ПЛАСТИЛИН
ПЛАСТИЛИН [рус. < ит. plastilina < гр. plastos} (Р.: пластилин; И.: plasticine; Т.: plastisin) и.
Балсыҡ, балауыҙ, май ҡатнаштырып, ҡатмай торған итеп эшләнгән, әүәләп, уҡмаштырып нимәлер яһау өсөн ҡулланылған пластик масса. □ Пластилин. / Пластилиновый. Пластилиндан эт эшләү. Пластилин уйынсыҡ. Пластилиндан йәнһүрәт. ■ Мин, бәләкәс бала шикелле, пластилиндан төрлө фигуралар яһап маташам. 3. Биишева. Ул [Салауат] кәбәктәрен аҫҡа ҡаратып эленгән мылтыҡ янына килде, ике кәбәктең дә ауыҙын тултырғансы пластилин һылап ҡуйҙы. Й. Солтанов.
ПЛАСТИНКА [рус.] (Р: пластинка; И.: plate; T.: plaka) и.
1. Ҡаты матдәнән эшләнгән йоҡа яҫы металл, быяла һ. б. киҫәге. □ Пластинка. Тимер пластинка. Быяла пластинка. М Азаматов тоташтырып нығытыу өсөн болттар аҫтына ҡуйыла торған тимер пластинкалар ҡарарға тотондо. Ә. Вәли. Ул [Байназар] .. үлсәгес пластинкаһын һуҙҙы ла, соҡорҙан соҡорға йөрөп, ағас төптәрен үлсәй башланы. Т. Килмөхәмәтов.
2. му з. Уйнатыу өсөн тауыш яҙылған йоҡа диск; көйтабаҡ. □ Пластинка. Граммофон пластинкаһы. Винил пластинка. Йырҙарҙы пластинкаға яҙҙырыу. ■ Шул саҡ Рифат мөйөштә торған радиолаға пластинка һалып, уны бар көсөнә шәбәйтеп ебәрҙе. Р. Байбулатов. [Кәбир:] Беҙ, күрше-тирә яҡтың ҡолағын тондороп, урам яңғыратып сәғәттәр буйы пластинка әйләндерәбеҙ.
3. Биишева. [Хәсән] почта аша башҡорт йырҙары яҙылған пластинкалар, башҡорт сәнғәте хаҡында китаптар алдырҙы. Б. Рафиҡов.
3. Фотоға төшөрөү өсөн яҡтылыҡҡа һиҙгер ҡатлауы булған быяла. □ Пластинка. Фотоаппарат пластинкаһы. Пластинканы асығайтыу. Пластинка ҡуйыу.
ПЛАСТМАССА [рус. пластическая масса} (Р: пластмасса; И.: plastic; T.: plastik) и.
Йылытҡанда кәрәкле формаға еңел килеп, һуңынан шул форманы һаҡлай алған полимер; пластик масса. □ Пластмасса. /
Пластмассовый. Пластмасса етештереү. Пластмасса тараҡ. Пластмасса һауыт. ■ [Байназаров һәм Сарышев] пластмасса стакандағы сәйҙе тауыш-тынһыҙ ғына һемерҙеләр. Ш. Янбаев. Улар [Зиннәтулла менән Асия] биҙәкле оҙонса быяла бокалдағы татлы эсемлекте пластмасса көпшә аша әкрен генә һурып, һөйләшеп ултырҙылар. М. Садиҡова.
ПЛАСТУН [рус. пласт} (Р: пластун; И.: scout; T.: izci) и.
XIX—XX быуат урталарында Ҡара диңгеҙ, Кубань ғәскәрендә махсус командала һаҡ, разведка хеҙмәте алып барған йәйәүле казак. □ Пластун. Пластундар подразделениеһы. Пластундар алған әсир.
ПЛАСТУНСА (Р: по-пластунски; И.: on one’s stomach; T.: konumunda) p.
Тәнде ерҙән айырмай ғына терһәктәргә таянып. □ По-пластунски. Пластунса шыуышыу.
ПЛАСТЫРЬ [рус. < лат. plastrum < гр. emplastron} (Р.: пластырь; И.: plaster; Т.: plaster) и. мед.
Яраға йәки шешкән урынға йәбештерелә торған дарыулы туҡыма. □ Пластырь, һөйәл пластыры. Боросло пластырь. ■ Врач Антонина Ивановна, яра өҫтөнә йәбештерелгән пластырҙы алып, пуля тишкән урындың тирә-яғын баҫҡылап ҡараны. И. Ғиззәтуллин. [Володя] Субботиндың яра тигән нәмәһе уның ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырлыҡ булмағас, пластырь менән генә йәбештерҙе. X. Ғиләжев.
ПЛАТАН [рус. < гр. platanos} (Р: платан; И.: plane tree; T.: çınar) и. бот.
Йәшкелт-һоро ҡайырлы, яҫы киртләс япраҡлы бик ҙур көньяҡ ағасы; чинар. □ Платан. / Платановый (лат. Platanus). Америка платаны. Европа платаны. Платан япрағы. ■ Уралымда инде ҡара көҙҙөр, ер өшөйҙөр, ҡарҙы һағынып, бында [Кавказда] пла-тандарҙың түбәһенә тик һары ел үткән ҡағылып. М. Кәрим.
ПЛАТИНА [рус. < исп. platina} (Р: платина; И.: platinum; T.: platin) и. хим. ҡар. ағалтын.
124