Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 138


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОЛИГРАФИЯ
ПОЛИГРАФИЯ [рус. < гр. polygraphia] (Р.: полиграфия; И.: polygraphy; T.: poli-graf) и.
Баҫма продукция етештереүҙең бөтә төрөн үҙ эсенә алған техника тармағы, сәнәғәт. □ Полиграфия. Полиграфияла эшләу. Яңы тор полиграфия продукцияһы. ■ Дауыт Юлтый йөмһуриәттең полиграфия нигеҙен булдыра, матбуғат баҫмаларын ойоштора, уларға етәкселек итә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2011.
ПОЛИКЛИНИКА [рус. < гр. poli + klinikos] (Р.: поликлиника; И.: polyclinic; Т.: poliklinik) и.
Кешегә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн төрлө ауырыуҙар буйынса табиптары булған дауалау ойошмаһы. □ Поликлиника. Балалар поликлиникаһы. Район поликлиникаһы. Поликлиникала дауаланыу. ■ [Ғумәр Ибраһимович] поликлиникаға дарыу яҙҙырып алырға барһа, Һеҙгә стационарға ятып дауаланырға кәрәк, тиҙәр. Н. Мусин. Поликлиникала теш врачы булып эшләй башлағандан бирле ҡыҙыҡай.. уҙ һуҡмағына төшөп алғандай булды. М. Садиҡова.
ПОЛИМЕР [рус. < гр. poly ‘күп һанлы’ + meros ‘өлөш’] (Р.: полимер; И.: polymer; Т.: polimer) и. физ., хим.
Күп тапҡыр ҡабатланған атом быуындарынан тороп, сылбыр рәүешендә төҙөлгән молекулалы матдә. □ Полимер, полимеры. / Полимерный. Полимер матдәләр. Полимер берләшмә. Синтетик полимерҙар. Тәбиғи полимерҙар ҡулланыу.
ПОЛИМЕРИЗАЦИЯ [рус ] (Р: полимеризация; И.: polymerization; T.: polimerleşme) и. хим.
Полимер алыу процесы. □ Полимеризация. Баҫҡыслы полимеризация. Сылбырлы полимеризация.
ПОЛИМЕРЛАШТЫРЫУ (полимер-лаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. полимерлашыу. по-нуд. от полимерлашыу. Майҙы полимерлаш-тырыу. Этиленды полимерлаштырыу.
ПОЛИМЕРЛАШЫУ (полимерлаш-) (Р: полимеризоваться; И.: become polymerized; T.: polimerleşmek) ҡ.
Түбән молекуляр берләшмәнән юғары молекуляр берләшмәгә әүерелеү; полимерға әүерелеү. □ Полимеризоваться. // Полимеризация. Ыҫмала полимерлашҡан. Эфир йылытҡанда полимерлаша.
ПОЛИМЕТАЛЛ [рус. < гр. poly ‘күп һанлы’ + metalion ‘шахта, рудник’] (Р: полиметаллический; И.: polymetallic; T.: çok madenli) с.
Бер нисә металды эсенә алған (рудаға ҡарата). □ Полиметаллический. Полиметалл рудалар.
ПОЛИМОРФИЗМ [рус. < гр. polymor-phos] (Р.: полиморфизм; И.: polymorphism; T: polimorfizm) и.
1. биол. Бер үк төргә ҡараған хайуандар йәки үҫемлектәр араһында бер-береһенән ҡырҡа айырыла торған формаларҙың булыуы. □ Полиморфизм. Енси полиморфизм. Гендар полиморфизмы. Нәҫелдән килгән полиморфизм.
2. хим. Бер үк матдәнең төрлө формала кристаллашыуға һәләтлеге. □ Полиморфизм. Көкөрттөң полиморфизмы. Металл полиморфизмы.
ПОЛИНЕЗИЙ (Р.: полинезиец; И.: Ро-linesian; T.: Polinezyalı) и. этн.
Тымыҡ океандағы Полинезия утрауында йәшәгән ҡәрҙәш халыҡтар төркөмө. □ Полинезийцы. / Полинезийский. Полинезий халыҡтары. Полинезий телдәре. Полинезий биҙәге.
ПОЛИОМИЕЛИТ [рус. < гр. polios + myelos] (Р.: полиомиелит; И.: poliomyelitis; T: polyomiyelit) и. мед.
Арҡа мейеһенең фалижға килтерә торған ҡаты йоғошло ауырыуы. □ Полиомиелит. Полиомиелитҡа ҡаршы вакцина ҡулланыу.
ПОЛИП (полибы) [рус. < гр. polypus] (Р: полип; И.: polypus; T: polip) и.
1. зоол. Һыу төбөндәге ташҡа йәбешеп йәшәй торған ябай тереклек. □ Полип. Коралл полибы. Сөсө һыу полибы. Полиптар менән ҡапланыу.
2. мед. Тиресә ҡатламында барлыҡҡа килеүсе ябай шеш. □ Полип. Ашҡаҙан полибы. Танау полибы. Үт ҡыуығы полибы.
138