Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 123


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАСТИК МАССА
уҙенең ялтырап торған һары планшетынан алып, Будённый ҡул ҡуйған ҡағыҙҙы һуҙҙы. Р. Өмөтбаев.
2. геод. Ерҙең планын төшөрөү өсөн ҡағыҙ йәбештереп яһалған таҡта. □ Планшет. / Планшетный. Планшет таҡтаһы. ■ [Василий Раяны]тәуҙә планшетҡа йәбештерелгән ватманға тушь менән тигеҙ, тура һыҙыҡтар һыҙырға, мөйөштәр, туңәрәктәр һыҙырға өйрәтә. И. Абдуллин. Капитан тәуҙә сикәләрен ыуғылап торҙо ла, башын устары эсенә алып, алдында ятҡан планшетына ҡуҙ текәп, тынып ҡалды. X. Ғиләжев.
3. геод. Планға һыҙылған геодезик күсермә. □ Планшет. / Планшетный. Диңгеҙ төбөнөң планшеты. Йылғаны планшетҡа төшө-рөу.
4. инф. Сенсор экранлы ноутбук төрө. □ Планшет. / Планшетный. Планшет компьютер. ■ Компьютерҙар, кеҫә телефондары, затлы планшеттар тормошобоҙҙо биләнеләинде. «Башҡортостан», 1 март2013.
ПЛАСТИК I (пластигы) [рус. < гр. plastos] (Р: пластик; И.: plastic; T.: plastik) и.
Йылытҡанда кәрәкле формаға еңел килеп, аҙаҡ шул форманы тотороҡло һаҡлай торған яһалма йәки тәбиғи полимер материал. □ Пластик. / Пластиковый. Төҫлө пластик. Пластик менән ябыу. Пластик тәҙрә. И Полиэтилен, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, пакеттар, пластик тараны яндырырға ярамай. «Башҡортостан», 3 май 2013. Пластик һауыт-һабаны йыуып тороу юҡ, бер тотоноп ҡына ырғыта ла ҡуялар. Г. Ситдиҡова.
ПЛАСТИК II (Р: пластичный; И.: made of plastic; T.: plastik) c.
1. Пластикаға (1,2) мөнәсәбәтле. □ Пластичный. ■ Повеста образлы, пластик тасуирлау өҫтөнлөк итә. М. Минһажетдинов.
2. Күркәм, нәфис һәм ритмик хәрәкәт сәнғәтенә бәйле итеп башҡарылған; күркәм, нәфис. □ Пластичный. Пластик хәрәкәттәр. Пластик бейеу. ■ Диуана — саф, камил, бер гонаһһыҙ кеше. Был сәхнәлә йомшаҡ, пластик хәрәкәттәр аша курһәтелә. «Йәшлек», 22 май 2013.
3. мед. Пластикаға (4) мөнәсәбәтле. □ Пластический. Пластик хирургия. Пластик операция эшләтеу. И «Аллоплант» Бөтә Рәсәй куҙ һәм пластик хирургия микро-хирургтары 2008 йылда планлаштырған барлыҡ эштәрен тормошҡа ашырған. «Йәшлек», 3 март 2009.
ПЛАСТИКА [рус. < гр. plastike] (Р: пластика; И.: the plastic arts; T.: plastik sanat) u.
1. сәнғ. һынлы һүрәт яһау сәнғәте; скульптура. □ Пластика. / Пластический. Статуяның пластикаһы. ■ Бөтөнләй башҡа пластика, ҡылҡәләмдең эҙҙәре беленгән кеуек, әйтерһең, рәссам һыҙмаған, буямаған, буяуҙарҙы төрткән. 3. Ураҡсин.
2. Кәүҙәләндерә торған есемдең, нәмәнең бөтә яҡтан килешлеге, төҙөклөгө. □ Пластика. / Пластический.
3. сәнғ. Хәрәкәттәрҙең үҙ-ара берҙәмлеге, самаға ярашлығы, уларҙың бөтә яҡтан килешлеге; һығылмалылыҡ. □ Пластика. / Пластический. Хәрәкәт пластикаһы. Пластика мәктәбе. Көнсығыш бейеуҙәре пластикаһы.
4. мед. Айырым тән өлөштәрен йәки ағзаларҙы шылдырып, туҡымаларын күсереп йәки уларҙы алмаштырған материалдарҙы индереп, формаһын һәм эшсәнлеген тергеҙеү буйынса хирургик ысулдарҙың дөйөм атамаһы. □ Пластика. / Пластический. Һөйәк пластикаһы. Бит пластикаһы. Пластика эшләтеу.
ПЛАСТИКАТ [рус.] (Р.: пластикат; И.: kind of plastic; T.: plastik türü) u.
Пластик массаның һығылмалы төрө (изоляция өсөн ҡулланыла). □ Пластикат. / Пластикатный, пластикатовый. Пластикат тоҡ. Пластикат банка. Кабель пластикаттары.
ПЛАСТИК МАССА (Р.: пластическая масса; И.: plastic (material); T.: plastik) и.
Йылытҡанда кәрәкле формаға еңел килеп, шул формала тотороҡло торған яһалма йәки тәбиғи полимер материал. □ Пластическая масса. ■ [Пәуфәл] фенолды ғәжәп гербицидтар етештереуҙә, пластик массалар яһауҙа ҡулланалар һәм нефттән машина майҙары айырып алғанда иреткес сифатында файҙаланалар, ти. Ә. Байрамов.
123