ПИРОЖКИ
Эсенә емеш-еләк йәки башҡа нәмә һалып, табала йәки тимерҙә бешерелгән ҡамыр ашы. □ Пирог. Ҡарағат пирогы. Алма пирогы. Пирог бешереү. ■ Өҫтәлгә пирог, кәнфиттәр һәм башҡа ашамлыҡтар ҡуйылған. Р. Байбулатов. Малайҙар тәмле пирог ашарбыҙ тип барғайнылар ҙа, уларға бер ни ҙә тәтемәне шул. X. Мохтар.
ПИРОЖКИ [рус.] (Р: пирожки; И.: patty; T.: börek) и. һөйл. ҡар. бөйөрөк.
Эсенә берәй нәмә һалып бөрөп яһалған ваҡ бәлеш. □ Пирожки. Алмалы пирожки. Пирожки бешереү. ■ [Мәликә] ас булғас, буфет янында пирожки һатҡан ҡатындар тирәһендә ураланды. Т. Ғарипова. [Куликов:] Хужабикә беҙҙе эскә әйҙәне, тәмле алма, пирожкиҙар менән һыйланы. А. Мағазов.
ПИРОЖНЫЙ [рус. пирожное] (Р: пирожное; И.: саке; T.: pasta) и. кул.
Май, шәкәргә баҫҡан ҡамырҙы төрлө тәмле нәмә менән ҡатлап бешерелгән кондитер ашамлығы. □ Пирожное. Бисквит пирожный. Пирожный бешереү. ■ Ғәлиә, буфеттан бер стакан кофе менән пирожный барып алып, Аҡсәскә алдына килтереп ҡуйҙы. Б. Бикбай. Өҫтәл өҫтөнә күҙҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ ҡыҙарып бешкән плюшка, пирожныйҙар теҙелгән. Ә. Чаныш.
ПИРОКСИЛИН [рус. < гр. pyr + xylon] (Р: пироксилин; И.: gun-cotton; T.: piroksi-lin) и.
Шартлағыс матдә (шартлатыу эшендә, төтөнһөҙ дары яһауҙа ҡулланыла). □ Пироксилин. ■ Өйрәнеүҙе ҡыҙыҡһындырған пироксилин, динамит шашкалары, пикфорт ептәре, аҫмалы күпер яһау эштәрен һуңғы айҙарҙа бөтөнләй бөтөрҙөләр. А. Таһиров. Бер нисә кеше күпер аҫтына пироксилин шашкалары һалды. Б. Хәсән.
ПИРОМАНИЯ [рус. < гр. pyr + mania] (Р.: пиромания; И.: pyromania; T.: piromani) и. мед.
Ут төртөүгә, яндырыуға булған импуль-сив ынтылыш, әүәҫлек менән характерланған психик ауырыу. □ Пиромания. Пиромания менән сирләү. Пироманиянан дауаланыу.
ПИРОМЕТР [рус. < гр. pyr + metreo] (Р: пирометр; И.: pyrometer; T.: pirometre) и. тех.
Үтә күренмәгән еҫемдәрҙең температураһын оптик нурланыш буйынса үлсәй торған прибор. □ Пирометр. Оптик пирометр. Инфраҡыҙыл пирометр. Ҡаршылыҡлы пирометр. Термоэлектрик пирометр.
ПИРОТЕХНИК (пиротехнигы) [рус.] (Р: пиротехник; И.: fireworker; pyrotechnist; T.: pirotekni uzmanı) и.
Пиротехника буйынса белгес. □ Пиротехник. Оҫта пиротехник. Пиротехниктар саҡырыу. Пиротехникҡа уҡыу.
ПИРОТЕХНИКА [рус. < гр. руг + techne] (Р: пиротехника; И.: pyrotechnics; Т.: pirotekni) и.
Техниканың яна торған составтар эшләү һәм уларҙы төрлө осраҡта (мәҫәлән, ракета осорғанда, фейерверк, көкөртлө шашка һ. б. эшләгәндә) ҡулланыу менән бәйле тармағы.
□ Пиротехника. / Пиротехнический. ■ Төндә йырларға, бейергә, музыкаль инструменттарҙа уйнарға, пиротехника һәм тауыш сығарыусы ҡулайламалар ҡулланырға .. ярамай. «Йәшлек», 11 июль 2011. Ғәҙәти көндәрҙә киске ун берҙән иртәнге етегә тиклем, ә ял һәм байрам көндәрендә иртәнге туғыҙға ҡәҙәр пиротехника ҡулланырға, музыка яңғыратырға, һыҙғырырға, ҡысҡырырға һәм ремонт яһарға ярамай. «Башҡортостан», 21 июнь 2012.
ПИРС [рус. < ингл. piers] (Р: пирс; И.: pier; T: iskele) и. диңг.
Караптар ике яҡтан да килеп туҡтауға уңайлы булһын өсөн, ярға перпендикуляр йәки мөйөш яһап ҡуйылған махсус ҡоролма.
□ Пирс. Ҡарап пирста тора. ■ Яр ситендәге катерҙар килеп туҡтала торған пирста, тимер бағана өҫтөндә Ғәлләм гармун уйнап ултыра. М. Садиҡова.
ПИРУЭТ [рус. < фр.pirouette] (Р: пируэт; И.: pirouette; T: pirüet) и.
1. Бейеүҙә йәки гимнастикала бөтә кәүҙә менән аяҡ осонда тулы әйләнеш. □ Пируэт. Ябай пируэт. Пируэт башы. Пируэт эшләү. Балетта пируэт.
116