ПОЛИЦЕНТРИЗМ
ларҙан бер 15 километр артта торған ауылдарҙың береһенә киттек. Б. Дим.
ПОЛИТРУК (политругы) [рус. политический руководитель} (Р.: политрук; И.: political instructor; T.: orduda parti temsilcisi) и. uçk. map.
СССР-ҙа: сәйәси эшкә етәкселек итеп, ғәскәри подразделениеларҙың хәрби һәм сәйәси әҙерлеге өсөн командир менән бер кимәлдә яуап биргән кеше (1919—1942 йылдарҙа булған). □ Политрук. ■ Политруктың ошо киҫәтеүен иҫенә төшөргәс, туҡталып, урман яғына ҡараны Сәғит. И. Ғиззәтуллин. Ваҡытлыса политрук вазифаһын үтәгән Ғөбәйҙуллинды ашығыс рәүештә полк штабына саҡырттылар. Я. Хамматов.
ПОЛИТОЛОГИЯ [рус. < гр. politike + logos] (Р: политология; И.: politology; T.: siyaset bilimi) и.
Йәмғиәттең сәйәси системаһын, сәйәси тормошон, эске һәм халыҡ-ара сәйәсәт мәсьәләләрен өйрәнеүсе ижтимағи фән.
□ Политология. Политология менән ҡыҙыҡһыныу. Политология уҡытыу. Политология курстары.
ПОЛИТСОСТАВ [рус. политический состав] (Р: политсостав; И.: political instructor’s corps; T.: politik yöneticiler) u. uçk. map.
СССР-ҙа: Совет Армияһы һәм Флотын-дағы хәрби-сәйәси хеҙмәткәрҙәр составы.
□ Политсостав. ■ Полктың политсоставы: комиссар Әлибаев, политрук һәм уларҙың ярҙамсылары — окоп, траншеяларҙа, кешеләр араһында. Р. Өмөтбаев.
ПОЛИТЭКОНОМИЯ [рус. политическая экономия] (Р: политэкономия; И.: political economy; T.: iktisadi politika) и. тар.
Йәмғиәт үҫешенең төрлө баҫҡысындағы ижтимағи хеҙмәтте ойоштороу һәм матди байлыҡты бүлеү закондарын өйрәнә торған фән; сәйәси иҡтисад. □ Политэкономия. ■ [Шакир] политэкономиянан имтиханын бирә алманы. Ғ. Хисамов.
ПОЛИУРЕТАН [рус.] (Р: полиуретан; И.: polyurethane; T.: poliüretan) и. хим.
Йомшаҡ һәм ҡаты пенопластар, ыҫмала, елем, лак һ.б. етештереүҙә ҡулланылған синтетик матдә. □ Полиуретан. / Полиуретановый. Полиуретан табан. Полиуретан елем. Полиуретан балаҫ.
ПОЛИФОНИЯ [рус. < гр. polys ‘күп һанлы’ + phöne ‘өн’] (Р: полифония; И.: polyphony; T.: polifoni) и. муз.
Вокаль йәки инструменталь әҫәрҙә бер нисә тауыш бергә ҡушылыу, күп тауышлылыҡ. □ Полифония. Музыкала полифония. Полифония төрҙәре. Полифония буйынса әсбап.
ПОЛИЦАЙ [рус.] (Р.: полицай; И.: police officer; T.: polis) и. тар.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошман тарафынан оккупацияланған райондарҙа ерле халыҡтан хеҙмәткә алынған полицейский. □ Полицай. Полицай булып йөрөү. ■ Немецтар һәм полицайҙар Чернигов урмандарына табан барыусы һәр кешене туҡтатып, документтарын тикшергәндәр. И. Абдуллин. Өйҙәренә полицайҙар ут һалғас, әсәһе Олегты мейестәге төтөн юлына йәшерҙе. А. Мағазов.
ПОЛИЦЕЙСКИЙ [рус.] (Р: полицейский; И.: policeman; T.: polis) и.
Полицияла хеҙмәт иткән кеше. □ Полицейский. ■ Полицейскийҙар, приставтар барыһы ла бер яҡлы. Ж. Кейекбаев. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министр-лығында Салауаттан өс полицейскийға наградалар тапшырылды. «Башҡортостан», 27 февраль 2013.
ПОЛИЦЕНТРИЗМ [рус. < гр. poly + лат. centrum] (Р: полицентризм; И.: polycentrism; T.: çok merkezcilik) и.
1. Нимәнеңдер үҫешендә, ҡоролошондағы үҙәктәр күплеге. □ Полицентризм. Мәҙәниәт полицентризмы.
2. антроп. Кеше нәҫеленең Ер шарының бер нисә нөктәһендә барлыҡҡа килеүен иҫбатлаған теория. □ Полицентризм. Антропологияла полицентризм.
3. сәйәси. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр системаһында донъя сәйәсәтенең үҫешен билдәләгән бер нисә көслө дәүләт йәки блоктарҙың булыуы. □ Полицентризм. Сәйәси поли-
141