ПЛУТОНИЙ
ған. i! Плутон һәм Юпитер, Ҡояш, Хирон һәм Нептундың торошона ҡарап, шуны әйтергә була: көс-ғәйрәт, түҙемлек ташламаҫ. «Башҡортостан», 25 февраль 2012.
ПЛУТОНИЙ [рус. < лат. plutonium} (Р.: плутоний; И.: plutonium; T.: plütonyum) и. хим.
Көмөш кеүек аҡ, яһалма радиоактив химик элемент. □ Плутоний. / Плутониевый.
■ «Фукусима» атом электр станцияһының проблемалы реакторҙарынан сыҡҡан плутонийҙы станциянан алыҫ ҡына урында ла тапҡандар. «Йәшлек», 14 март 2013.
ПЛЮМБУМ [рус. < лат. plumbum} (Р.: свинец; И.: lead; Т: rasas) и. хим. ҡар. ҡурғаш.
Тирә-йүн өсөн зарарлы, үтә хәүефле бысратыусыларҙан һаналған ауыр металл.
□ Свинец. Плюмбум менән йәбештереү.
ПЛЮРАЛИЗМ [рус. < лат. pluralis} (Р: плюрализм; И.: pluralism; T.: çoğulculuk, plüralizm) и.
Фекерҙәр, ҡараштар, идеялар, эшмәкәрлек төрҙәренең күп төрлөлөгө, азатлығы. □ Плюрализм. Плюрализм яҡлы.
■ ЮНЕСКО һәм республика ғалимдары ҡатнашлығында «Башҡортостанда мәҙәниәт һәм тел плюрализмы» тип аталған фәнни семинар үтте. «Йәшлек», 27 март
2008.
ПЛЮС [рус. < лат.р/ws] (Р: плюс; И.: plus; T.: artı) и.
1. мат. Ҡушыу ғәмәлен һәм ыңғай һанды белдергән тамға ( + ); киреһе — минус. □ Плюс. Плюс ҡуйыу. Бер плюс биш. V [Юлдыбаев:] Анау икенсе мәсьәлә менән оҙаҡ ҡына этләнергә тура килде, бер ерҙә минус урынына плюс ҡуйғанмын. Ә. Вәли. Инвестиция әүҙемлеге индексы июндә плюс 10,8-ҙән минус 16,9-ға тиклем түбәнәйгән. «Башҡортостан», 29 июнь 2012.
2. Һауа һәм һыу температураһының нулдән юғары булған Ҡүрһәткесе. □ Плюс. Плюс ике. Һыу температураһы — плюс ун биш градус. ■ Тын алғыһыҙ эҫе бер көндө плюс 41 градусҡа барып менде термометрҙың терегөмөшө. Г. Яҡупова.
3. күсм. Ыңғай, яҡшы яҡ; өҫтөнлөк.
□ Плюс. Уның плюстары күп. М [Фәтихов
үҙ алдына:] Ашыҡма, капитан Фәтихов, ныҡлап, бөтә плюстарҙы, минустарҙы иҫкә алып уйланыңмы? И. Абдуллин. Беҙҙең халыҡ икмәк ҡәҙерен белә, шуға ла, быйылғы плюс һәм минустарҙы барлап, киләһе уңышты хәстәрләй башланы. «Башҡортостан», 27 декабрь 2012.
4. һөйл. Өҫтәүенә, шуның өҫтөнә.
□ Плюс. ■ Ике бүлмәгә егерме һигеҙ квадрат метр, плюс кухня, ванна, туалет, балкон, плюс стена-түшәмдәр. Т. Сәғитов.
5. Уҡыусының белеме теге йәки был балдан бер аҙ юғары булыуын күрһәтә торған билдә. □ Плюс. Плюс дүрт ҡуйыу. ■ Шиғырҙарҙың күбеһенә ағай ҡыҙыл ҡәләм менән «плюс» билдәһе ҡуйған, бер-икеһенә икешәрҙе, ә «Йомаҡ» тигәненә дүрт плюс сәпәгән. М. Ямалетдинов.
ПЛЮШ [рус. < нем. Plüsch} (Р: плюш; И.: plush; T.: pelüş) и. ҡар. хәтфә,
Өбөрөһө бәрхәттекенән оҙонораҡ, һирәгерәк итеп һуғылған йомшаҡ туҡыма.
□ Плюш. / Плюшевый. Плюш менән кәпләү. Плюш уйынсыҡ. Плюш пальто. ■ Көн яҡшы уҡ эҫе булһа ла, костюм өҫтөнән плюш яғалы иҫке фасон йәйге пальто кейгән .. берәү өс киҫәк багажы менән минең янға килде. Ғ. Ғүмәр. Тәбәнәк кенә буйлы, плюш жакет кейгән һауынсы ҡыҙ, тыпылдатып баҫып, [Бикбулатты]уртаға саҡырҙы. Р. Низамов.
ПЛЯЖ [рус. < фр. plage} (Р: пляж; И.: beach; T.: plaj) и.
һыу инә, ҡыҙына торған урын. □ Пляж. / Пляжный. Йылға пляжы. Пляжда ҡыҙыныу. Пляж футболы. ■ Кешеләр Ағиҙел буйындағы пляждарҙы һырып ала, Дим буйы туғайҙарына ағыла. Н. Мусин. Пляжда кеше бик аҙ. Ә. Бикчәнтәев.
ПНЕВМАТИК (Р: пневматический; И.: pneumatic; T.: pnömatik) с.
Ҡыҫылған һауа менән хәрәкәткә килтерелә торған. □ Пневматический. Пневматик винтовка. Пневматик ҡорал. Пневматик пистолет ҡулланыу. ■ Шахтёрҙар эшкә тотондо, пневматик сүкеш дөбөрләй, көрәк тупраҡ ҡаҙа. Ғ. Хисамов. Тимер юл комендатураһы хәрби комиссарының әйткән һүҙҙәре, һандалға төшкән пневма
130