Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 128


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛЕЯДА
Плеонастический. Плеоназм куренеше. Плео-назмға миҫалдар.
ПЛЕЯДА [рус. < гр. Pleias (Pleiades)} (Р.: плеяда; И.: the Pleiades; T.: Ülker) и. кит.
1. миф. Титан Атланттың тәүҙә күгәрсенгә, аҙаҡ йондоҙға әйләнгән ете ҡыҙы. □ Плеяда (семь дочерей мифического титана Атланта ).
2. Бер осорҙа бер әлкәлә эшләгән арҙаҡлы кешеләр төркөмө. □ Плеяда (группа выдающихся деятелей на каком-л. поприще). Артистар плеядаһы. Яҙыусылар плеядаһы. Ғалимдар плеядаһы. ■ Изге башҡорт илен, ғәзиз милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу осон йәнен-тәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған тотош бер плеяда дәуләт, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, оло аҡыл эйәләре кутәрелеп сыға. Р. Шәкүр.
ПЛЁНКА [рус.] (Р: плёнка; И.: film tape; Т: film) и.
1. Фотоға һәм киноға төшөрә торған махсус таҫма. □ Плёнка. / Плёночный. Кино плёнкаһы. Төҫлө плёнка. Плёнкаға төшөрөу. ■ Киномеханик плёнкаларҙы тикшерә. М. Ғиләжев. Станцияла уны [хәбәрҙе] магнит плёнкаһына яҙып алалар. Ш. Янбаев.
2. Синтетик полимерҙан эшләнгән үтә күренмәле материал. □ Плёнка. / Плёночный. Тутәлде плёнка менән ябыу. ■ Баштарына яулыҡ кеуек итеп полиэтилен плёнка-лар ҡаплаған байдаркасылар сәләмләп утеп китте. Д. Бүләков. Ике-өс малай плёнка төргәген быуа өҫтөнә һалды, шунан уны ергә табан тағатып төштө. Р. Низамов.
ПЛИНТУС [рус. < гр. plinthos} (Р: плинтус; И.: baseboard; T.: süpürgelik) и.
Иҙән йәки түшәм менән стена тоташҡан урындағы ярыҡты ҡаплау өсөн ҡағылған өс ҡырлы тар планка. □ Плинтус. / Плинтусный. Плинтус ҡағыу. Плинтусты буяу. Плинтус таҡтаһы.
ПЛИС [рус. < лат.pilus} (Р: плис; И.: kind of fabric; T: kadife) и. туҡ.
Эре ептән бәрхәткә оҡшатып, өбөрөләп һуғылған туҡыма. □ Плис. / Плисовый. Ике метр плис. Плис салбар. ■ Плис еләндец тегелгәненә лә куп йылдар уҙған. Ғ. Дәүләтшин. Уны [Айбикәне] оҙатҡанда, быйыл өсәуһенец
ураҡ урып алған аҡсаларына алынған ҡыҙыл сатин кулдәген, плис кәзәкейен, бейек тағалы ҡара итеген кейҙерҙеләр. Һ. Дәүләтшина.
ПЛИССЕ [рус. < фр.р/ше] (Р: плиссе; И.: pleat(s); T.: plise) и.
Туҡыманы махсус эшкәртеп йәки үтекләп эшләнгән ваҡ ҡына буй-буй һыр.
□ Плиссе. / Плиссированный. Плиссе итәк. Плиссе яһау. ■ [Рәйсә:] Мин уға [тегенсегә] итәген плиссе яһарға ҡуштым, ә ул тотҡан да гофрировка яһаған, һ. Дәүләтшина.
ПЛИССЕЛЫ (Р: плиссированный; И.: pleated; T: plise) с.
Плиссеһы булған, плиссе яһалған.
□ Плиссированный. Плисселы юбка. Плисселы туҡыма. Плисселы шифон.
ПЛИТА [рус.] (Р: плита; И.: plate; slab; T: levha) и.
1. Өҫтө тигеҙ ҙур яҫы таш, металл йәки башҡа материал. □ Плита. / Плиточный. Мәрмәр плита. Кәбер плитаһы. Плита ту-шәу. ■ Аяҡ аҫтындағы ҡорос плита ҡапыл ғына һелкенеп ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Буяусылар менән керамик плита йәбештереуселәр, беҙгә эш юҡ, тип, ҡулдарын кеҫәләренә тығып йөрөйҙәр. Ғ. Хисамов.
2. Өҫтөнә суйын, кәстрүл һ. б. ултыртып бешерә торған мейес. □ Плита. / Плиточный. Электр плитаһы. Газ плитаһын тоҡандырыу. ■ Лидия Николаевна плитаға сәйнук ултыртты. Т. Ғарипова. Нурия ҡыҙған пли-таныц суйынына ҡулдарын яҡынайтты. Р. Низамов.
ПЛИТКА [рус.] (Р: плитка; И.: bar; Т: karo, paket) и.
1. Баҫым менән тығыҙланған бәләкәй яҫы дүрткел нәмә. □ Плитка. / Плиточный. Кафель плиткаһы. ■ Сестраныц беҙгә яцы итек, ҡыҫҡа тун, ҡолаҡлы бурек, бәйләнгән фуфайка, йылы бейәләй, унар пачка махорка, сәй-шәкәр, берәр плитка шоколад .. биреуе .. беҙҙец Филиппҡа ҙур байрам булды. А. Таһиров. Эдик ҡайҙалыр китеп юғалып торҙо ла ҡулына бер плитка шоколад тотоп килде. В. Исхаҡов.
2. һөйл. ҡар. плита 2. Электр плиткаһы. Плиткала сәй ҡайнатыу. ■ Булат сәйнуген оло плиткаға ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев. Ил
128