Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 135


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

позитивист
абыҙ бер подьячий менән тылмастан һорау алалар. Ғ. Хөсәйенов.
ПОЕЗД (поезы) [рус.] (Р.: поезд; И.: train; T.: tren) и.
Локомотив һәм уға тағылған вагондар теҙмәһе. □ Поезд. Тиҙ йөрөшлө поезд. Пассажир поезы. Тауар поезы. ■ Поезд, алыҫ юлдан сапҡан бәйге аты кеуек, йөрәк ҡағып килде лә аҡрын ғына туҡтаны. С. Агиш. Пассажир поезы киткән, тик бишенсе юлда ғына паровозһыҙ тауар составы тора. Б. Бикбай. Ҡайһы берҙә поезд станцияла туҡтап тормай, ыңғай уҙа ла китә. Н. Мусин.
ПОЖАР [рус.| (Р: пожар; И.: fire; Т.: yangın) и. һойл. ҡар. янғын.
Кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, матди зыян килтергән ут, ялҡын. □ Пожар. / Пожарный. Урман пожары. Пожарға ҡаршы көрәш. Пожарҙы һундереу. ■ Азамат Батыргәрәйгә пожар машиналарына ҡаршы барырға ҡушты. Р. Солтангәрәев. Самолёт бомбаға тотто, пожар сыҡты ҡалаға. Танк менән юл астыҡ алға таба барырға. Бәйеттән.
ПОЖАРКА [рус.] (Р: пожарка; И.: fire station; T.: yangın kulesi) и. һөйл.
Ут һүндерә торған ҡорал-ҡорамал менән тәьмин ителгән бина. □ Пожарка. ■ Фәсхетдин бабай ашарға ҡайтып-нитеп йөрөмәй, пожаркаһында ғына тамаҡ туйҙыра. Ш. Бикҡол. Пожарканың эше көйләнде көй-ләнеуен, тик ул Кәрим ағай менән Сәлимгә арыу ғына хаҡҡа төштө. И. Ғиззәтуллин.
ПОЖАРНИК (пожарнигы) [рус.] (Р: пожарник; И.: fireman; T.: itfaiyeci) и. һөйл.
Янғын һүндереүсе хеҙмәткәр. □ Пожарник. Пожарник булып эшләу. ■ Пожарниктар ғына ҡалды ауылда — көллө ғаләм бөгөн Ҡыҙҙар тауында. М. Кәрим. Пожарниктар килеп еткәндә, өйҙөң тушәмдәре ишелеп төшә башлағайны инде. Яр. Вәлиев.
ПОЗА [рус. < фр. pose} (Р: поза; И.: posture; T.: poz) и.
1. Кәүҙә торошо. □ Поза. Уңайһыҙ поза. Позаны алмаштырыу. ■ Нисәмә йылдар буйынса шундай рәхәтлек, ләззәт биргән был поза уға [Ныязғолға] бөгөн ярҙам итмәне.
һ. Дәүләтшина. Ул [кеше] йоҡлаған һымаҡ шундай позала ҡатып ҡалды. А. Карнай.
2. Кәүҙәне эффектлы тотош; ҡылансыҡ-лыҡ. □ Поза. Поза алыу. ■ Саңғыларын шкаф артына урынлаштырыусы Мөнәуәрә, яңы модалы кулдәктәрҙе кейеп курһәтеусе һылыуҙар позаһын алып, хәйләкәр йылмайҙы. М. Садиҡова.
♦ Позаға баҫыу ҡаршылыҡ, кирелек күрһәтеү. □ Становиться, встать в позу. Позаға баҫыу.
ПОЗИТИВ I [рус. < fyp.positif < лах. positions} (Р: позитив; И.: positive; T.: pozitif) и.
1. фото. Негативтан төшөрөлгән, аҡ һәм ҡара урындары дөрөҫ булған һүрәт. □ Позитив. Төҫлө позитив. Позитив алыу.
2. Йәтешле, ярашлы хәл йәки мәл, уңай.
□ Позитив. Позитив менән булешеу. Позитив алыу.
ПОЗИТИВ II (Р: позитивный; И.: positive; T.: olumlu) с. ҡар. ыңғай.
1. кит. Талапҡа, теләккә ярашлы булған; һәйбәт. □ Позитивный. Позитив куренеш. Позитив йоғонто. ■ Йәмғиәттә позитив көс куберәк, негатив көс уға ҡарағанда әҙерәк булһа ла, ул берҙәмерәк, ойошҡаныраҡ. Ә. Әминев. «Юғалтыу», «Килен һынау», «Аҡыл бетеуе» ише нәсихәттәрҙә әхлаҡи проблемалар аҡыллы кешенең һуҙенә ыңғай реакция, йәғни позитив куренештәр, аша хәл ителә. Ә. Сөләймәнов.
2. фото. Негативтан төшөрөп алынған.
□ Позитивный. Позитив һурәт.
ПОЗИТИВИЗМ [рус. < юл. positions} (Р: позитивизм; И.: positivism; T: pozitivizm) и. фәлс.
Ысынбарлыҡтың асылын белеү мөмкинлеген кире ҡағып, фәндең әһәмиәтен күҙәтеүселек эше менән генә сикләгән идеалистик фәлсәфә йүнәлеше. □ Позитивизм. Позитивизм йунәлеше. Позитивизм ҡарашында тороу.
ПОЗИТИВИСТ (позитивисы) [рус.] (Р: позитивист; И.: positivist; T.: pozitivist) и. фәлс.
Позитивизм яҡлы кеше. □ Позитивист. / Позитивистский. Позитивистар мәктәбе. Рәсәй позитивистары.
135