ПЛЕОНАЗМ
ПЛЕЕР [рус. < ингл. player} (Р.: плеер; И.: player; Т.: player) и.
Аудио-, видеояҙмаларҙы уйната торған ҡоролма. □ Плеер. Плеер тыңлау. Портатив плеер. ■ Бәйгелә еңеүселәр кеҫә телефондары, плеерҙар, магнитофон, спорт ҡорамалдары менән дә бүләкләнде. «Йәшлек», 3 июнь 2008.
ПЛЕЗИОЗАВР [рус. < гр. plios + sauros} (Р.: плезиозавр; И.: plesiosaur; T.: plesiyozor) и. зоол.
Оҙон муйынлы, бәләкәй башлы, ҙур йөҙгөс аяҡлы ҡаҙылдыҡ диңгеҙ һөйрәлеүселәре төрө. □ Плезиозавр (лат. Plesiosauria). Плезиозаврҙарҙың ауырлығы 240 килограмға еткән. Плезиозаврҙар балыҡ һәм моллюскылар менән туҡланған.
ПЛЕЙ-ОФФ [рус. < ингл. play-off} (Р.: плей-офф; И.: play-off; Т.: playoff) и. спорт.
Бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланған уйындан йәки уйындар серияһынан һуң еңеүсене билдәләү өсөн тәғәйенләнгән өҫтәмә уйын. □ Плей-офф. Плей-оффҡа сығыу. Плей-оффта еңелеү. ■ «Торос» командаһы плей-оффтың ярымфиналында Пермдең билдәле «Молот-Прикамье» хоккейсыларын өс уйында отто. «Йәшлек», 17 апрель 2010.
ПЛЕЙСТОЦЕН [рус. < гр. pleistos ‘иң ҙур’ + kainos ‘яңы’] (Р: плейстоцен; И.: Pleistocene; T.: Pleistosen) и.
Антропоген (дүртенсел) осорҙоң иң оҙон дәүеренә тап килгән беренсе бүлек. □ Плейстоцен. / Плейстоценовый. Плейстоцен-дан голоценға күсеү осоро. Реликт үҫемлектәрҙең 41-е плейстоцен төрҙәренә ҡарай. Плейстоцен дәүер.
ПЛЕКСИГЛАС [рус. < нем. Plexiglas} (Р: плексиглас; И.: plexiglass, plexiglas; T.: plastik cam) и.
Үтә күренмәле ҡаты материал; органик быяла. □ Плексиглас. ■ Уныц [Зөфәрҙең]яҡташы — сверхсрочник старшина уға плексигластан яһалған бик матур зажигалка биргәйне бит. И. Абдуллин.
ПЛЕН [рус.] (Р: плен; И.: captivity; Т.: tutsaklık) и. ҡар. әсирлек.
Хәрби дошман ҡулындағы тотҡонлоҡ. □ Плен. Пленда булыу. Пленға төшөү.
■ Әхмәҙи, һуғышта япондарға плен ҡалып, өс-дүрт йыл үткәс кенә ҡайтып килде. Ж. Кейекбаев. Был бәйетте яҙҙым мин, пленда торған ваҡытта. Бәйеттән.
ПЛЕН АЛЫШ (Р: молодёжная игра; И.: sort of children’s game; T.: gençler oyunu) и.
Йәштәр уйыны (ике саф булып теҙеләләр ҙә, алмаш-тилмәш уртаға сығып, йырлап-бейеп, ҡаршы яҡтағы кешеләрҙе берәм-берәм үҙ янына әүрәтеп алалар; кем күберәк әүрәтә — шул еңә). □ Молодёжная игра. Плен алыш уйнау.
ПЛЕНАР [рус. пленарный < лат. plenarius ‘тулы’] (Р: пленарный; И.: plenary; T: genel) с.
Ниндәйҙер ойошманың, һайланма органдың, конференцияның бөтә составы ҡатнашлығында үткәрелә торған (йыйылыш, ултырыш). □ Пленарный. Пленар доклад. Пленар сығыш. Пленар ултырыш үткәреү. К Ҡоролтайҙың пленар ултырышында яңғыраған сығыштарҙың һәр береһе тәрән йөкмәткеле, күңелдәргә үтеп инерлек ине. «Ағиҙел», № 7, 2010. Сәғәт туғыҙҙа конференцияның пленар ултырышы башланды. Р. Бикбаев.
ПЛЕНУМ [рус. < лат.plenum} (Р: пленум; И.: plenary meeting; plenum; Т.: plenum) и.
Пленар ултырыш. □ Пленум. Пленумда ҡатнашыу. Пленумда сығыш яһау. Пленум ҡарарҙары. М Пленум бары сәғәт ун берҙә асылды. Б. Бикбай. Пленум Әфләтунов менән Азаматовтың да эштәрен тикшерҙе. Ә. Вәли. Пленумға партия әлкә комитетының секретары Әхмәт Иҫәнсурин килгәйне. Ә. Хәкимов.
ПЛЕНЭР [рус. < фр.р/еш air} (Р: пленэр; И.: plein-air; T.: açık hava ressamlığı) и.
Майлы буяуҙар менән асыҡ һауала һүрәт төшөрөү. □ Пленэр. / Пленэрный. Ағиҙел буйында пленэр үткәреү. Пленэрҙа ҡатнашыу. Пленэр темаһы.
ПЛЕОНАЗМ [рус. < гр. pleonasmos} (Р: плеоназм; И.: pleonasm; T.: gereğinden fazla sözcük kullanma) и. грам.
Мәғәнәләре менән бер-береһенә яҡын торған йәки бер-береһен ҡабатлаған һүҙҙәр, һүҙ формалары; күп һүҙлелек. □ Плеоназм. /
127