Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 117


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

пистон
2. Фекерләүҙә, үҙ-үҙеңде тотоуҙа киҫкен боролош, үҙгәреш. □ Пируэт (о резком повороте, неожиданном скачке в поведении, в ходе мысли и т. д.). Хис-тойғолар пируэты. Уйҙар пируэты.
ПИРӘЙӘЗ [рус. переезд] (Р.: единица измерения земли; И.: old measure of land; T.: alan ölçme birimi) и. иҫк.
7285 кв. метрға тиң булған ер үлсәү берәмеге (крәҫтиән хужалығында 0,5 дисәтинә). □ Единица измерения земли. ■ Ул [крәҫтиән ] үҙенең ярты әсминник, ярты пирәйәз, десятиналарына һыймайынса, гектарҙарға сығасаҡ. С. Агиш. Беҙҙең арыш ерҙәребеҙ баҫыуҙың төрлө урынына таралған — тегендә бер дисәтинә, бында бер пирәйәз, тегендә бер әсминник, бында бер түтәрәм. М. Кәрим.
ПИС [фарс. (Р: гнусный; И.: disgusting; T.: pis) с. иҫк. кит.
Бысраҡ, әшәке, түбән. □ Гнусный, скверный, грязный, омерзительный. Пис кеше. Пис әҙәм.
ПИСАРЬ [рус.] (Р: писарь; И.: scribe; Т.: yazıcı) и. тар.
Эш ҡағыҙҙары менән шөғөлләнгән вазифалы кеше. □ Писарь. Писарь булып йөрөү. Рота писары. ■ Аксаковты бигерәк тә бер ротаның писары Василий Петров тигән драгун ҡыҙыҡһындырҙы. Ғ. Ибраһимов. Хәҙер Ғайса ете йыл инде писарь булып ултыра. Ж. Кейекбаев. Кантондан килгән бөрмә тунлы писарь һүҙ алды. 3. Ураҡсин.
ПИСЕР [рус. писарь] и. диал. ҡар. писарь. ■ Үҙем ышанмайым, ҡайҙан машина йөрөтә белһен, писер булып штабта ултырғандыр шунда, тип уйлайым. Ш. Янбаев. [Буранов:] Беҙгә, сауҙа кешеһенә, писер булып, ҡәләм келтерләтеп ултырырға түгел. Б. Бикбай.
ПИСКӘК (пискәге) (Р: лихорадка; И.: fever; T.: humma) и. диал. ҡар. биҙгәк.
Бер өшөтөп, бер ҡыҙҙырып ауырыта торған йоғошло сир. □ Лихорадка. ■ Пис-кәктең көсәйгән осорон һайлап, уның ҡолаҡ төбөндә мылтыҡ аталар. «Башҡорт мифологияһынан.
ПИСЛЕК (пислеге) (Р: гнусность; И.: vileness; T.: pislik) и. иҫк. кит.
Бысраҡлыҡ, әшәкелек, түбәнлек. □ Гнусность, мерзость. ■ Ҡайҙа баҫһам да, бысраҡлыҡ һәм пислек, уҫаллыҡ һәммә ҡартында, йәшендә. М. Ғафури.
ПИССУАР [рус. < фр. pissoir] (Р: писсуар; И.: urinal; T.: pisuvar) и.
Ирҙәр бәҙрәфендә бәүел ағыҙыу өсөн ҡуйылған раковина. □ Писсуар. Писсуар ҡуйыу.
ПИСТОЛЕТ [рус. < фр. pistolet] (Р: пистолет; И.: pistol; T: tabanca) и.
Яҡындан ата торған ҡыҫҡа кәбәкле ҡорал.
□ Пистолет. / Пистолетный. Травматик пистолет. Пистолеттан атыу. ■ Офицерҙың күҙенә ҡан тулған ҡурҡыныс йөҙө тағы ла ҡот осҡос булып ҡотороноп китте, һәм ул пистолетын сығарҙы ла ҡыҙға атты.
3. Биишева. Пистолетта бөтәһе ике патрон ҡалды. Т. Килмөхәмәтов. Таң алдынан перронда шау-шыу күтәрелде, пистолеттан атҡан тауыштар ишетелде. Н. Мусин.
ПИСТОЛЬ [рус. < фр. pistola] (Р: пистоль; И.: pistole; T.: İspanyol altını) и.
1. Боронғо испан аҡсаһы. □ Пистоль. Пистоль менән түләү. Пистоль XVI— XVIII быуаттарҙа әйләнештә йөрөй.
2. ҡар. пистолет. Пистолдән атыу. Пистоль көбәге.
ПИСТОН [рус. < фр. piston] (Р: пистон; И.: piston; T.: kapsol) и.
1. Сәкегәндә ут сығарып, патрондағы яһаҡты тоҡандыра торған бәләкәй генә металл ҡалпаҡ. □ Пистон. / Пистонный. Пистон биреү. Пистон алыу. Пистон һыуланған.
2. Уйынсыҡ мылтыҡ һәм пистолет менән шартлатыу өсөн эсенә дары һалып, ситтәре йәбештерелгән ике бәләкәй генә түңәрәк ҡағыҙ. □ Пистон. / Пистонный. Пистолет пистондары. М Улар [ҡыҙҙар] тағы ҡағыҙ пистон шартлатҡан кеүек сырт итеп көлдөләр. С. Агиш.
3. Шнур кейҙереү өсөн ҡатырға, күн һ. б. нәмәнең тишегенә беркетелгән металл тирәс.
□ Пистон. / Пистонный. Беркетеү пистоны. Автомобиль пистондары.
4. му з. Тынлы музыка ҡоралының клапаны. □ Пистон. / Пистонный.
117