ПОЛИГРАФИСТ
Полиандрия күренеше. Полиандрия таралыш алған ерҙәр.
ПОЛИАРТРИТ [рус. < гр. polyarthritis] (Р.: полиартрит; И.: polyarthritis; T.: poliartrit) и. мед.
Быуындарҙың бер юлы йәки эҙмә-эҙлекле һыҙлауы. □ Полиартрит. Быуындар полиартриты. Ҡул бармаҡтары полиартриты.
■ [Хәйри] электән дә, бала сағынан, полиартрит булыпмы, ай буйы ныҡ ауырып, иҫе инерле-сығырлы һаташып ятып, һылтыҡлап ҡалған булған, шунлыҡтан һуғышҡа алынмаған икән. Г. Яҡупова.
ПОЛИГАМИЯ [рус. < гр. poly + gamos ‘никах’] (Р.: полигамия; И.: polygamy; T.: çok karılılık) и.
1. кит. Бер ирҙең бер юлы бер нисә ҡатын менән йәки бер ҡатындың бер юлы бер нисә ир менән йәшәүе; күп никахлылыҡ. □ Полигамия. / Полигамный. Полигамия күренеше. Полигамия таралыу. ■ Кешелек тарихында ғаилә ҡороуҙың ундай формаһы [моногамия], полигамияға (парҙарҙың береһенең бер нисә кеше менән никахы) ҡарағанда, биш тапҡыр һирәгерәк осраған. «Башҡортостан», 15 май 2012.
2. Бер миҙгел эсендә бер арлан менән бер нисә инә йәнлек (йәки, киреһенсә, бер нисә арлан менән бер инә йәнлек) араһындағы енси мөнәсәбәт. □ Полигамия. / Полигамный. ■ Эвелин Рид, Элейн Морган һәм башҡалар иркәктең полигамиялы һәм орғасының моногамиялы булыуы тураһындағы социобиологик раҫлауҙарҙы инҡар итте. «Ағиҙел», № 8, 2013.
ПОЛИГИНИЯ [рус. < гр. poly ‘күп һанлы’ + gyne ‘ҡатын’] (Р: полигиния; И.: kind of polygamy; T.: çok karılılık) и. кит.
Бер ирҙең бер юлы бер нисә ҡатын менән тороуы; күп ҡатынлылыҡ. □ Полигиния.
■ Ҡайһы бер халыҡтарҙа, мәҫәлән, мосолмандарҙа һәм Көнсығыш илдәрендә, нигеҙҙә, полигиния, йәғни бер ирҙең бер нисә ҡатын менән никахлашыуы өҫтөнлөк иткән. «Башҡортостан», 15 май 2012.
ПОЛИГЛОТ [рус. < гр. polyglöttos] (Р: полиглот; И.: polyglot; T.: çok dil bilen) и.
Күп тел белгән кеше. □ Полиглот. Полиглот булыу. ■ Башҡорт уҡымышлылары араһында рус, ғәрәп, фарсы телдәрен һыу кеүек эскән полиглоттар күп булған. Ғ. Хөсәйенов.
ПОЛИГОН [рус. < гр. polygönos] (Р: полигон; И.: firing ground, firing range; ordnance yard; T.: talimgâh) и.
1. хәрби. Хәрби күнегеүҙәр үткәреү, яңы ҡорал һынау өсөн тәғәйенләнгән махсус урын. □ Полигон. Диңгеҙ полигоны. Өйрәнеү полигоны. Артиллерия полигоны.
■ Алыҫ түгел урман эсендәге полигонда пушкалар гөрһөлдәүе ишетелә. Ғ. Аллаяров. Егеттәр танкылар менән уратып алынған майҙансыҡты өйрәнеү полигонына әйлән-дерҙеләр. И. Ғиззәтуллин. Яңы техника өсөн дивизия һынау полигоны булып хеҙмәт итә. Р. Өмөтбаев.
2. Сүп-сар түккән урын. □ Полигон. Полигонды ҡала ситенә күсереү.
3. Нимәнелер һынау, эшкәртеү, тикшереү өсөн тәғәйенләнгән урын, әлкә. □ Полигон. Полигонда уҙғарылған тикшеренеү эштәре.
ПОЛИГРАФ [рус. < гр. poly + grapho] (Р: полиграф; И.: polygraph; T.: poligraf) и.
Эксперименталь йәки диагностик тикшеренеүҙәрҙә бер юлы бер нисә психофизиологик күрһәткесте яҙыу өсөн ҡулланылған күп каналлы теркәү ҡоролмаһы. □ Полиграф. Полиграф ҡулланыу. Полиграфта тикшереү. Полиграфтан үткәреү.
ПОЛИГРАФИК (Р: полиграфический; И.: polygraphic; T.: poligrafi) с.
Полиграфияға мөнәсәбәтле. □ Полиграфический. Баҫманың полиграфик эшләнеше.
■ Уларҙың [китаптарҙың] күбеһе полиграфик яҡтан бик яҡшы итеп эшләнгән. Н. Мусин. Баҫманың полиграфик сифаттары һоҡландырғыс. Р. Бикбаев.
ПОЛИГРАФИСТ (полиграфисы) [рус.] (Р: полиграфист; И.: polygraphic worker; T: poligraf işçisi) и.
Полиграфия эшсеһе. □ Полиграфист. Полиграфист һәнәрен алыу. ■ Башҡортостанда полиграфистар һәм нәшриәтселәрҙең «Тамға—2012» форумы тамамланды. «Башҡортостан», 15 сентябрь 2012.
137