Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 140


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОЛИТЕИЗМ
1. Теге йәки был сәйәси фирҡәнең үҙәк комитеты тарафынан һайланған сәйәси бюро. □ Политбюро. Либерал-демократик фирҡәнең политбюроһы. ■ Политбюро ултырышы бара. Ғ. Хисамов.
2. тар. КПСС Үҙәк Комитетының сәйәси бюроһы, Советтар Союзы Коммунистар партияһының етәксе органы. □ Политбюро. ■ [Кусимов:]Хәҙер бөтә политбюро ағзаларының уты миңә төштө. Р. Өмөтбаев.
ПОЛИТЕИЗМ [рус. < гр.ро/z/ + theos] (Р.: политеизм; И.: polytheism; T.: çoktanrıcılık) и.
Күп аллаларға ышаныуға нигеҙләнгән дин. □ Политеизм. / Политеистический. Политеизм тәғлимәте. Политеизм һәм монотеизм.
ПОЛИТЕИСТ (политеисы) [рус. < гр. poly + theos] (Р: политеист; И.: polytheist; Т: çoktanrıcı) и.
Политеизм яҡлы кеше. □ Политеист. Политеистар конференцияһы. Политеист ҡарашынса.
ПОЛИТЕХНИК (Р: политехнический; И.: polytechnical; T: politeknik) с.
1. Техниканың төрлө тармағын өйрәнеү һәм ҡулланыу эшенә бәйле. □ Политехнический. Политехник музей. ■ [Аҡсәскә:] Мин быйыл политехник институт тамамлап сыҡтым, хәҙер — станоктар төҙөү буйынса инженер-технолог. Б. Бикбай.
2. Сәнәғәттең мөһим тармаҡтарын теоретик һәм практик йәһәттән өйрәнеүгә нигеҙле. □ Политехнический. Политехник белем алыу.
ПОЛИТИК I [рус. < фр. politique] и. ҡар. сәйәсмән. ■ [Әлмира — Ринатҡа:] Һинең һымаҡ политиктар ҙа ҡатнашмағас, кем ҡатнашһын тарих олимпиадаһында. Р. Байбулатов.
ПОЛИТИК II с. ҡар. сәйәси 1-4. Политик әүҙемлек. Политик күҙәтеүсе. Политик партия. ■ Шкафтарға башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан политик, техник һәм әҙәби китаптар тултырылған. 3. Биишева. Янов-тың үҙенең дә белемен күтәреү менән шөғөл-ләнмәүе, ғөмүмән, политик яҡтан артта ҡалыуы асыҡланды. Яр. Вәлиев. Частарҙа дивизия штабы төҙөгән расписание буйын
са хәрби һәм политик занятиелар барҙы. Р. Өмөтбаев.
ПОЛИТИКА [рус. < гр. politika] и. һөйл. ҡар. сәйәсәт. Милли политика. ■ Ринат кластағы уҡыусылар араһында илдең эске политикаһы һәм халыҡ-ара хәл менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, шулар хаҡында ярайһы ғына фекер йөрөткән уҡыусы һанала ине. Р. Байбулатов. Рауза, ҡара йәшенән хөкүмәт эшендә йөрөгәс, политиканы яҡшы төшөнә, яңылышмай. Т. Ғарипова. Сауҙа эше ул — үҙенә башҡа политика. С. Агиш.
ПОЛИТИКАН [рус.] (Р: политикан; И.: intriguer; T: düzenbaz, entrikacı) и. яманл.
Үҙ маҡсатына ирешеү өсөн бер саранан да тартынмаған принципһыҙ сәйәсмән. □ Политикан. Политикан булыу. Ш [Иван Игнатьевич:] Әйттем мин һиңә, Петька, политикандар менән дуҫлыҡ йүнлегә алып бармаясаҡ, тип. В. Исхаҡов.
ПОЛИТИНФОРМАТОР [рус. политический информатор] (Р: политинформатор; И.: briefing maker; T.: siyasi bilgileri veren kimse) и. map.
СССР-ҙа: эске һәм халыҡ-ара хәлдәр тураһында мәғлүмәт биргән кеше. □ Политинформатор. Политинформатор булып йөрөү. Политинформатор сығышы.
ПОЛИТИНФОРМАЦИЯ [рус. политическая информация] (Р: политинформация; И.: briefing; T.: siyaset hakkında bilgiler) и. тар.
СССР-ҙа: эске һәм халыҡ-ара хәлдәр тураһында бирелгән мәғлүмәт. □ Политинформация. ■ [Ротов:] Политинформацияларҙы ике ай буйы ҡайҙа үткәрерһегеҙ һуң, иптәш майор? Н. Мусин. [Буранбай:] Был егет иртәгә класта политинформация яһарға тейеш. 3. Биишева.
ПОЛИТРАБОТНИК (политработнигы) [рус. политический работник] (Р: политработник; И.: political worker; T.: siyaset adamı) и. иҫк.
СССР-ҙа: Совет Армияһы һәм Флотында сәйәси эш алып барған кеше. □ Политработник. ■ Бер нисә командир, политработниктар, ҡыҙылармеецтар менән алғы позиция
140