пони
ПОЛЯРНИК (полярнигы) [рус.] (Р: полярник; И.: polar explorer; T.: Kutup açınsama gezisine katılan) u.
Поляр экспедицияла ҡатнашҡан кеше.
□ Полярник. Полярниктар станцияһы. Полярниктар экспедицияһы.
ПОЛЯР ТОН (Р.: полярная ночь; И.: polar night; T.: kutup gecesi) и.
Поляр түңәрәктә айлап ҡояш ҡалҡмай торған ваҡыт (Көньяҡ ярымшар менән Төньяҡ ярымшарҙа төрлө ваҡытта алмашлап була). □ Полярная ночь. ■ Поляр тон ҡараңғыһында йөҙәрләгән километрға һуҙылған боҙло океан. А. Мағазов.
ПОЛЯР ТҮҢӘРӘК (Р: полярный круг; И.: polar circle; T.: kutup çemberi) и.
Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙың экваторҙан 66°32-та ятҡан фарази параллель һыҙығы (һыуыҡ бүлкәттең сиге).
□ Полярный круг. ■ [Валерий] ипләп-ипләп кенә поляр түңәрәктә ятҡан тормош тураһында һөйләй. Н. Мусин. Поляр түңәрәктәренең аръяҡтарында боҙҙар хакимлыҡ итә әле. Ғ. Әмири.
ПОМАДА [рус. < фр. pommade] (Р: помада; И.: lipstick; T.: ruj) и.
Иренгә һөртөү өсөн төрлө матдәләр ҡатнашмаһынан торған косметик май. □ Помада. Ҡыҙыл помада. Помада һөртөү. ■ Рая помаданы алды ла ипләп кенә ирененә һыҙырға тотондо. Р. Солтангәрәев. Алтынбөртөк, ҡулъяулығын сығарып, бит алмаларына ҡунған саңдарын һөртөп, ирененә помада буяны. Ф. Әсәнов.
ПОМАДКА [рус.] (Р: помадка; И.: fondant icing; T: tatlı) и.
Йомшаҡ кәнфит төрө. □ Помадка. Помадка яратыу. Помадка яһау.
ПОМЕСТЬЕ [рус.] (Р: поместье; И.: estate; T: malikane) и. иҫк.
Ауылдан ситтәге алпауыт, баяр йорто.
□ Поместье. ■ Ауыҙында уның [офицерҙың] поместье ла сабыш аттары, сөгөлдөр плантацияһы ла спирт заводы булды. И. Абдуллин.
ПОМЕЩИК (помещигы) [рус.] (Р: помещик; И.: landowner; landlord; T.: çiftlik sahibi) и. иҫк. ҡар. алпауыт.
Эре ер биләүсе. □ Помещик. / Помещичий. ■ Уҙған быуат урталарында беҙҙең Бөрйән волосы башҡорттары ҙур помещик, башҡорт ерҙәрен ҡомһоҙ талаусы Тимашевка ерҙәрен һатҡандар. Б. Бикбай. Ырымбурҙан киткәс, Зәки Вәлиди етәкләгән хәрби шәғбә.. Ермолаевка ауылы эргәһендәге помещик утарына килеп юлыҡты. Р. Байымов.
ПОМИДОР [рус. < ит. pomidoro < pomi-d’oro ‘алтын алмалар’] (Р.: помидор; И.: tomato; T: domates) и. бот.
1. Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған баҡса үҫемлеге. □ Помидор. / Помидорный. Помидор үрсеме. Помидор үҫтереү. ■ [Рабиға] йыл һайын ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, ҡауын үҫтерә. Ә. Вәли.
2. Шул үҫемлектең ҡыҙыл йәки һары булып өлгөрә торған йомшаҡ йәшелсәһе. □ Помидор. / Помидорный. Бешкән помидор. Ҡыҙыл помидор. Помидор тоҙлау. ■ Баҙарға килгән крәҫтиәндәрҙең .. ҡайһыһы тары, ҡайһыһы ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ, шалҡан, помидор .. килтергәндәр. Ғ. Дәүләтшин. [Сания] бер шешә һөт, помидор, икмәк тултырылған төйөнсөгөн алып, йүгерә-атлай эшкә китте. Д. Исламов.
ПОМПА I [рус. < лат. pompa] (Р: помпа; И.: pomp; T.: pompa) и. кит.
Яһалма (тышҡы) тантана (кешеләрҙе аптыратыу өсөн). □ Помпа. / Помпезный. Помпа менән ҡаршылау.
ПОМПА II [рус. < фр. ротре] (Р.: помпа; И.: pomp; T.: pompa) и.
Газ, шыйыҡсаны һурҙырыу, тултырыу өсөн насос. □ Помпа. Помпа эшләй, һыуҙы помпа менән һурҙырыу.
ПОМПОН [рус. < фр. pompon] (Р: помпон; И.: bob; T.: ponpon) и. ҡар. сук.
Баш кейеменә һ. б. тағыла торған, йомшаҡ материалдан яһалған йомро суҡ. □ Помпон. Помпон тағыу. Башлыҡҡа помпон ҡуйыу. Помпоны төшөп ҡалған.
ПОНИ [рус. < ингл. pony] (Р: пони; И.: pony; T.: midilli) и.
Бейеклеге 0,8 метр самаһы булған, сыҙамлы һәм ныҡ ваҡ йылҡы тоҡомо. □ Пони. Пониҙа йөрөү. Пониға менеп йөрөү. ■ һуңы
6- 1.0072.15
145