Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 139


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОЛИТБЮРО
ПОЛИПРОПИЛЕН [рус ] (Р.: полипро пилен; И.: polypropylene; T.: polipropilen) и.
Ныҡлы, ашалыуға бирешмәүсән, пар һәм газ үткәреүсәнлеге түбән булған синтетик полимер. □ Полипропилен. / Полипропиленовый. Бассейндар өсөн полипропилен. Полипропилен ҡулланыу. Полипропилен торбалар. Н Беҙҙән унда [Мәскәүгә] аҙыҡ-түлек, синтетик каучук, полистирол һәм стирол сополимерҙары, полиэтилен, полипропилен .. оҙатыла. «Башҡортостан», 3 май 2012.
ПОЛИРОВКА [рус. < фр.ройг] (Р.: полировка; И.: polish; T.: cilalama) и.
Нимәнеңдер ышҡып шымартылған, ялтыратылған йөҙө. □ Полировка. Өҫтәл полировкаһы. Мебелдең полировкаһы. Полировка яһау. ■ [Фәрит:] Дөрөҫөн әйткәндә, полировка менән ялтыраған кабинеттар оҡшамай миңә. Ш. Янбаев. [Амантаев — Йәләлетдиновҡа:] Ана, полировканың торошона ғына күҙ һалығыҙ. Р. Солтангәрәев.
ПОЛИРОВКАЛАНЫУ (полировкалай-) ҡ. төш. ҡар. полировкалау, страд, от полировкалау. Полировкаланған мебель. Полировкаланған өҫтәл. ■ Синтетик туҡымалар, полировкаланған мебель, линолеум янғанда бик сәсәткес, ағыулы төтөн сығара. «Йүрүҙән», 25 март 2011. Ул [Аталмасов], башын түбән эйеп, полировкаланған шыма өҫтәлен һыпырғыланы, байтаҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы ла аҫтан һөҙөп ҡараны. Н. Мусин.
ПОЛИРОВКАЛАУ (полировкала-) (Р: полировать; И.: polish; T: cilalamak) ҡ.
Нимәнелер ышҡып шымартыу, полировкалы итеү. □ Полировать. // Полирование. Мебель полировкалау. Өҫтәл полировкалау.
ПОЛИРОВКАЛЫ (Р: полированный; И.: polished; T.: cilalı) с.
Ышҡып шымартылған, полировкаһы булған. □ Полированный. Полировкалы мебель. ■ Ҡаҙнабаев, был эш бөттө тигәнде белдереп, усы менән шап иттереп ҡара полировкалы өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы. Д. Бүләков. Полировкалы таҡта менән бүленгән айырым кабинетында ултырһа ла, .. кассир ҡыҙ Надя, башын һуҙа биреп, ғәжәпһенгәндәй йылмайҙы. М. Садиҡова.
ПОЛИРОВЩИК (полировщигы) [рус.]
(Р: полировщик; И.: polisher; T.: cilacı) и.
Полировка яһау оҫтаһы. □ Полировщик. Полировщик булып эшләү. Полировщик саҡыртыу.
ПОЛИС [рус. < фр. police < ит. polizza] (Р: полис; И.: policy; T.: poliçe) и.
Милекте, ғүмерҙе һ. б. страховкалау танытмаһы. □ Полис. Медицина полисы. Асыҡ полис. Турист полисы. ■ Карта алыуға ғариза биреү өсөн шәхес дәүләт пенсия страховкаһы таныҡлығын, мотлаҡ медицина страховкаһы полисын .. тәҡдим итергә тейеш. «Башҡортостан», 17 ғинуар 2013.
ПОЛИСЕМИЯ [рус. < гр.рой/ + sema] (Р: полисемия; И.: polysemy; T.: çok anlamlılık) и. лингв, ҡар. күп мәғәнәлелек.
Бер һүҙҙең бер нисә мәғәнәлә ҡулланылышы. □ Полисемия, многозначность. Полисемия күренеше. ■ Әгәр ҙә полисемияла бер һүҙ бер нисә мәғәнәлә килә алһа, синонимда, киреһенсә, бер нисә һүҙ бер мәғәнәне асыҡлай. К. Әхмәтйәнов.
ПОЛИСИНТЕТИК ТЕЛ (Р: полисинтетический язык; И.: poly synthetic tongue; T.: çokbireşimli dil) и. лингв.
Барлыҡ һөйләм киҫәктәре һөйләм эсендә формаль күрһәткесһеҙ берләштереү юлы менән төҙөлә торған тел. □ Полисинтетический язык. Полисинтетик телдәрҙе өйрәнеү. Полисинтетик телдәргә абхаз-адыгей, чу-кот-камчат телдәре ҡарай.
ПОЛИСМЕН [рус. < ингл. policeman] (Р: полисмен; И.: policeman; T.: polis) и.
Англияла, АҠШ-та һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә полиция хеҙмәткәре. □ Полисмен. Полисмен булып хеҙмәт итеү. ■ [Слоун:] Ниндәй ғәҙел кеше һеҙҙең полисмен. Ә. Бикчәнтәев.
ПОЛИСТИРОЛ [рус.] (Р: полистирол; И.: sort of plastic; T.: polistiren) и. махе.
Изоляторлыҡ сифаты булған синтетик полимер (сәнәғәттә, көнкүрештә киң ҡулланыла). □ Полистирол. Табаҡлы полистирол.
ПОЛИТБЮРО [рус. политическое бюро] (Р: политбюро; И.: the Politbureau; T.: Politbüro) и.
139