Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 129


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЛУТОН
мырҙа был сәйҙе курше булмә ҡыҙҙарының коменданттан йәшереп кенә һаҡлаған электр плиткаһында ҡайнатҡан булған. Ш. Бикҡол.
ПЛИТӘ [рус. плита} и. һөйл. ҡар. плита 2.
■ Ғилман, шыпырт ҡына тороп, газ плитәһен тоҡандырҙы, сәй ҡуйҙы. Д. Бүләков. Алюмин кәструлде алып плитә өҫтөнә ҡуйғас, Ғайса Сажидәгә куҙ ташланы. Н. Мусин.
ПЛОМБА [рус. < лат. plumbum} (Р.: пломба; И.: seal; lead; stamp; T.: kurşun mühür) u.
1. Келәймә һуғып, бикле ишеккә, төрөлгән тауарға һәм башҡа нәмәгә тағылған ҡурғаш төймә йәки башҡа нәмә киҫәге. □ Пломба. Ишеккә пломба ҡуйыу.
■ Магазинда мануфактураларҙы бәйләй торған йукәләр, матур шнурҙар, ҡурғаш пломбалар, төрлө фабрикалар төшөрөлгән маркалар була. С. Агиш. Санэпидстанция врачы Таңһылыу Сөйәрғолова ашхананың ишегенә лә, кухняға ла пломба һуҡты. Р. Солтангәрәев.
2. Ауырыу теш, һөйәк соҡорона дауалағандан һуң тултырылған ҡата торған матдә. □ Пломба. / Пломбировочный. Пломба һалыу. Ваҡытлыса пломба. Пломба материалдары. ■ Кариеслы тешкә пломба йәки коронка ҡуйырға мөмкин, ә пародонтит сәбәпле ҡаҡшаған теште купселек осраҡта һурып алыуҙан башҡа сара ҡалмай. «Башҡортостан», 11 май 2012.
ПЛОМБАЛАНЫУ (пломбалай-) ҡ. төш. ҡар. пломбалау 1, 2. страд, от пломбалау 1,
2. Пломбаланған ишек. Пломбаланған вагон. Пломбаланған теш.
ПЛОМБАЛАТЫУ (пломбалат-) ҡ. йөкм. ҡар. пломбалау 1, 2. понуд. от пломбалау 1,2. Теште пломбалатыу. Йортто плом-балатыу.
ПЛОМБАЛАУ (пломбала-) (Р: пломбировать; И.: seal; T.: kurşunlamak) ҡ.
1. Пломба (1) һуғыу. □ Пломбировать. // Пломбировка, пломбирование. Ишекте пломбалау. Һыу счётчигын пломбалау.
■ [Сергей:] Улайһа, арпа менән борсаҡты пломбалап келәткә һалайыҡ. А. Абдуллин. Сменщик менән бөтә приборҙарҙы, бөтә
пломбаларҙы ашыҡмай ғына тикшереп сыҡтыҡ. Ә. Бикчәнтәев.
2. Тешкә пломба һалыу. □ Пломбировать. // Пломбировка, пломбирование. Теште пломбалау. Пломбалап ҡуйыу.
ПЛОМБАЛЫ (Р: пломбированный; И.: filled; T: kurşunlu) с.
1. Пломба (1) һуғыулы. □ Пломбированный. Пломбалы сейф. Пломбалы ишек. Пломбалы ҡумта.
2. Пломба һалынған (тешкә ҡарата). □ Пломбированный. Пломбалы теш. Пломбалы теш һыҙлай.
ПЛОМБИР [рус. < фр. glace plombieres} (Р: пломбир; И.: plombieres; T: kaymaklı dondurma) и.
Төрлө емеш, һут ҡушып, ҡаймаҡтан эшләнгән туңдырма. □ Пломбир. Емеш-еләкле пломбир. Пломбир һатыу. ■ Әмирханов һөжум итеуҙән туҡтар, тип уйлағайны, ләкин ул ҡулына пломбирҙы алды һәм миңә ҡарап көслө киҙәнеу менән ебәрҙе. С. Агиш.
ПЛОТИНА [рус.] (Р: плотина; И.: weir; dam; dike; T: baraj) и. ҡар. быуа.
һыуҙың кимәлен күтәреү өсөн уның ағышын, хәрәкәтен кәртәләй торған ҡоролма. □ Плотина. / Плотинный. Ағас плотина. Һутелмәле плотина. Плотина шлюзы. ■ Плотина өҫтөндә ҡоласын йәйгән, гел тимерҙән генә торған дәу кран .. һыуыҡ һауала ҡатып ҡалды. Ш. Янбаев. [Сабит] плотинаның колхоз туғайҙарын, баҫыуҙарын һуғарыу өсөн кәрәклеге йылдан-йыл артасағын иҫбатлаған. Ә. Вәли.
ПЛОТТЕР [рус. < ингл. plotter} (Р: плоттер; И.: graph plotter; Т: plotter) и.
1. Ҡағыҙҙа һүрәт, схема, чертёж һәм карталарҙы автоматик рәүештә һыҙыу өсөн ҡулайлама. □ Плоттер. / Плоттерный. Ҡырҡыу плоттеры. Плоттер станогы.
2. инф. Мәғлүмәтте графиктар ярҙамында сығарыусы ҡоролма. □ Плоттер. Лазерлы плоттер. Ҙур форматлы плоттер.
ПЛУТОН [рус. < гр. Ploutön} (Р: Плутон; И.: Pluto; T.: Plüton) и. астр.
(баш хәреф менән) Ҡояш системаһында Ҡояштан иҫәпләгәндә туғыҙынсы торған планета. □ Плутон. Плутонда метан табыл
129