Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 136


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОЗИТРОН
ПОЗИТРОН [рус. < лат. posi ‘ыңғай’ + эле(ктрон)] (Р.: позитрон; И.: positron; Т.: pozitif elektron) и. физ.
Электрон массаһына һәм ыңғай зарядҡа эйә булған элементар өлөшсә. □ Позитрон. Ирекле позитрон.
ПОЗИЦИЯ [рус. < лат. positio] (Р.: позиция; И.: position; T.: pozisyon) и. ҡар. торош.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер торған урыны. □ Позиция. / Позиционный. Уңай позиция. Өндөң һуҙҙәге позицияһы. ■ Ул [Зөфәр], объектив аша ҡарап, һүрәт өсөн уңайлы позиция самалай башланы һәм йәнә әллә ни эшләп китте. И. Абдуллин. Башта ваҡ ҡына таштар берәм-берәм позицияға төшә, бара торғас, Әхмәҙи услап ебәрә башлай. Ә. Бикчәнтәев.
2. хәрби. Һуғыш ҡырында ғәскәр торған урын. □ Позиция. / Позиционный. Артиллерия позицияһы. Алғы позицияла булыу. Дошман позицияһын тар-мар итеү. М Көтөлмәгән хәлдән дошман позицияһында буталыш ҡупты. Ғ. Аллаяров. Тупсы бер биләгән позицияла оҙағыраҡ торорға тырыша. Р. Байымов. Байгилде ағайҙар, позиция тотоп, асыҡ окоптарҙа яталар. 3. Биишева.
3. күсм. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡараш, мөнәсәбәт. □ Позиция. / Позиционный. Дөрөҫ позиция. Үҙ позицияңды һаҡлау. М [Яубаҫаров:] Ғилман Сәмерханович, мин һеҙҙең, етәксе булараҡ, позицияғыҙҙы аңламайым. Д. Бүләков. [Яҡуп — Ғилембайға:] Һеҙ элегерәк әлеге мәсьәләләрҙә бүтәнсәрәк позицияла тора инегеҙ, буғай? Б. Рафиҡов.
ПОКРЫШКА [рус.] (Р: покрышка; И.: tire-cover; T.: otomobil lastiği) и.
1. Машина тәгәрмәсенең камераһы өҫтөнән кейҙерелгән резина көп. □ Покрышка. Кышҡы покрышка. Йәйге покрышка. Покрышка алмаштырыу. М Сәмиғулла кандидат менән осрашыуҙан бер түгел, ике «Жигули» покрышкаһы күтәреп ҡайтҡан. Д. Бүләков.
2. Тын тултырмалы туптың камераһы өҫтөнән кейҙерелә торған күн көп. □ Покрышка. Футбол тубының покрышкаһы.
ПОЛЕВОД [рус.] (Р: полевод; И.: fieldcrop cultivator; T.: çiftçi) и. иҫк.
Баҫыусылыҡ буйынса белгес. □ Полевод. ■ Һыбайлы полеводтар һай-һайлап ҡыуһа ла, халыҡ барыбер ҡасып-боҫоп сүпләнә. М. Садиҡова. [Таһир бабай] ерән ҡашҡаны менеп, баҫыуҙарҙың күҙ-ҡолағы — полевод булып еңел-елпегә йөрөй. Й. Солтанов.
ПОЛЕМИК (Р: полемический; И.: polemic; T.: tartışmalı) с. ҡар. бәхәсле.
Полемикаға хас, полемикаға ҡороулы. □ Полемический. Полемик мәсьәлә. Полемик һорау. Полемик дискурс.
ПОЛЕМИКА [рус. < гр. polemos] (Р: полемика; И.: polemics; T: tartışma) и. ҡар. бәхәс.
Берәй мәсьәлә буйынса фекер алышҡанда булған бәхәс. □ Полемика. / Полемический; полемичный. Ғилми полемика. Сәйәси полемика. Әҙәби полемика. ■ Бәғзе бер рус тарихсылары менән эске полемикаға инеп, М. Өмөтбаев туған халҡының героик һәм трагик тарихы биттәрен мөмкин хәтле объектив күрһәтергә тырыша. Ғ. Хөсәйенов. Эпанастрофа бер-бер артлы килгән строфаларҙың йөкмәткеләре араһындағы үҙенсәлекле полемиканы сағылдырыу өсөн кәрәк булған. К. Әхмәтйәнов.
ПОЛИ... [рус < vp.poly ‘күп’] (Р: поли...; И.: poly...; T.: poli)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «күп» йәки «төрлө» мәғәнәһен белдергән беренсе өлөшө (мәҫәлән, поливитаминдар, полиартрит). □ Поли... (часть сложных слов, означающая «много, многое; относящийся ко всему»).
ПОЛИАМИД [рус. < нем. Polyamiden < гр. poly + нем. Amid] (Р: полиамид; И.: polyamide; T: poliamit) и. физ., хим.
Үтә ныҡ һәм эластик булып, унан эшләнгән нәмәләр сәнәғәттә һәм көнкүрештә киң ҡулланыу тапҡан синтетик полимер. □ Полиамид. / Полиамидный. Полиамидтан эшләнгән. Полиамид ҡушыу. Полиамид бау. Полиамид еп.
ПОЛИАНДРИЯ [рус. < гр. poly + апёг] (Р: полиандрия; И.: polyandry; T.: çok kocalılık) и. кит.
Бер ҡатындың бер юлы бер нисә ир менән тороуы; күп ирлелек. □ Полиандрия.
136