Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 134


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОДРЯД
ние командиры. ■ Зияф Таһиров йәйәүле подразделениеға эләгә. Р. Өмөтбаев. Махсус өйрәтелгән подразделениелар төҙөү тураһында юғарынан приказ бар. Ғ. Хисамов.
2. Бер бөтөн нәмәнең үҙ аллы бер өлөшө; берәмек. □ Подразделение (отдельная часть в составе целого). ■ Ҡайһы бер подразделениеларҙың етәкселәре, хатта бер бинала эшләгән генподрядсы вәкилдәре штаб менән иҫәпләшергә теләмәй. Б. Рафиҡов.
ПОДРЯД [рус.] (Р: подряд; И.: contract; T.: taahhüt) и.
Билдәле бер хаҡ менән билдәле бер эш башҡарыуға алынған йөкләмә һәм шул йөкләмә буйынса башҡарылған эш. □ Подряд. / Подрядный. Төҙөлөшкә подряд. Бригада подряды. Ғаилә подряды. Подрядҡа алыу. Подряд эштәре. ■ «Башнефть» етәксеһе тәүҙә Басариевты, шунан подряд ойошмаларының етәкселәрен баҫтырып һөйләтте. Р. Солтангәрәев. Бәхтийәровтың да икеләнеуҙәре, подрядтың нимә икәнен төҙөүселәр аңлармы-юҡмы тип борсолоуҙары таралды. Ш. Янбаев.
ПОДРЯДСЫ (Р: подрядчик; И.: contractor; T.: müteahhit) и.
Подряд буйынса эш башҡарған кеше йә ойошма. □ Подрядчик. Төҙөлөш подрядсыһы. Тимер юл подрядсыһы. Подрядсы яллау. ■ [Шөғәйев:] Рәйес, ике ай буйы унда-бында сабып, подрядсы таба алмай, тамам аңҡы-тиңке булып бөткәс, беҙгә килеп төртөлгән. Т. Сәғитов.
ПОДСТАНЦИЯ [рус.] (Р: подстанция; И.: sub-station; T: altistasyon) и. ҡар. ярҙамсы станция.
Электр тогын юғары вольтлы оло сымдан алып, айырым урындарға оҙатып торған аралашсы станция. □ Подстанция. Телефон подстанцияһы. Трансформатор подстанцияһы. Аралаш подстанция. ■ [Желедко:] Цемент заводы шартлатылды, ә бына подстанцияға ҡул етмәне. И. Абдуллин. Беүә яры өҫтөндә подстанция төҙөгәнде лә, Ташлытау яғынан бағаналар ултыртып электр сымдары һуҙғанды ла иҫәпкә алманы Зайлалов. Ш. Янбаев.
ПОДФАРНИК (подфарнигы) [рус.] (Р: подфарник; И.: fender lamp; T.: küçük far) и.
Машинаның фараһы эргәһендәге бәләкәй фонарь. □ Подфарник. Подфарникты яҡтыртыу. Подфарник янып сыҡҡан. Машинаның подфарниктарын алмаштырыу.
ПОДШИВКА [рус.] (Р.: подшивка; И.: file; T.: dosya) и. ҡар. төпләм.
Тәртип буйынса һалып тегелгән гәзит-журнал, документ төргәге. □ Подшивка. Гәзиттәр подшивкаһы. «Ағиҙел» журналы подшивкаһы. ■ Мицлеғәле Минһажетдинович төндәр буйы ултырып гәзит подшивкаһын аҡтарҙы. Я. Хамматов.
ПОДШИПНИК (подшипнигы) [рус.] (Р: подшипник; И.: bearing; T: rulman) и.
Төрлө машина, механизм, прибор һәм башҡа яйланманың әйләнеп торған өлөшө менән шуның күсәре араһына ҡуйылған те-рәк дүңгәләге. □ Подшипник. / Подшипниковый. Машина подшипнигы. Терәк подшипник. Подшипник үлсәме. ■ Рәхимов подшипникты ҡулына алып ҡараны. Р. Байымов. Ул [Зөлфиә].. күҙенә тап булған бөтә подшипниктарҙы, шестерняларҙы тотоп-тотоп ҡараны, хаҡтарын һорашты. Ф. Әсәнов.
ПОДЪЕЗД (подъезы) [рус.] (Р: подъезд; И.: porch; entrance; doorway; T: giriş) и.
1. Өйгә, бинаға инеү урыны. □ Подъезд. / Подъездный. Өй подъезы. Подъезд ишеге. М Шул саҡ подъезда үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең аяҡ тауыштары, ниндәйҙер шау-шыу ишетелде. Р. Байбулатов. Мәрйәм, Ҡаҙнабаев күренеү менән, уға иғтибар итмәй генә подъезына инеп китте. Д. Бүләков. Яңы йортҡа күсеүҙең икенсе аҙнаһында уҡ подъезда йыйылыш үткәрелде. 3. Ураҡсин.
2. Ниндәйҙер урынға, ергә барып етеү юлы. □ Подъезд. / Подъездный. Күпергә подъезд. Асфальтлы подъезд.
ПОДЬЯЧИЙ [рус.] (Р: подьячий; И.: scrivener; T: arzuhalci) и. тар.
Дьяк ярҙамсыһы, приказ кәнсәһендә писарь йәки эш башҡарыусы. □ Подьячий. ■ Сыскной приказда подьячий булып эшләүсе мещан .. Иван Кирилловты ла бындай хыялдар бик мауыҡтырғайны. Ғ. Ибраһимов. Күсем батыр менән Исмәғил
134