Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 122


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАНЛЫ
2. Билдәле бер йүнәлештәге эш сараларын һәм эш күләмен билдәләү. □ Планировать. // Планирование, планировка. Ураҡ эштәрен планлаштырыу. Төҙөлөштө планлаштырыу. Планлаштырыу эштәре. ■ Иген ул колхоздың абруйын да арттыра, киләсәкте планлаштырыуға ҡыйыуыраҡ тотонорға ла мөмкинлек бирә. Б. Рафиҡов. [Закирйән — Сабираға:] Сәсергә планлаштырғанда уҡ ой башына һалып иҫәпләйҙәр бит. Р. Низамов. Тормош иһә үҙенсә планлаштырҙы. М. Ғиләжев.
3. Билдәле бер яҙманың йәки телмәрҙең тәртибен, барышын билдәләү. □ Планировать. // Планирование, планировка. Йыйылыштағы сығышты планлаштырыу. Телмәрҙе планлаштырыу.
ПЛАНЛЫ I (Р: плановый; И.: systematic; planned; T.: plânlı) с.
1. Планда ҡаралған. П Плановый. Планлы эш башҡарыу. Н Бригада ҙур булғас, көндәлек планлы эштәрҙән тыш, һәр төрлө мәшәҡәттәре лә аяҡ аҫтынан тигәндәй сығып ҡына тора. Р. Низамов. Планлы ремонт эштәре башланыу сәбәпле, ҡалала бер нисә йортта электр уты ваҡытлыса һүндереләсәк. «Башҡортостан», 16 апрель 2013.
2. Билдәле бер планға мөнәсәбәтле. □ Плановый. Планлы төҙөлөш. Планлы хужалыҡ.
ПЛАНЛЫ II (Р: планово; И.: after a plan; T.: plânlı)/?.
Алдан төҙөлгән план буйынса. □ Планово. Аҡсаны планлы бүлеү. М Урман киҫеү планлы алып барылған кеүек, түбәндәге предприятиеларҙа, мәҫәлән, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатында, ағас шулай уҡ ваҡытында кәрәк. Д. Бүләков. Республика башлығы, хәлдең ҡатмарлығын агҫлап, мөһим эште планлы рәүештә яңы йылдан уҡ башлау яғында. «Башҡортостан», 5 ғинуар 2013.
ПЛАНЛЫЛЫҠ (планлылығы) (Р: плановость; И.: planned character; T.: plânlılık) и.
Планға нигеҙләнгән булыу. □ Плановость. Хужалыҡтың планлылығы. М Шул көндәрҙә үткәрелгән механик цех эшселәренең митингыһы .. мастерскойҙың эшендә ныҡлы
планлылыҡ булдырырға тигән ҡарар сығарҙы. А. Карнай.
ПЛАНОВИК (плановигы) [рус.] (Р: плановик; И.: planner; T.: plân yapan kimse) и.
Эш пландары төҙөү әлкәһендә эшләгән белгес. □ Плановик. Плановик булып эшләү. ■ [Ямниха:] Василий Иванович, һеҙ әллә бухгалтер, плановиктар урынына ла үҙегеҙ иҫәпләйһегеҙ инде? Н. Мусин. Төҙөлөш начальнигы идаралығы барлыҡ белгестәрҙе: экономистарҙы, плановиктарҙы, инженер-техниктарҙы, бухгалтерҙарҙы .. йәлеп иткәйне. Ш. Янбаев.
ПЛАН-ПРОСПЕКТ [рус] (Р: план проспект; И.: layout; T.: plân) и.
Баҫма бүлектәренең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе бирелгән план. □ План-проспект. Баҫманың план-проспекты. Диссертацияның план-проспекты. Китаптың план-проспектын төҙөү.
ПЛАНТАТОР [рус.] (Р: плантатор; И.: planter; T.: çiftçi) и.
Плантация (1) хужаһы. □ Плантатор. / Плантаторский. Плантатор биләмәләре. Плантатор капиталдары.
ПЛАНТАЦИЯ [рус. < лат. plantare] (Р: плантация; И.: plantation; T.: büyük çiftlik) и.
1. Ниндәйҙер махсус үҫемлек үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡ. □ Плантация. / Плантационный. Плантация хужалығы. Плантацияла эшләү. Плантация эшсеһе. М Был һыулы ялан дөгө совхозының плантацияһы ине. Ә. Вәли.
2. Ниндәйҙер үҫемлек сәселгән ҙур майҙан. □ Плантация. / Плантационный. Сәй плантацияһы. Тәмәке плантацияһы. Банан плантацияһы. ■ Кукуруз плантацияһында Әлфиә менән Сабит ҡына тороп ҡалды. Ф. Әсәнов. Кунаҡтар виноград плантацияһында оҙаҡ ҡына булдылар. Р. Низамов.
ПЛАНШЕТ [рус. < фр. planchette] (Р: планшет; И.: plane-table; T.: haritalık) и.
1. Карта һалып йөрөү өсөн тышы үтә күренмәле йоҡа сумка. □ Планшет. / Планшетный. Картаны планшетта йөрөтөү. Планшеттан алыу. Н Полк штабы начальнигы планшетынан сығарған ҡағыҙға ашыҡ-бошоҡ ниҙер яҙҙы. Я. Хамматов. Күсимов,
122