ПОДРАЗДЕЛЕНИЕ
ПОДПИСКА [рус.] (Р.: подписка; И.: subscription; T.: abone olma) и.
1. Кешенең квитанция тултырып, аҡса түләп, гәзит-журналға һ. б. яҙылыуы. □ Подписка. / Подписной. Подписка хаҡы. Подписка баҫмаһы. Гәзиткә подписка үткәреү.
2. Баҫма нәмәләрҙе өйгә килтереүгә, ебәреүгә булған килешеү, шарт. □ Подписка. Подписка буйынса гәзит алдырыу. ■ Берәү ҙә, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә, подписка өсөн кеҫәһенән аҡса сығарып бирә һалмай. Р. Низамов.
3. Пиҙер хаҡындағы яҙма йөкләмә. □ Подписка. Йәшәгән урындан китмәҫкә подписка алыу. ■ Владимир, тентеү һис бер һөҙөмтә бирмәгәс, мулланан һис бер урынға ҡаланан сыҡмаҫҡа подписка алыу менән ҡәнәғәтләнергә булды. А. Карнай. Расцветаева, ултырышты асҡас та, саҡырылған шаһиттарҙы исемлек буйынса барлап сыҡты һәм уларҙан бары дөрөҫтө генә һөйләргә подписка алды. Ғ. Әмири.
ПОДПИСЧИК (подписчигы) [рус.] (Р: подписчик; И.: subscriber; T: abone) и. ҡар. яҙылыусы.
Гәзит, журналға һ. б. яҙылған кеше. □ Подписчик. Даими подписчик. Журнал подписчиктары. Подписчиктарҙы бүләкләү.
ПОДПИСЬ (подписы) [рус.] (Р: подпись; И.: attest; hand; T.: imza) и. ҡар. ҡултамға.
Кешенең исем-фамилияһы билдәләнгән үҙ яҙыуы. □ Подпись. Подпись ҡуйыу. Подпистар йыйыу. Ҡағыҙҙарҙы подписҡа биреү. ■ Өйәҙ ревкомынан Чернявский подписы менән йәшерен ҡағыҙ килеп төштө. А. Карнай. Институттан директор подписы менән күрһәтмә бар. Н. Мусин.
ПОДПОЛКОВНИК (подполковни-гы) [рус.] (Р: подполковник; И.: lieutenant colonel; T.: yarbay) и. хәрби.
Майорҙан юғары офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Подполковник. Подполковник дәрәжәһен алыу. ■ Подполковник Ибраһимов япондарға ҡаршы ла һуғышырға өлгөргәйне. Б. Рафиҡов. Подполковник Фәррәхов, һарай мөйөшөнә ышыҡланып, йортто күҙәтә. Ғ. Хисамов.
ПОДПОЛЬЕ [рус.] (Р: подполье; И.: secret underground; T.: yeraltı) и.
Йәшәп килгән сәйәси системала закон менән тыйылған эшмәкәрлекте йәшерен шарттарҙа алып барыу эше. □ Подполье. / Подпольный. Подпольела эшләү. Подпольеға күсеү. Подполье йылдары. ■ Дошман тылында, подпольела, һуғышыр өсөн батырлыҡ, ҡыйыулыҡ ҡына етмәй, һалҡын ҡанлылыҡ, тапҡырлыҡ, хәйлә, маска, сикһеҙ түҙемлек тә кәрәк. И. Абдуллин. Әгәр уны [Юлиәне] һамарға оҙатып, эште .. тикшерә башлаһалар, подпольелағы иптәштәре ни әйтер?
В. Исхаҡов.
ПОДПОЛЬЩИК (подполыцигы) [рус.] (Р: подпольщик; И.: member of an underground organization; T.: yeraltı faaliyeti yürüten) и.
Подполье шарттарында эшләгән кеше.
□ Подпольщик. ■ Тәжрибәле подпольщик, оҫта конспиратор Тобар .. тертләп китте. И. Абдуллин. Гестапо ҡулына подпольщиктарҙың аҫылдары эләккән. Ә. Бикчәнтәев.
ПОДПОРУЧИК (подпоручигы) [рус.] (Р: подпоручик; И.: second lieutenant; T.: teğmen) и. хәрби. иҫк.
Революцияға тиклемге армияла прапорщиктан юғары, түбәндән икенсе баҫҡыстағы офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше.
□ Подпоручик. Н Подпоручик Йософ Илбаев йылға яҡын һуғышта булды. В. Исхаҡов. Сөнәғәт уға [Тимошкаға] госпиталдә подпоручик Александр Кулагин менән осрашыуын әйтте. Ж. Кейекбаев.
ПОДПРАПОРЩИК (подпрапорщигы) [рус.] (Р: подпрапорщик; И.: a military rank; T.: bir askeri rütbe) и. хәрби. иҫк.
Революцияға тиклемге армияла кесе команда составындағы юғары дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Подпрапорщик. ■ Комитетта бер поручик менән бер подпрапорщик ҡына һуғыш яҡлылар. А. Таһиров.
ПОДРАЗДЕЛЕНИЕ [рус.] (Р.: подразделение; И.: sub-unit; T.: birlik) и. иҫк.
1. хәрби. Ғәскәри бүлем эсендәге бәләкәйерәк берәмек (полкта — батальон, батальонда — рота һ. б.). □ Подразделение. Хәрби подразделение. Подразделе-
133