Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 132


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОГРОМ
Сик һаҡлауға тәғәйенләнгән ғәскәрҙең хәрби хеҙмәткәре. □ Пограничник. Пограничник булып хеҙмәт итеу. Пограничниктар көнө. М Ошо минутта Буранды пограничник иптәштәре курһә, улар уҙҙәренең отделение командирын танымаҫтар ине. Ә. Бикчәнтәев. Йә Радаларҙы юлда полиция тотоп төрмәгә ябып ҡуйған, йә сиктән уҙғанда пограничниктар атып ултергән. Ә. Хәкимов.
ПОГРОМ [рус.] (Р.: погром; И.: pogrom', T.: soykırım) и.
Берәй милли, дини йәки башҡа төрлө төркөмдө ҡырыу, талау өсөн хөкүмәт йәки экстремист ойошмалар тарафынан көс ҡулланыу. □ Погром. / Погромный. Погром ойоштороу. Погром яһау. ■ Был — бая ғына погром яһарға өндәп йөрөгән оратор ине. Д. Юлтый. Икенсе бер булмәлә бер һары мыйыҡлы һалдат ҡалала булған погромдыц нимәнән башланыуын һөйләй. А. Таһиров.
ПОГРОМСЫ (Р: погромщик; И.: pogrommaker; thug; T.: soy kırımcı) и.
Погромда ҡатнашҡан йәки погром ойошторған кеше. □ Погромщик. Погромсылар төркөмө. Погромсыларҙы тотоу. Погромсыларҙың полиция менән бәрелеше.
ПОДАГРА [рус. < гр. podagra} (Р: подагра; И.: gout; T: gut hastalığı) и. мед.
Аҡһым алмашыныуы боҙолоуҙан барлыҡҡа килеп, быуындар зарарланыуы менән үткән дауамлы ауырыу. □ Подагра. Подагра менән ауырыу. Подагра менән яфаланыу. ■ Бәпембә подагра, ревматизмдан дауалай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5,2010. Айыу емеше уләненән әҙерләнгән ҡайнатма [ны] халыҡ медицинаһында ревматизм, подагра, геморрой, буҫер сирҙәренән .. ҡулланырға кәцәш ителә. В. Ғүмәров.
ПОДБОРКА [рус.] (Р: подборка; И.: set, selection; T.: seçme) и.
Дөйөм темаға арналып, гәзиттә, журналда бер баш аҫтында бирелгән мәҡәләләр, корреспонденциялар төркөмө; тематик туплама. □ Подборка. Гәзиткә подборка биреу.
ПОДВАЛ [рус.] (Р: подвал; И.: basement; T: bodrum) и.
1. Йорттоң ер кимәл енән түбәндәге аҫҡы ҡаты. □ Подвал. / Подвальный. Ярым подвал.
Подвал ишеге. ■ Был подвал шаҡтай куңел-һеҙ, бик ярлы йыйыштырылған. С. Агиш. Подвалдың башҡа булмәләре ауыр яралылар менән шығырым тулы. Д. Исламов. Ҡара төтөн бөтә подвалға таралды. И. Насыри.
2. типогр. Гәзит битенең түбәндәге өлөшө һәм шунда урынлаштырылған мәҡәлә. □ Подвал. / Подвальный. Гәзит подвалы. Подвал әҙерләу. ■ Бөгөнгө гәзиттә башҡорт автономияһы тураһында тулы подвал яҙылған. А. Таһиров.
ПОДВИГ [рус.] (Р: подвиг; И.: feat, deed; T: yiğitlik) и. ҡар. ҡаһарманлыҡ.
Ҡурҡыуһыҙлыҡ, тәүәккәллек сифаты, ҡыйыулыҡ. □ Подвиг. Подвиг эшләу. Ғөбәйҙуллин подвигы. ■ Подвигты тик батырҙар эшләй, еңеуҙе ҡыйыуҙар килтерә икән. И. Ғиззәтуллин. Александр Матросовтың улемһеҙ подвигы — һәр ҡайһыбыҙға урнәк. Я. Хамматов.
ПОДДАНЛЫҠ (подданлығы) (Р: подданство; И.: nationality; T: uyrukluk) и.
Кешенең ниндәйҙер дәүләттең даими халҡына ҡарағайлығы. □ Подданство. Рәсәй подданлығы. Подданлығын уҙгәртеу.
ПОДДАННЫЙ [рус.] (Р: подданный; И.: national; T: uyruklu) и.
Ниндәйҙер дәүләт подданлығындағы кеше. □ Подданный. Сит ил подданныйы.
■ Рәсәйҙең подданныйҙары ҡалмыҡтарға сапҡындар яһаны, башҡорттарға килеп тығылырға форсатын тапты. Ғ. Хөсәйенов.
ПОДДАНСТВО [рус.] и. ҡар. подданлыҡ.
■ [Алдарбай:] Беҙҙең алға батшабыҙ Кесе Йөҙ ҡаҙаҡтары менән дуҫлашыу, уны ла, Башҡортостан кеуек, Рәсәй подданствоһына алыу бурысын ҡуя. Н. Мусин. Алдар тархан Тевкилев менән ҡырғыҙ-ҡайсаҡ ханы Абулхайырҙы бөтә биләм ырыуҙары менән Рәсәй империяһына подданствоға килтерҙе. Ғ. Хөсәйенов.
ПОДОХОД ҺАЛЫМ (Р: подоходный налог; И.: income tax; T.: gelir vergi) и.
Килем күләменә ярашлы тәғәйенләнгән һалым, килемдән түләтелгән һалым. □ Подоходный налог. Физик шәхестәрҙән алынған подоход һалым.
132