Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 118


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПИТА
ПИТА [рус. < төрки pite] (Р.: пита; И.: pita; T.: pide) и. кул. ҡар. ләүәш.
Йомро йәйпәк сөсө икмәк. □ Пита. Пита бешереу. Пита эслеге. Питаға ҡамыр баҫыу.
ПИТЕКАНТРОП [рус. < гр. pithekos + anthröpos] (Р.: питекантроп; И.: Java man; T.: Java insanı) и. антроп.
Килбәт, ҡиәфәтендә маймылға хас күп һыҙат һаҡланған бик боронғо ҡаҙылдыҡ кеше төрө (боронғолоғо — 500— 700 мең йыл). □ Питекантроп. Питекантроп буйы. Питекантроп табылыу. Питекантроптың йәшәу рәуеше.
ПИТОМНИК (питомнигы) [рус.] (Р: питомник; И.: nursery; arboreum; T.: fidanlık) и.
Айырым үҫемлек йәки хайуандарҙы ҡарап үҫтерә торған махсус урын. □ Питомник. Урман питомнигы. Емеш-еләк питомнигы. Йәшелсә питомнигы. Орлоҡсолоҡ питомнигы. ■ Сәлмән Ҡайынөй йылғаһы буйындағы питомниктан ҡайтышлай ауыл эргәһендәге кисеуҙә ике ҡатынды куреп ҡалды.
С. Шәрипов. Питомникта эшләуселәр өйгә ҡайтырға булдылар. Ә. Вәли.
ПИТОН [рус. < гр. python] (Р: питон; И.: python; T.: piton) и. зоол.
Быуар йыландар ғаиләһенә ҡараған ағыуһыҙ йылан (тропикта йәшәй). □ Питон (лат. Pythonidae). Юлбарыҫ питоны. Питон ите. Н [Айнур:] Өләсәй питондан ҡурҡты. Ситлектән сыға алмай бит ул, ҡурҡма, тим, ул, минең ҡулдан һөйрәп, тиҙерәк китәйек, ти. Н. Мусин.
ПИТРАС (Р: обрядовая булка из остатка теста; И.: ritual roll; T.: geleneksel ekmek) и. диал.
Ҡалған ҡамырҙан бешерелгән йола икмәге. □ Обрядовая булка из остатка теста. ■ Бала ҡатып илаһа, питрас бешереп имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ПИТРАУ [рус. Петров] (Р: Петров день; И.: Feast of Saints Peter; T.: Aziz Peter Günü) и. дини.
(баш хәреф менән) Христиандарҙың дини байрамы. □ Петров день. Питрау байрамы. Питрау усағы. Питрау 12 июндә билдәләнә.
ПИЦЦА [рус. < ит. pizza] (Р: пицца; И.: pizza; T.: pizza) и.
Өҫтөнә ит, сыр, йәшелсә, бәшмәк киҫәктәре ҡушылған соус яғып бешерелгән кәлсә.
□ Пицца. Бәшмәкле пицца. Пицца бешереу.
■ Пиццаны 200 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ һәм өлөштәргә булеп табынға ҡуябыҙ. «Башҡортостан», 3 март 2012.
ПИЦЦЕРИЯ [рус. < мх. pizza] (Р: пиццерия; И.: pizzeria; T.: pizzaci) и.
Пицца һатыла торған бәләкәй ашхана.
□ Пиццерия. Пиццерияға барыу. Пиццериям тыуған көн уткәреу.
ПИШҠӘДӘМ [фарс. < ғәр.] (Р: выпускник медресе; И.: Moslem school leaver; T: pişkadem) и. иҫк.
Уҡыу курсын тамамлағандан һуң да мәҙрәсәлә ҡалған кеше. □ Выпускник медресе.
■ Һөйләр телгә оҫта, куҙ куреугә мөләйем, олпат ҡиәфәтле был кеше Еәбдессәләмдең маҡтаулы пишҡәдәме Абдулла мулла икән. Ғ. Ибраһимов. [Ахун:] Әйткәндәй, ул да [Йософ та I минең мәҙрәсәне уҙған шәкерт, яҡын иткән пишҡәдәмем. Ғ. Хөсәйенов.
ПИШНӘ [рус. пешня] (Р: пешня; И.: ice pick; T.: dağcı kazması) и. диал. ҡар. һөймән.
Туңған ер, боҙ аҡтара торған ағас һаплы, осло тимер ҡорал. □ Пешня. Пишнә менән мәке уйыу. Пишнә менән боҙ тишеу.
ПЛАВКИ [рус.] (Р: плавки; И.: swimming trunks; T.: mayo) и.
Һыу ингәндә, ҡояшта ҡыҙынғанда ир-ат кейә торған трусик. □ Плавки. Плавки кейеу. V Морат плавкиҙа ҡалғансы сисенде лә, һыу ярып, йылғаға төшөп китте. Р. Солтангәрә-ев. Хәйрулла ағаһы плавкиҙа ғына, биленә уратылған бауға шыбағас бәйләгән. Д. Бүләков.
ПЛАГИАТ [рус. < лах. plagio] (Р.: плагиат; И.: plagiarism; T: intihal) и.
1. Интеллектуаль байлыҡты үҙләштереү.
□ Плагиат.
2. Башҡа автор әҫәренең үҙләштерелеүе йәки үҙ хеҙмәтендә әҫәрҙе авторына һылтанмай ҡулланылыуы. □ Плагиат. Әҙәби плагиат. Плагиат булыу. ■ Плагиат авторҙың мутлығын иҫбат итеу өсөн, ғалимды, белгес булараҡ, судҡа саҡыралар. «Йәшлек», 18 декабрь 2008.
118