Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 126


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛАЦЕНТА
ПЛАЦЕНТА [рус. < лат. placenta] (Р.: плацента; И.: placenta; T.: plasenta) и. мед. ҡар. һуңғылыҡ.
1. Бала яҫтығы. □ Плацента. Ун ике аҙна аҙағына плацента өлгөрөп етә.
2. Мал ҡарынындағы быҙау, бәрәс ятҡылығы, сыу. □ Плацента. Һыйыр плацентаһы.
ПЛАЦКАРТ [рус. плацкарта < нем. Platz-Karte] (Р.: плацкарта; И.: reserved seat ticket; berth; T.: rezerve koltuklar) и.
1. Билетҡа ҡушып, вагондағы урынды билдәләү өсөн бирелә торған квитанция йәки өҫтәмә билет. □ Плацкарта. Билетты плацкарт менән алыу. Плацкарт өсөн ту-ләу. ■ [Катындар] ни аралалыр ике яҡлап өс-дурт плацкартты биләп, ҙур-ҙур төргәктәрен, сумкаларын, тоҡтарын бер булемгә өйөп тә ҡуйғандар. С. Шәрипов. Башҡа ҡалаларға, ауылдарға барыу өсөн ҡала управаһы махсус плацкарт бирә. И. Абдуллин.
2. Пассажирҙар өсөн йоҡлау урыны булған, бүлектәре асыҡ вагон. □ Плацкарт. / Плацкартный. Плацкартта ҡайтыу.
ПЛАЦКАРТЛЫ (Р: плацкартный; И.: reserved; T.: yerleri numaralı) с.
1. Плацкарт буйынса урыны билдәле.
□ Плацкартный. Плацкартлы билет алыу.
2. Плацкарт буйынса бирелә торған.
□ Плацкартный. Плацкартлы вагонға ултырыу. Плацкартлы урын. ■ Леспромхоз туристары .. бронь һалынған илле урын плацкартлы вагон янына килеп теҙелде. «Ағиҙел», № 8, 2011.
ПЛАЩ [рус.] (Р: плащ; И.: makintosh; water-coat; raincoat; T.: pardösü) и.
Ямғыр үткәрмәй торған еңел пальто.
□ Плащ. / Плащевой. Ҡатын-ҡыҙ плащы. Плащ кейеу. Плащ материалы. ■ Көслө иҫкән ел асыу менән плащ сабыуҙарын тартҡыланы. Ә. Байрамов. Рәзилә плащын систе лә сәйгә алып барып элде. Н. Мусин.
ПЛАЩ-ПАЛАТКА [рус.] (Р: плащ-палатка; И.: waterproof cape, waterproof capetent; T.: su geçirmez giysi) u.
Плащ итеп кейеп тә, палатка итеп тә булған ямғыр үткәрмәй торған еңһеҙ кейем.
□ Плащ-палатка. Плащ-палатка ябыныу.
Плащ-палатка тегеу. ■ Старшина, Әлфиә-нец котомкаһын алып, ике плащ-палатка менән айырылып ҡуйылған булмәгә алып китте. И. Абдуллин. Недосеко, урынынан тороп, плащ-палаткаһын яурынына һалды. Н. Мусин. Дивизия штабыныц плащ-палатка менән ҡапланыулы ишеге аша уҙып, Шайморатов блиндажға инде. Я. Хамматов.
ПЛЕБЕЙ [рус. < лат. p/e/jeyks] (Р: плебей; И.: plebeian; T.: plep) и.
1. тар. Боронғо Римдағы иң түбән ҡатлам вәкиле. □ Плебей. / Плебейский. Рим плебейҙары. Плебейҙар баш кутәреуе.
2. Түбән ҡатлам кешеһе. □ Плебей. / Плебейский.
3. һөйл. Наҙан, интеллекты түбән булған кешеләргә ҡарата. □ Плебей. Плебей төркөмө.
ПЛЕБИСЦИТ [рус. < nw.plebiscitum] (Р: плебисцит; И.: plebescite; T.: plebisit) и.
1. тар. Боронғо Римда плебейҙар йыйылышында ҡабул ителә торған ҡарар. □ Плебисцит. Плебисцит ҡабул итеу. Йыйылыш плебисциты. Плебисцит сығарыу.
2. Мөһим дәүләт мәсьәләһен хәл итеү өсөн үткәрелгән бөтә халыҡ тауышын йыйыу сараһы, референдум. □ Плебисцит. Плебисцит уткәреу. Плебисцит һөҙөмтәләре.
ПЛЕВРА [рус. < vp. pleura] (Р: плевра; И.: pleura; T.: plevra) и. анат.
Үпкәне һәм күкрәк ситлеген ҡаплаған яры. □ Плевра. / Плевральный. Үпкә плевраһы. Диафрагма плевраһы. Плевра ҡыуышлығы.
ПЛЕВРИТ [рус.] (Р: плеврит; И.: pleurisy; T.: plevrit) и.
Үпкә ауырыуҙары арҡаһында плевраның шешеүе. □ Плеврит. / Плевритный. Эренле плеврит. Ике яҡлы плеврит. Туберкулёз плевриты.
ПЛЕД [рус. < ингл. plaid] (Р: плед; И.: plaid; T.: İskoç şah) и.
1. Шаҡмаҡлы тығыҙ йөн туҡыманан яһалған шәл, япма. □ Плед. Шаҡмаҡ плед. Плед ябыныу. Пледҡа ураныу.
2. Шотландтарҙың шаҡмаҡлы йөн туҡыманан яһалған милли кейеме. □ Плед. Плед тегеу. Байрамға плед кейеп сығыу.
126