Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 119


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАН
ПЛАГИАТЛЫҠ (плагиатлығы) (Р.: плагиаторство; И.: plagiarism; T.: intihal) и.
Плагиат менән шөғөлләнеү, интеллектуаль ҡараҡлыҡ. □ Плагиаторство. Плагиатлыҡ менән шөғөлләнеү. ■ Һуңғы ваҡытта плагиатлыҡ бик көсәйҙе. Хатта иң талантлы тигәндәре лә шуға баҫып бара. «Башҡортостан», 29 ғинуар 2013. [Князев:] Плагиатлыҡ өсөн закон бар. Р. Солтангәрәев.
ПЛАГИАТСЫ (Р: плагиатор; И.: plagiarist; T.: aşırmacı) и.
Плагиат эшләгән йәки плагиат менән шөғөлләнгән кеше. □ Плагиатор. ■ Башлап яҙыусы Ф. Ф. плагиатсы булып сыҡты, ул кеше әҫәрен үҙенеке итеп баҫтырған. Ә. Әхмәт-Хужа.
ПЛАЗА [рус. < исп. plaza} (Р.: плаза; И.: plaza; T.: şehir meydanı) и.
1. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡала майҙаны.
□ Плаза. Плазала йыйылыу. Плазаға сығыу.
2. Ҡала майҙанында урынлашҡан ҙур супермаркет. □ Плаза (супермаркет). Плазала һатып алыу. Плаза ассортименты. Плаза бинаһы.
ПЛАЗМА [рус. < гр. plasma} (Р: плазма; И.: plasma; T.: plazma) и.
1. биол. Ҡандың шыйыҡ өлөшө. □ Плазма. / Плазматический. Яралғы плазмаһы. Плазма күҙәнәктәре. ■ Ҡан һәм лимфа функцияһын шыйыҡ фазанан (плазманан), гемоциттарҙан торған гемолимфа үтәй. «Башҡортостан», 14 апрель 2012.
2. махс. Тигеҙ концентрациялы ыңғай һәм кире зарядтары менән ионлашҡан газ.
□ Плазма. / Плазменный. Йондоҙ-ара плазма. ■ Бөйөк Британияның Сассекс университетынан бер төркөм ғалим беҙҙең планетаның ҡыҙыу плазма океанына әйлә-неүен фаразлай. «Йәшлек», 3 декабрь 2009.
3. һөйл. Плазмалы телевизор. □ Плазма. Плазманы стенаға беркетеү. Плазма ҡарау. Плазма һатып алыу.
ПЛАЗМАЛЫ (Р: плазменный; И.: plasma; T: plazmalı) и.
Ионлашҡан газда (плазмала) электр за-рядһыҙланыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ультрафиолет нурҙар тәьҫир итеүе һөҙөм-тәһендәге люминофор яҡтылығына нигеҙ
ләнгән монитор. □ Плазменный. Плазмалы телевизор. Плазмалы дисплей. ■ Методика бүлмәләренә инһәң, шаҡ ҡатырлыҡ: уларҙың һәр береһе плазмалы телевизорҙар, заманса электроника менән йыһазландырылған. «Башҡортостан», 17 февраль 2012.
ПЛАКАТ [рус. < лат. placatum} (Р: плакат; И.: placard; poster; T.: poster) и.
Белдереү, мәғлүмәт биреү маҡсатында халыҡ алдына эленә торған ҡыҫҡа текслы һүрәт. □ Плакат. / Плакатный. Сәйәси плакат. Һүрәтле плакат. Плакат элеү. Плакат оҫтаханаһы. Н Клубҡа сәхнә эшләнгән, эскәмйәләр ҡуйылған, стеналары лозунгылар, плакаттар, портреттар менән биҙәлгән. 3. Биишева. Тегендә-бында элеүле плакаттарҙың ситтәре йыртылып, йәлпелдәп тора. Б. Рафиҡов.
ПЛАКАТСЫ (Р: плакатист; И.: poster artist; T: poster yapan kimse) u.
Плакат эшләү менән шөғөлләнгән рәссам. □ Плакатист. Плакатсы-рәссам. ■ Улар [уҡыусылар] араһында ла пейзажсы, портретсы, графиксы, декоратор, плакатсы, карикатурасы кеүек, үҙҙәренә йүнәлеш алыусылар һәм үҙ йүнәлештәрен ҡыҙыу рәүештә яҡлаусылар күп ине. С. Агиш.
ПЛАН [рус. < лат. planum} (Р.: план; И.: plan, scheme; Т.: plan) и.
1. Айырым бер урындың, йорт-ҡорамал-дың, пропорциялары тулыһынса һаҡланған килеш масштабҡа һалынып, кесерәйтеп төшөрөлгән һыҙмаһы. □ План. Ҡала планы. Йорт планы. Стадион планы. ■ Яша, әрйәгә ултырып, урамдың планын һыҙғылай ҙа башланы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Билдәле бер йүнәлештәге эш сараларының алдан билдәләнгән тәртибе һәм күләме. □ План./Плановый. Өсйыллыҡплан. Айлыҡ план. Уҡыу планы. Эш планы. Пландан тыш. План бүлеге. ■ [Сәлих:] Техникумдың уҡыу планында быйыл бик ҙур үҙгәрештәр бар. С. Агиш. Айлыҡ, йыллыҡ пландар үтәлмәһә, Козин үҙенә ҡараштың тиҫкәре яҡҡа үҙгәрәсәген ныҡ белә, шунан ҡурҡа ине. Н. Мусин. [Юлдыбай:] Колхоздарҙы бөтә йыл буйынса иген ҡорамалдары менән
119