Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 131


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОГРАНИЧНИК
тик сукеш тауышы кеуек, сатнап торҙо. И. Ғиззәтуллин.
ПНЕВМАТИКА [рус. < гр. pneymatikos] (Р.: пневматика; И.: pneumatics; T.: pnömatik) и. йыйн.
Пневматик механизмдар, ҡулайламалар.
□ Пневматика. Винтовка пневматикаһы. Эре калибрлы пневматика. Пневматика ҡулланыу.
ПНЕВМОНИЯ [рус. < гр. рпеитоп] (Р.: пневмония; И.: pneumonia; T.: zatürre) и. мед.
Үпкә туҡымаларындағы шешеү процесы. □ Пневмония. Киҫкен пневмония. Пневмония менән ауырыу. Пневмония сире.
■ Эпидемиологтар фекеренсә, пневмококк биш йәшкә тиклемге балалар пневмонияһының, 80 процентынан ашыуына төп сәбәпсе булып тора. «Йәшлек», 20 февраль 2010. Былтыр 15 меңдән ашыу кешенең пневмония сиренә юлығыуында уның [гриптың] өлөшө булыуы ла билдәләнде. «Башҡортостан», 2 февраль 2012.
ПОБЕДИТ [рус.] (Р.: победит; И.: pobedit; Т.: pobedit) и. махс.
Вольфрам ҡатыш бик ҡаты иретмә.
□ Победит. / Победитовый. Ҡасауҙы победиттан эшләу. Победит ҡырҡҡыс.
ПОВАР [рус.] (Р: повар; И.: cook; T.: aşçı) и. һөйл. ҡар. ашнаҡсы.
Аш-Һыу әҙерләүсе; аш бешереүсе. □ Повар. Повар булып эшләу. Повар яллау. ■ Маруся дядя Митя киткәне бирле баярҙың ҡаланан килтерткән йәш повары менән бергә эшләй. Һ. Дәүләтшина. Повар оҙон һаплы һай ижау менән бутҡаны ҡайырып-ҡайырып һалды. М. Кәрим.
ПОВЕСТКА [рус.] (Р: повестка; И.: summon; notice; T.: celp) и.
Ҡайҙалыр саҡырыу хаҡында ҡыҫҡа яҙма хәбәр. □ Повестка. Повестка ебәреу. Повестка алыу. Судҡа повестка. Армияға повестка.
■ Шундай утә йонсоу көндәрҙең береһендә уға [Закирға J повестка тапшырҙылар.
3. Биишева. Батыр Гузәлдең аталарына яусылар ебәргән көндө уға повестка килтереп тотторҙолар. И. Ғиззәтуллин.
ПОВЕСТЬ (повесы) [рус.] (Р: повесть; И.: long short story, novella; T.: büyük hikaye) и.
Романға ҡарағанда йөкмәткеһе ябайыраҡ, бәләкәйерәк булған әҙәби әҫәр. □ Повесть. Тарихи повесть яҙыу. Повесты баҫып сығарыу. ■ Мөхит Жюль Верндың һәм башҡаларҙың мажаралы роман һәм повестарын уҡып уҫте. Ә. Вәли. Яҙыусылар союзында эшләу-се таныштары осрашҡан һайын .. Камилды хикәйә, хатта повесть яҙырға ҡыҫташа. Ә. Хәкимов.
ПОВИДЛО [рус.] (Р: повидло; И.: jam; Т.: meyva ezmesi) и.
Емеште иҙеп, шәкәрҙә ҡайнатҡан ҡуйы масса. □ Повидло. Слива повидлоһы. Повидло яһау. ■ [Йәнтимер — өләсәһенә:] Кунаҡҡа кил — повидло ашатырбыҙ. Ш. Бикҡол.
ПОВОЗКА [рус.] (Р: повозка; И.: cart, wagon; T.: araba) и. иҫк. ҡар. йөк арбаһы.
Егеп, нимәгәлер тағып йәки һөйрәп йөрөтөлә торған тәгәрмәсле ҡорамал. □ Повозка.
■ Ике ҡатлы йорттоң ишеге алдында яҡшы аттар егелгән повозкалар эңерҙә әленән-әле килеп торҙо. Ж. Кейекбаев. Ҡояш байыуға тройка егелгән ҡыңғыраулы повозкаға ҡырын ятҡан баяр Головин ҡайтып төштө. М. Хужин.
ПОГОН I [рус.] (Р: погон; И.: shoulderstrap; T.: apolet) и.
Формалы кейемдең яурынына таға торған дүрткел айырыу билдәһе. □ Погон. Генерал погоны. Һалдат погоны. Погон тағыу.
■ Өҫтөнә погонһыҙ шинель кейгән егет һуҙгә ҡушылды. Ә. Вәли. Погон таҡҡан, билдәренә ҡылыс аҫҡан ят кешеләрҙе кургәс, [Зөбәй-ҙәнең] йәне тамам ус төбөнә килде. Ғ. Лоҡманов.
ПОГОН II [рус. погонный] (Р: погонный; И.: linear; T.: uzunlamasına ölçülen) с.
Дөйөм оҙонлоҡҡа һалыулы (улсәмгә ҡарата ). □ Погонный. Погон метр. Биш погон метр алыу. Бер погон метр торба.
ПОГРАНИЧНИК (пограничнигы) [рус.] (Р: пограничник; И.: frontier-guard; borderguard; T.: sınır muhafız) и. хәрби. ҡар. сик һаҡсыһы.
131