, уны, пираттар һымаҡ, ауыҙына ҡапты. Ә. Бикчәнтәев.
2. Сит ергә баҫып инеүсе, илбаҫар. □ Пират. / Пиратский. Һауа пираттары. Я «Һауа пираттары» тирәһендә снарядтар шартлай башланы. И. Ғиззәтуллин.
3. Интеллектуаль милекте законһыҙ ҡулланыу юлы менән табыш алыусы кеше. □ Пират. / Пиратский. Йәнһурәттец пират кусермәһе. Пират кусермәләрҙе юҡ итеу. Пират дискыһын Интернет селтәренә һалыу. ■ РФ Эске эштәр министрлығы беренсе тапҡыр лицензияһыҙ видео таратыусы пират сайтына ҡаршы рейд уткәргән. «Йәшлек», 2 июнь 2009.
ПИРАТЛЫҠ (пиратлығы) (Р: пиратство; И.: piracy; T: korsanlık) и.
Диңгеҙ юлбаҫарлығы. □ Пиратство. Африка илдәрендә пиратлыҡ көсәйҙе.
ПИРИТ [рус. < гр. pyrites] (Р: пирит; И.: pyrite; T: pirit) и.
Көкөрт йәки тимер колчеданы. □ Пирит. / Пиритовый. Пирит төҫө. Пирит уҙенсәлектәре. Алтын урынына пирит ҡулланыу.
ПИРОГ [рус.] (Р: пирог; И.: pie; T: börek) и. һөйл. ҡар. бәлеш.
5*
115