ПЛАНЕРИЗМ
тәьмин итеу тураһында йыллыҡ план ҡарала. Һ. Дәүләтшина.
3. Ниндәйҙер эш буйынса алдан ҡоролған уй-ниәт. □ План. / Плановый. План ҡороу. План төҙөу. ■ План буйынса, операцияны Ағиҙел аша паромда йөҙөп сыҡҡан, артиллерия менән көсәйтелгән махсус Өфө отряды башлап ебәрәсәк. Р. Байымов. Үҙенең яцы пландары менән ярһыған Хаммат уның [Иштуғандың] тауышындағы бошонҡолоҡ өнөн абайламаны. 3. Биишева.
4. Яҙа йәки һөйләй торған нәмәнең эҙмә-эҙлелеген билдәләгән тәртип. □ План. Инша планы. Дәрес планын яҙыу. ■ Саяф уҙенең һөйләу планын онотто. С. Агиш. Ул [Ринат].. иртәгәге дәрестәргә план төҙөп ултырғанда бөгөнгө ғәҙәттән тыш ваҡиға хаҡында ҡат-ҡат уйланды. Р. Байбулатов.
5. Нимәнеңдер тамашасыға ҡарата биләгән урыны. □ План. Алғы план. Артҡы планда булыу. Н Һул ҡулда, алғы планда, йоҡо булмәһенә инә торған ишек. Н. Асанбаев. Алғы планда, ҡара соҡор ярында, бер ҡыҙ аҡ таш өҫтөндә лира уйнап ултыра. А. Карнай.
6. кусм. Ниҙеңдер әһәмиәте, мөһимлеге йәһәтенән тотҡан урыны. □ План. Тәуге планда булыу. ■ Бөгөнгө көндә иҡтисад, халыҡтың йәшәу шарттарын, көнкурешен яҡшыртыу мәсьәләләре беренсе планда тора. Ә. Әминев. Куптәр намыҫ тигән нәмәне алғы планға ҡуйып эшләһәләр, арала көн уҙһын, сабата туҙһын тип йөрөуселәр ҙә бар. И. Ғиззәтуллин.
7. Нимәнеңдер ғәмәлләшеү әлкәһе. □ План. Төрлө планда өйрәнеу. ■ Халыҡ хикәйәләренең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен, тарихи ерлеген киңерәк планда тикшереу — шулай уҡ мөһим бурыстарҙың береһе. Ф. Нәҙершина. Диалекттарҙың һәр береһе махсус рәуештә монографик планда тикшерелде. Р. Шәкүр. Ул [М. Өмөтбаев] кешенең психологияһына бәйле хис-тойғоларҙы философик планда асып бирергә .. ынтыла. Ғ. Ҡунафин.
8. Ниҙелер күҙәтеү, тикшереү ысулы. □ План. Мәсьәләне теоретик планда сығарыу. Статик планда өйрәнеу. ■ Ижади стиль поэтикаһы хаҡында уйланып,
аҙаҡ уны «Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы» китабының беренсе киҫәгендә тарихи һәм теоретик планда, башҡорт әҙәбиәте миҫалында нигеҙләргә тырыштым. Ғ. Хөсәйенов.
ПЛАНЕРИЗМ [рус.] (Р: планеризм; И.: gliding; T.: planörcülük) и. авиа., спорт.
1. Планёр менән идара итеүҙең теорияһы һәм практикаһы. □ Планеризм. Планеризм нигеҙҙәре. Планеризм тарихы.
2. Планёрҙа осоу оҫталығы. □ Планеризм. Планеризм менән шөғөлләнеу. Рәсәйҙә планеризм.
ПЛАНЕТА [рус. < vp. planetes] (Р: планета; И.: planet; T.: gezegen) и.
1. Ҡояш йәки башҡа шундай йондоҙ тирәләй әйләнеп, унан сағылған яҡтылыҡ менән яҡтырған ҙур күк есеме. □ Планета. / Планетный. Эре планеталар. Яҡын планета. Планеталар хәрәкәте. Планеталар системаһы. Ер төркөмө планеталары.
■ Йыһанда уҙенән дә яҡшыраҡ йөҙлө планетаның булыуын теләмәгән Ҡояш та хатта бынан [Айҙан] көнләшә. 3. Биишева. [Командир:] Тәки был Макийвчук башҡа планеталар менән хәбәрләшергә самалай. И. Абдуллин.
2. Ер шары. □ Планета. ■ Хәҙерге ваҡытта планетала кеше башына 3 гектар ҡоро ер тура килә. Р. Солтангәрәев. Залда исемдәре бөтә планетаға таралған журналистар, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар, төрлө милләт вәкилдәре төрлө телдәрҙә танышалар, һөйләшәләр, көлөшәләр. Ф. Әсәнов.
ПЛАНЕТА-АРА (Р: межпланетный; И.: interplanetary; T.: gezegenlerarası) с.
Планеталар араһында хәрәкәт итә торған. □ Межпланетный. Планета-ара осоу.
■ Планета-ара осоштар, Айға сәйәхәт йәки сит планеталарҙан ергә төшөп һуғыш асыу тураһындағы фантастик романдар XIX быуат урталарынан уҡ билдәле. «Башҡортостан», 21 ноябрь 2012.
ПЛАНЕТАР (Р: планетарный; И.: planetary; T.: genel) с.
Тулайым, дөйөм, бөтәһен дә үҙ эсенә алған. □ Планетарный. Планетар тикшереу. Планетар фекерләу.
120