Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 142


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

полиция
центризм. Полицентризм моделе. Полицентризм концепцияһы.
ПОЛИЦИЯ [рус. < нем. Polizei] (Р.: полиция; И.: police; T.: polis) и.
1. Ғәмәлдәге дәүләт именлеген, эске тәртибен һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән махсус орган һәм уның ғәскәре. □ Полиция. / Полицейский. Полиция булеге. ■ Баш кала полицияһы биш мец кешегә тиклем уҫтерел-де. Р. Байымов.
2. Шул орган урынлашҡан бина. □ Полиция. / Полицейский. Полицияға алып китеу. ■ Шартлауҙар полиция идаралығы алдында, һуңынан иммиграция хеҙмәте офисын-да, полиция участкаларында яңғыраған. «Башҡортостан», 24 ғинуар 2012.
3. Полиция хеҙмәткәрҙәре төркөмө һәм шул төркөмдөң бер кешеһе. □ Полиция. / Полицейский. Полицияны саҡырыу.
ПОЛИЦМЕЙСТЕР [рус. < нем. Polizei-meister] (Р: полицмейстер; И.: chief of police; T.: polis şefi) и. map.
Октябрь революцияһына тиклемге Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер илдәрҙә ҡала полицияһы башлығы. □ Полицмейстер. Полицмейстер вазифаһы. ■ Штабта Анатолийҙы бер нисә сәғәт ҡурҡытып та һис бер ни сыҡмағас, уны полицмейстер ҡарамағына оҙаттылар. Ш. Шәһәр.
ПОЛИЭДР [рус. < гр. poly + hedra} (Р: полиэдр; И.: polytope; T.: çok yüzlü cisim) u. мат. ҡар. күпҡыр.
Яҫы күпмөйөштәрҙән торған геометрик есем. □ Полиэдр. Төҙөк полиэдр.
ПОЛИЭТИЛЕН [рус.] (Р: полиэтилен; И.: polythene; T.: polietilen) и.
1. Сәнәғәт һәм көнкүреш нәмәләре етештереү өсөн ҡулланылған юғары ныҡлыҡтағы эластик синтетик полимер. □ Полиэтилен. / Полиэтиленовый. Полиэтилен етештереу. Полиэтилен тоҡсай. Полиэтилен ҡапҡас. М Арынбаҫаров полиэтиленға һалынған аҡсаны гәзиткә төрҙө ләуны ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып сығып китте. Д. Бүләков. Зәкиә мамыҡты һалҡын һыуҙа сылатты ла, шуның менән сәскәләрҙең төп яғын урап, полиэтиленға төрөп алды. М. Садиҡова.
2. һөйл. Шул материалдан эшләнгән тоҡсай. □ Полиэтиленовый мешочек, кулёк. Полиэтиленға тултырыу.
ПОЛК [рус.] (Р: полк; И.: regiment; Т.: alay) и. хәрби.
Дивизия йәки бригада составындағы үҙ аллы ғәскәри берәмек. □ Полк. / Полковой. Йәйәуле ғәскәр полкы. Гвардия полкында хеҙмәт итеу. Полк командиры. ■ Бородино яланында Мәскәуҙе француз баҫҡынсыларынан һаҡлап дурт башҡорт полкы һуғыша. Я. Хамматов. Таң атыуға полк уң яҡта, ҡуйы өйәңкелек араһындағы кескәй бер аҡланда, урынлашҡайны. 3. Биишева.
ПОЛКОВНИК (полковнигы) [рус.] (Р: полковник; И.: colonel; T.: albay) и. хәрби.
Подполковниктан юғары офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Полковник. / Полковничий. Авиация полковнигы. Полковник дәрәжәһе алыу. Полковник булып хеҙмәт итеу. ■ Дивизия штабы начальнигы итеп полковник И. Голеневты, оператив булек начальнигы итеп майор М.Ғәлиевте ебәрҙеләр. Р. Өмөтбаев. Ҡараңғы төшөп, бер талай ваҡыт уткәс, полковник Колобовты связной аша саҡыртып алды. Ғ. Аллаяров.
ПОЛКОВОДЕЦ [рус.] (Р: полководец; И.: military leader; combat leader; T.: baş komutan) и. хәрби.
Эре ғәскәри берәмеккә, флотҡа командалыҡ иткән эшмәкәр; хәрби етәксе. □ Полководец. / Полководческий. Мәшһур полководец. Полководец оҫталығы. Полководецтарҙың тактикаһы. ■ Таҙа, һылыу кәуҙәле, киң яңаҡлы, йәйенкерәк танаулы, ҡуйы ҡара ҡашлы был егет шағир һәм полководец Салауат Юлаев ролен сәхнәлә уйнарға хыяллана ине. М. Кәрим.
ПОЛКТАШ (Р: однополчанин; И.: brother-soldier; brother-officer; T.: aynı alaya mensup kimselerden her biri) u.
Бер полкта хеҙмәт иткән кешеләр (бер-береһенә ҡарата). □ Однополчанин. Полкташтар осрашыуы. Полкташ дуҫтар. ■ Тайфур уҙенең полкташ дуҫтарын куреп һөйләшкәндәй .. булды. Т. Килмөхәмәтов. Ку-симовты полкташтары һуғыш ҡырынан ку-тәреп алып сыға. Р. Өмөтбаев.
142