ПАЯЛЬНИК
ПАЯЛЬНИК (паяльнигы) [рус ] (Р.: паяльник; И.: soldering iron; T.: havya) и.
Тимер, баҡыр кеүек нәмәләрҙе ҡурғаш иретеп йәбештерә, ямай торған ҡулайлама. □ Паяльник. Электр паяльнигы. Мик-росхемалар йәбештереү өсөн паяльник. Импульслы паяльник.
ПАЯТЛАТЫУ (паятлат-) ҡ. йөкм. ҡар. паятлау, понуд. от паятлау. Сәйнүкте паят-латыу. Самауырҙы паятлатыу.
ПАЯТЛАУ (паятла-) [рус. паять} (Р.: паять; И.: tinker; plumb; T.: lehimlemek) ҡ.
Ҡурғаш иретеп, тимер, баҡырҙы йәбештереү, ямау. □ Паять. Паятлап ҡуйыу. Паятлап сығыу. Яңынан паятлау.
ПАЯЦ [рус. < ит. pagliaccio} (Р: паяц; И.: buffoon; droll; T: palyaço) и.
Кәмитсе, мәҙәксе. □ Паяц. Паяцтың ша-яртыуы. Урта быуаттарҙа паяцтар ауылдан ауылға, ҡаланан ҡалаға йөрөгән.
ПЕГАС [рус . < гр. Pegasos < pege ‘сығанаҡ’] (Р.: Пегас; И.: Pegasus; T.: Pegas) и. (баш хәреф менән)
1. миф. Персей тарафынан үлтерелгән Медузаның ҡанынан тыуған ҡанатлы мифик ат. □ Пегас (крылатый конь).
2. астр. Төньяҡ ярымшарҙағы йондоҙлоҡ. □ Пегас (созвездие Северного полушария). Пегас йондоҙлоғо.
ПЕДАГОГ [рус. < гр. paidagögos} (Р: педагог; И.: elucator; teacher; T: pedagog) и.
1. Уҡытыу, тәрбиә биреү эшендәге кеше; уҡытыусы. □ Педагог. Талантлы педагог. Педагог булып эшләу. Педагог сығышы. ■ [Рәшит:] Мин тәрбиәсе лә, педагог та ту гел, бары тик отряд командиры ғына. Ә. Бикчәнтәев. Профессорҙың уйҙарын йәнә баяғы педагог булдерҙе. В. Исхаҡов.
2. Педагогика проблемаларын фән булараҡ өйрәнеүсе ғилми хеҙмәткәр. □ Педагог. Данлыҡлы педагог. К [Хәбиров:] Өйҙә ныҡлы режим булдырырға, балала тик дөрөҫ күнекмәләр генә тәрбиәләргә кәрәк. Бөйөк педагог Макаренко бына нисек өйрәтә. Ғ. Лоҡманов.
ПЕДАГОГИК (Р.: педагогический; И.: pedagogical; T: pedagojik) с.
1. Педагогикаға мөнәсәбәтле, педагогикаға ҡараған. □ Педагогический. Педагогик училище. Педагогик практика. Педагогик университет. Педагогик әҙәбиәт. ■ Сәлих, сәғәттәрҙең бүленешен иғлан иткәс, ғөмүми педагогик мәсьәләләргә туҡталды. С. Агиш. Бына хәҙер ул [Клаяров], башҡорт балаларына педагогик белем бирәм тип, бында килгән. И. Ғиззәтуллин. Фәриҙәнең ҡылығына ҡарата бер ниндәй педагогик сара күрелмәгән. Т. Сәғитов.
2. Педагогка хас. □ Педагогический. Педагогик оҫталыҡ. Педагогик талант. Педагогик стаж. ■ Уның [Дмитриевтың] әле тормош тәжрибәһе, педагогик стажы аҙ. Ә. Бикчәнтәев.
ПЕДАГОГИКА [рус. < гр. paidagögike] (Р: педагогика; И.: pedagogy; T: pedagoji) и.
Шәхес формалаштырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле, системалы рәүештә махсус ойошторолған эшмәкәрлек; уҡытыу, тәрбиәнең йөкмәткеһе, формаһы һәм алымдары тураһындағы фән. □ Педагогика. Педагогика дәресе. Педагогика кафедраһы. Мәктәп педагогикаһы. ■ Был метод педагогикала локалләштереү тип атала. М. Тажи. «Балаларҙың өлкәнерәгенә яҡшы тәрбиә бирһәң, бәләкәстәре уға ҡарап тартыла», — тигәне үҙе бер халыҡ педагогикаһы бит! Г. Яҡупова.
ПЕДАГОГИЯ [рус. < гр. paidagögia} и. ҡар. педагогика. Педагогия тарихы. Теоретик педагогия.
ПЕДАЛЬ [рус. < фр. pddale < лат. pes (pedis) ‘аяҡ’] (Р.: педаль; И.: pedal; T: pedal) и. ҡар. баҫмаҡ I.
Төрлө механизм һәм ҡоролмаларҙы аяҡ менән баҫыу һөҙөмтәһендә хәрәкәткә килтерә торған рычаг; аяҡ баҫмағы (торло машинала, музыка ҡоралында һ. б.); тә-бәлдерек. □ Педаль. / Педальный. Тегеү машинаһы педале. Автомобиль педале. ■ Вера Макаровнаның аяҡтарын көҙән йыйырғандай итте, машинаның педале туҡтап ҡалды. И. Абдуллин. Дошман пушкаһының тағы ла атыуы булды, Новиков педалгә баҫты. Ғ. Аллаяров.
98