Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 125


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАЦДАРМ
Химик элемент, бик еңел сүкелә һәм һыҙыла торған һорғолт аҡ төҫтәге аҫыл металл (электр һәм радиотехникала, ювелир эшендә һ. б. ҡулланыла). □ Платина. / Платиновый. Платинанан балдаҡ. ■ Ул [Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты] .. ҙур булмаған миҡдарҙа баҡыр, алтын, көмөш, платина һәм башҡа металл таба. «Башҡортостан», 1 февраль 2013.
ПЛАТФОРМА [рус. < фр. plate-forme} (Р.: платформа; И.: platform; Т.: platform) и.
1. Ҡаты материалдан эшләнгән тигеҙ ҡалҡыу майҙансыҡ. □ Платформа. Таш платформа. Тейәу платформаһы. ■ Платформаларҙы ҡороп ултыртҡансы, Нурияз -дан Шириязданович мастерскойҙан сыҡманы. Ә. Вәли. Исламов килеп еткәндә, ураҡсылар Өлфәтте платформа аҫтынан сығарып, ҡамыл өҫтөнә һалғайнылар инде. Ғ. Лоҡманов.
2. Станциялағы тимер юлды буйлатып эшләнгән ҡалҡыу майҙан. □ Платформа. Станция платформаһы. Поезд платформа янында туҡтай. ■ Ташкент яғына поезд килеп туҡтау менән, халыҡ платформаға килеп тығылды. Б. Ишемғол. Поезд тамам туҡтағас, ул [Сажидә], ҡара бөҙрә сәстәрен елпелдәтеп, платформаға төштө. Н. Мусин.
3. Бәләкәй тимер юл станцияһы. □ Платформа. Платформала тошөу. Платформала ултырыу. Платформала туҡтау.
4. Тәпәшәк ситле асыҡ йөк вагоны.
□ Платформа. Йөк платформаһы. Автомо-билдәрҙе платформаға тейәу. ■ Танкылар тейәлгән платформалар составын паровоз көнбайышҡа алып саба. Ғ. Аллаяров. Танкылар тейәлгән платформалар янына тиҫтәләгән бомба төшһәлә, тура тейеу булманы. И. Ғиззәтуллин.
5. сәйәси. Ниндәйҙер фирҡә, төркөм, йәмәғәт ойошмаһының эш итеү программаһы, ҡараштар, сәйәси талаптар системаһы.
□ Платформа. Фирҡә платформаһы. Сәйәси платформа. ■ Йәренгә булаһы яҙыусылар съезына бөтөн ижади көстәр, бер табандан атлап, берҙәм платформа менән барырға тейеш. Ә. Хәкимов. Дәуләт Думаһына
депутаттар һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау алдынан иғлан ителгән платформаларҙы, вәғәҙәләрҙе иҫкә төшөрөу мөһим. «Башҡортостан», 21 сентябрь 2012.
6. геол. Сағыштырмаса тыныс тектоник режим менән характерланған континенталь ер ҡатламының ҙур өлөшө. □ Платформа. Платформа төҙөлөшө. Платформа куләме. Боронғо платформалар.
7. Аяҡ кейеменең ҡалын табаны. □ Платформа. Платформа кейеу. Туфлиҙың платформаһы.
ПЛАФОН [рус. < фр. plafond] (Р.: плафон; И.: shade; T: plafonyer) и.
1. Аҫылмалы электр лампаһы абажуры. □ Плафон. Гәлсәр плафон. Быяла плафон. ■ Куҙ алдынан таныш йөҙҙәр, тәҙрә рамдары, плафондар кинолағылай ағылды. А. Мағазов. Сылтырап плафон ватылды. Й. Солтанов.
2. архит. Скульптура менән биҙәлгән түбә. □ Плафон.
ПЛАЦ [рус. < нем. Platz] (Р.: плац; И.: parade-ground; T.: meydan) и. хәрби.
Хәрби күнекмәләр һәм парад майҙаны. □ Плац. Плацта теҙелеу. ■ Плацта «осоу юлынан йәйәуләп» тип аталған махсус ку-некмә бара. А. Мағазов. Полковник, башҡорт егетенең тилберлегенә һоҡланып, плацтың аллеялары буйлап ултыртылған ағастар араһында туҡталып ҡалды. И. Ғиззәтуллин.
ПЛАЦДАРМ [рус. < фр. place d'armes] (Р: плацдарм; И.: bridgehead; T.: köprübaşı) и. хәрби.
1. Хәрби операция әҙерләнә һәм башҡарыла торған урын. □ Плацдарм. Плацдармды алыу. Плацдармда нығыныу. ■ Урман ситендә плацдарм йәйелде. Я. Хамматов. Иртәнсәк дошман ошо йунәлештә йәнә хәрәкәт итәсәк, плацдармды киңәйтергә тырышасаҡ.
3. Ураҡсин. Баҫып алынған плацдармды артабан киңәйтеу маҡсатында дивизияның бөтә полктары ла дошманға ҡаршы һөжумгә кусә. Р. Өмөтбаев.
2. Күрше илгә һөжүм итер өсөн ғәскәр тупларлыҡ ер. □ Плацдарм. Плацдарм әҙер-ләу.
125