Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 144


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

полюс
ПОЛЮС [рус. < гр. polos] (Р.: полюс; И.: pole; T.: kutup) и. ҡар. ҡотоп.
1. Ер шарының фарази күсәре менән ер өҫтөнөң киҫешкән нөктәһе. □ Полюс. / Полюсный. Көньяҡ полюс. Төньяҡ полюс. Географик полюстар.
2. Шул нөктә тирәһендәге урын. □ Полюс. / Полюсный. Көньяҡ полюсҡа экспедицияға барыу. ■ [Әхмәҙи:] Беҙгә тиклем кешеләр полюстарға ла барып ҡайтҡандар, диңгеҙ төптәренә лә төшөп ҡарағандар, Ер шарын да әйләнеп сыҡҡандар. Ә. Бикчәнтәев. Трактор тауышы ишетелеу менән, халыҡ, төньяҡ полюста бер ҡыш ҡышлаған кешеләр кеуек, шаулашып ҡаршы сыҡты. Р. Солтангәрәев.
3. физ. Электр теҙеме менән магниттағы ҡапма-ҡаршы ике остоң береһе. □ Полюс. / Полюсный. Кире полюс. Ыцғай полюс. Магнит полюс.
4. Нимәнецдер сиге, иң һуңғы нөктәһе.
□ Полюс. Байлыҡ һәм ярлылыҡ полюстары.
5. Нимәнецдер ҡапма-ҡаршылығы. □ Полюс. Был егеттәрҙец характерҙары — ике полюс кеуек. ■ Икеһе ике полюс кешеһе булһа ла, улар [Шәмси менән Тариф]асыуҙарын йәшерәләр, әрләшмәйҙәр, талашмайҙар. Ғ. Хәйри.
ПОЛЯК (полягы) (Р: поляк; И.: Pole; Т.: Polonyah) и. этн.
Полыпаның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (славян телдәренец береһендә һөйләшә).
□ Поляк. / Польский. Поляк халҡы. Поляк ҡыҙы. Поляк телендә һөйләшеу. ■ Яңы дуҫ йомарт кеше лә булып сыҡты: Хисамға төрлө чех, поляк аҡсалары буләк итте. Б. Бикбай.
ПОЛЯКСА (Р: по-польски; И.: in Polish; T.: Polonyaca) р.
1. Поляк телендә. □ По-польски, на польском. Полякса ацлау. Полякса белеу. ■ Маркович — Варшава еврейы, полякса һөйләргә оҫта. А. Таһиров.
2. Поляктарға хас рәүештә. □ По-польски, как поляки. Полякса бейеу. Полякса ке-йенеу.
ПОЛЯР [рус. полярный] (Р: полярный; И.: polar; T: kutbi) с.
1. Полюс тирәһендәге, полюстағы.
□ Полярный. Поляр утрауҙар. Поляр ҡыш. Поляр зона. ■ Һалҡын поляр ҡышы менән Төньяҡ дицгеҙенән өргән ыжғыр елдәр ҙә минец Тыуған илемә, Башҡортостаныма, Шәрифәгә булған һөйөуемде туңдыра алманылар. И. Ғиззәтуллин.
2. Полюстағы, полюс тирәһендәге эшмәкәрлеккә мөнәсәбәтле. □ Полярный. Поляр станция төҙөу. Поляр экспедиция ойоштороу. ■ Ул [Валерий] ун өс йыл поляр лётчик булған, хәҙер Боҙло океан яры буйындағы аэропортта авиация отряды начальнигының урынбаҫары икән. Н. Мусин.
3. Ҡайһы бер зоология һәм ботаника терминдарының ҡушма өлөшө. □ Полярный. Поляр акула. Поляр кит. Поляр тал.
4. физ. Ыңғай һәм кире зарядтар булыуы менән бәйле. □ Полярный. Поляр төркөмдәр. Поляр радиус. ■ [Арынбаҫаров:] Мин, операция яһағанда, поляр магнит сифаттары булған ике матдә тәҡдим итәм. Д. Бүләков.
ПОЛЯР БАЛҠЫШ (Р: полярное сияние; И.: aurora polaris; T: kutup ışığı) и.
Атмосфераның юғары ҡатында яҡтылыҡ нурҙары сәселеү күренеше. □ Полярное сияние. Поляр балҡыштың фотоһурәте.
ПОЛЯР КӨН (Р: полярный день; И.: polar day; T.: kutup gündüzü) и.
Поляр түңәрәктә айлап ҡояш байымай торған ваҡыт (Көньяҡ ярымшар менән Төньяҡ ярымшарҙа төрлө ваҡытта алмашлап була).
□ Полярный день. Поляр көн тыуҙы.
ПОЛЯРЛАШЫУ (полярлаш-) (Р.: поляризация; И.: polarisation; T.: kutuplaşma) и.
1. Яҡтылыҡ һәм электромагнит тулҡындарының билдәле бер йүнәлештә тирбәлә алыуы. □ Поляризация. Радиотулҡындарҙыц полярлашыуы. Юлдаш антеннаһының по-лярлашыуы.
2. Электр тогының көсөн кәметә торған матдәләрҙең электродтарға ултырыуы.
□ Поляризация. Анодлы поляризация. Катодлы полярлашыу.
ПОЛЯРЛЫҠ (полярлығы) (Р: полярность; И.: polarity; T.: polarite) и.
Ҡапма-ҡаршылыҡ. □ Полярность. Фекерҙәр полярлығы.
144