Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 143


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОЛЬКА
ПОЛНОМОЧИЕ [рус.] (Р.: полномочие; И.: authority; power; T.: yetki) и. тар. ҡар. вәкәләт.
Рәсми рәүештә бирелгән хоҡуҡ. □ Полномочие. / Полномочный. Киң полномочиелар. Полномочие алыу. Халыҡ судьяһы полномочиеһы. И Иван Иванович Тевҡелевҡа бирелгән полномочиеларҙың ҙурлығын аңлағайны, шуға артыҡ һуҙ көрәштермәне. Ғ. Хөсәйенов. [Түрә — Исрафиловҡа:] Үҙегеҙ обком ағзаһы, депутат, полномочиеларығыҙ ҙур — ә ниңә меҫкен хәлендә эшләйһегеҙ? Т. Сәғитов.
ПОЛО [рус. < ингл. polo] (Р: поло; И.: polo; T.: polo) и. спорт.
һыбай килеш сәкән менән ағас туп уйнау.
□ Поло. Поло уйнау. Поло уйынына аттар әҙерләу.
ПОЛОЖЕНИЕ [рус.] (Р: положение; И.: regulations; statute; T.: kurallar) и. ҡар. ҡағиҙә.
1. Билдәле бер мәсьәләгә ҡараған ҡағиҙәләр, закондар йыйынтығы. □ Положение. Хеҙмәт тураһында положение. И Был положение хөкүмәттең бөтә механизмын ҡаҡшатты. Д. Юлтый.
2. Берәй нәмәнең нигеҙендә ятҡан фекер.
□ Положение. Теоретик положение. М [Губернатор:] Комиссияға губерна представ-лениеһын уҡып тормайым, төп положениеларын ғына әйтеп китәм. Ғ. Хөсәйенов. [Поленов:] Бына шул уңай стратегик положениены файҙаланып ҡалыу кәрәк. Й. Солтанов.
ПОЛОНЕЗ [рус. < фр. polonaise] (Р: полонез; И.: polonaise; T.: polonez) и.
1. Өс такттан торған тантаналы бейеү.
□ Полонез. Полонез башҡарыу. Полонез бейеу.
2. муз. Шул бейеү ритмында яҙылған музыкаль әҫәр. □ Полонез. Шопен полонезын башҡарыу. ■ Күңеле кутәрелеп, йөҙө балҡыған генерал, ҡыҙы полонез уйнай башлағас ҡына, уйсанланды. Ғ. Аллаяров. Унан һуң ҡыҙының «Огинский полонезы »н фортепианола башҡарғаны ишетелде. Т. Ға-рипова.
ПОЛОТНО [рус.] (Р: полотно; И.: linen; T.: tuval) и.
1. Билдәле бер ысул менән һуғылған туҡыма. □ Полотно. / Полотняный. Етен полотно. Ебәк полотно. Полотно фабрикаһы. ■ Өҫтәл алдындағы ҡыҙыл полотноға: «Кәҙерле дуҫтар, һеҙгә бәхет һәм оҙон ғумер теләйбеҙ!» — тип яҙылған. Ф. Әсәнов. Сәлих Розаны ҙур ғына полотноға төшөрөлгән бер картина алдына килтереп туҡтатты.
С. Агиш.
2. Рәссамдың, ғәҙәттә, киндергә төшөргән һүрәте. □ Полотно. Рәссам полотноһы. Нурмөхәмәтов полотноһы. Репин полотноһы. М Рәссам коридорға сыҡты ла шунда уҡ ҙур полотно алып инде, уны бер яҡ стена буйына һөйәп ҡуйҙы. А. Карнай.
3. кусм. Тормошто киң итеп һүрәтләгән әҙәби әҫәр. □ Полотно. Полотнола Бөйөк Ватан һуғышы тасуирланған.
4. махс. Ҡорал-ҡорамалдағы төрлө маҡсатҡа хеҙмәт иткән киң таҫма. □ Полотно. Бесән сапҡыс полотноһы. Конвейер полотноһы. К Баштары тубән эйелгән тос башаҡлы бойҙай һабаҡтары, мотовилоға бәрелеп, полотно өҫтөнә ауҙылар. Ғ. Аллаяров.
5. Тимер, таш юлдың үтә йөрөй торған ҡалҡыу өҫтө. □ Полотно. Тимер юл полотноһын йунәтеу. И Ул [Кадир] көн һайын, уҡыуҙарҙан һуң, станцияға төшөп, тимер юл полотноһы буйында ҡар таҙартып, вагон тейәшеп йәки бушатышып йөрөй. Б. Бикбай. Юлдан аҙашмаҫ өсөн, улар [егеттәр] тимер юл полотноһына менделәр. Ә. Бикчәнтәев.
ПОЛТЕРГЕЙСТ (полтергейсы) [рус. < нем. Poltergeist] (Р.: полтергейст; И.: poltergeist, T: poltergeyst) и.
Предметтарҙың сәбәпһеҙ күсеүе, төшөүе, юғалыуы, тауыш сығарыуы һ. б. менән бәйле билдәһеҙ тәбиғәт күренештәре. □ Полтергейст. Полтергейст феномены. Полтер-гейсты өйрәнеу. Полтергейст куренешен тикшереу.
ПОЛЬКА [рус. < чех. polka] (Р: полька; И.: polka; T: polka) и.
1. Ике такттан торған етеҙ бейеү. □ Полька. Полька бейеу.
2. муз. Шул бейеү ритмында яҙылған музыкаль әҫәр. □ Полька. Полька уйнау.
143