Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 99


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕДИНСТИТУТ
ПЕДАНТ [рус. < фр. pedant < ит. pedante ‘уҡытыусы’] (Р.: педант; И.: pedant; squaretoes; T.: aşırı titiz) и.
1. Фәндә, ғилемдә, тормошта һәм башҡала формаль яҡҡа ныҡ иғтибар биргән кеше. □ Педант. / Педантичный, педантический. Педант булыу. Педант кеше.
2. һәр нәмәне урынына еткереп эшләгән, пунктуаль кеше. □ Педант. / Педантичный, педантический. ■ Немец халҡы mey әл, педант халыҡ. И. Абдуллин.
ПЕДАНТИЗМ [рус. < ит. pedare] (Р.: педантизм; И.: pedantry; T.: aşırı titizlik) и.
Артыҡ формализм, ваҡсыллыҡ, ныҡ аныҡлыҡ. □ Педантизм. Педантизм кур-һәтеу. Педантизмға әуәҫлек. Педантизм яҡлы кеше.
ПЕДАНТИК (Р: педантичный; И.: pedantic; T.: aşırı titiz) с.
1. Педантизмға тартым. □ Педантичный; педантический. Педантик мөнәсәбәт. Педантик кеше. Педантик ҡараш.
2. Педантизм менән башҡарылған. □ Педантичный; педантический. Педантик те-уәллек. Педантик аныҡлыҡ. Педантик эш.
ПЕДАНТЛЫҠ (педантлығы) (Р: педантичность; И.: pedantry; T.: aşırı titizlik) и.
Педант булыу сифаты. □ Педантичность. Педантлыҡ менән айырылыу. Педантлыҡ хас. Немецтарҙың, педантлығы.
ПЕДИАТР [рус. < гр. pais ‘бала’ + iater ‘табип’] (Р.: педиатр; И.: pediatrician; Т.: pediatr) и. мед.
Балалар табибы, педиатрия буйынса белгес. □ Педиатр. Билдәле педиатр. Педиатр булып эшләу. ■ Врач Ғәфур Хөснуллович Килсенбаев, йәш педиатр менән танышҡас, ихлас шатланды. М. Ғиләжев.
ПЕДИАТРИК (Р: педиатрический; И.: pediatric; paediatric; T.: pediatrik) с. мед.
Педиатрия әлкәһенә мөнәсәбәтле. □ Педиатрический. Педиатрик факультет. Педиатрик уҙәк.
ПЕДИАТРИЯ [рус. < гр. pais ‘бала’ + iatreia ‘дауалау’] (Р: педиатрия; И.: pediatrics; T.: pediyatri) и. мед.
Балалар анатомияһын, физиологияһын, балалар үҫешендәге патологияны, балалар
ауырыуҙарын һәм уларҙы дауалау ысулдарын өйрәнеүсе медицина бүлеге. □ Педиатрия. / Педиатрический. Педиатрия булеге. Педиатрия уҙәге. ■ Абитуриенттар куберәк дауалау эше һәм педиатрия факультеттарына өҫтөнлөк бирә. «Йәшлек», 2 июль 2009. «Әй» профилакторийында кардиология, пульмонология, неврология, ревматология, травматология, ортопедия һәм педиатрия буйынса медицина хеҙмәттәре курһәтелә. «Башҡортостан», 7 май 2013.
ПЕДИКУЛЁЗ [рус. < лат. pediculus ‘бет’] (Р: педикулёз; И.: lice infestation; pediculosis; T.: bitlenme) и. мед. ҡар. бетләү.
Бетле булыу. □ Педикулёз. / Педикулёзный. Педикулёздан дауалау. Педикулёздың барлыҡҡа килеу сәбәптәре.
ПЕДКОЛЛЕДЖ [рус. педагогический колледж] (Р: педколледж; И.: pedagogical college; T.: Öğretmen Koleji) и.
Башланғыс мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әҙерләүсе урта уҡыу йорто. □ Педколледж. Педколледжда уҡыу. Педколледж бинаһы. Педколледж тамамлаусылар. ■ Мәсәғут педколледжы студенттарына практика утеу базаһы булып хеҙмәт итә беҙҙец лагерь. «Йәшлек», 24 июль 2010.
ПЕДИКЮР [рус. < фр. pedicure < лат. pes + cura] (Р: педикюр; И.: pedicure; Т.: pedikür) и.
Аяҡ бармаҡтарын тәрбиәләү эше (таҙартыу, буяу, сөйәлде бөтөрөу). □ Педикюр. / Педикюрный. Педикюр яһау. Педикюр кабинеты. ■ Бөгөн йәш эшҡыуарға парикмахер, маникюр һәм педикюр оҫталары кәрәк. «Башҡортостан», 14 декабрь 2013.
ПЕДИНСТИТУТ [рус. педагогический институт] (Р: пединститут; И.: teacher’s training college; T.: Pedagoji Enstitüsü) u.
Педагогик институт (урта мәктәп уҡытыусылары әҙерләй торған юғары уҡыу йорто). □ Пединститут. Пединститутты тамамлау. Пединститутҡа уҡырға инеу. ■ [Сәриә:] Пединститут эргәһенә ике тапҡыр барҙым, ләкин тупһаһын аша атлап инергә ницәлер аяғым тартмай. Н. Мусин.
4*
99