Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 121


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАНЛАШТЫРЫУ
ПЛАНЕТАРИЙ [рус. < лат. planetarium} (Р.: планетарий; И.: planetarium; T.: plane-taryum) и. астр.
1. Көмбәҙ кеүек экранда йондоҙло күк йөҙөн, Ҡояш, Ай, планеталар һәм башҡа күк есемдәренең хәрәкәтен күрһәтә торған аппарат. □ Планетарий. Планетарийҙан ҡарау. Кометаны планетарий аша күҙәтеү.
2. Астрономия, космонавтика һәм Ер тураһындағы фәндәр буйынса популяр лекциялар ойошторған ғилми-ағартыу учреждениеһы һәм ул урынлашҡан бина.
□ Планетарий. Өфө планетарийы. ■ Ринат ҡурҡышынан планетарий яғына тороп йүгергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов. Хәрби дан музейы, Башҡортостандың Милли музейы, планетарий ҡыҙ һәм малайҙарҙа бай тәьҫорат уятҡан. «Башҡортостан», 9 июнь 2012.
ПЛАНЁР [рус. < фр. planeur < лат. planum} (Р: планёр; И.: glider; T.: planör) и.
Моторһыҙ оса торған ҡанатлы аппарат.
□ Планер, планер. / Планёрный, планерный. Йоҡ планёры. Спорт планёры. Планёр спорты. ■ [Соловьёв] планёр кеүек ултырта алһа, самолёт бер аҙ ваҡытҡа өҫкә ҡалҡып сығыр, тип уйлағайны. А. Мағазов.
ПЛАНЁРКА [рус.] (Р: планёрка; И.: kind of meeting; T.: toplantı) и. һөйл.
Ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа оператив кәңәшмә. □ Планёрка. Планёрка үткәреү. ■ Директор оперативка, планёр-каларҙы оҙаҡҡа һуҙмай, юҡ-бар мәсьәлә буйынса бәхәс ойоштормай ине. М. Ғиләжев. Планёркала һүҙ әлеге урылмаған ҡарабойҙайҙан башланды. Ш. Янбаев.
ПЛАНЁРСЫ (Р: планерист; И.: gliderpilot; T.: planörcü) и.
Планёр менән осҡан кеше. □ Планерист. Йәш планёрсы. Планёрсылар ярышы.
ПЛАНИРОВКА [рус.] (Р: планировка; И.: planning; T.: plânlama) и. ҡар. планлаштырыу.
Берәй нәмәнең төрлө өлөштәрен үҙ-ара урынлаштырыу тәртибе. □ Планировка. / Планировочный. Парк планировкаһы. Планировка эштәре. ■ Хаттарҙың һигеҙ проценты иһә башҡа мәсьәләләргә, шул иҫәптән
торлаҡтың планировкаһын үҙгәртеүгә ҡағыла. «Башҡортостан», 15 ғинуар 2013.
ПЛАНКА [рус. < лат. planca} (Р: планка; И.: plank; T.: levha) и.
1. Йышып шымартылған тар таҡта йәки металл пластинка. □ Планка. Тимер планка. Тәҙрә рамының планкаһы. ■ [Вафил Васильевич — балта оҫтаһына:] Шул тишек тәңгәленә планка ҡағып ҡуйыр инең, исмаһам. Н. Мусин. Ҡыҙыл ситле табутта күкрәгенә орден планкаһы тағылған йәшкелт костюм кейеп ятҡан ябыҡ йөҙлө кешене күреүгә, Венера ханым, ниндәйҙер йомшаҡ ҡамырға әүерелеп, бүҫелде лә төштө. М. Садиҡова.
2. спорт. Спорт снаряды өлөшө: йүгергәндә, һикергәндә ырғып сығыу өсөн ҡуйылған кәртә. □ Планка. Планка аша һикереү. Планка ҡуйыу. ■ Үҙенең Бэр ҡушаматлы айғырына атланып, ул [Ғариф Макаев] Мәскәү ипподромында ике метрлы планканы аша һикерә. Р. Өмөтбаев.
3. Күлдәктең юғары өлөшө, иҙеү. □ Планка. Күлдәк планкаһы.
ПЛАНКТОН [рус. < гр. planktos} (Р: планктон; И.: plankton; T.: plankton) и. биол.
Һыу ҡатламдарында йәшәп, һыу ағымы менән күсеп йөрөгән үҫемлектәр һәм тереклек организмдары. □ Планктон. / Планктонный. Йылға планктоны. Күл планктоны. Планктон ылымыҡтары.
ПЛАНЛАШТЫРЫЛЫУ (планлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. планлаштырыу, страд, от планлаштырыу. Планлаштырылған өмә. Яҙға планлаштырылған эштәр. ■ Объекттар планлаштырыла, ә төҙөү өсөн кәрәкле материалдар етерлек түгел. Ғ. Хисамов. Киләһе яҙ уға [баҫыуға] бойҙай сәсеу планлаштырылған. Н. Мусин.
ПЛАНЛАШТЫРЫУ (планлаштыр-) (Р: планировать; И.: plan; T.: plânlaştırmak) ҡ.
1. Төҙөлә торған йорт, ҡорамал кеүек нәмәнең планын йә проектын эшләү. □ Планировать. // Планирование, планировка. Яңы мәҙәниәт һарайы планлаштырыу. Мәктәп планлаштырыу. ■ ГРЭС-ты яңылыш планлаштырғандар, бында сыҡҡан нефтте яғырға иҫәп тотоп, хаталанғандар. Ш. Янбаев.
121