Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 97


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАЮСЛЫ ЫУЫЛДЫРЫҠ
йәмғиәт тәртиптәренә һәм ҡанундарына ҡаршы көрәш пафосы менән һуғарылған. Ғ. Ҡунафин.
ПАФОСЛЫ (Р.: пафосный; И.: having emotional content; T.: ihtiraslı) c.
Дәрт, күтәренке рух менән һуғарыулы.
□ Пафосный. Пафослы әҫәр. Пафослы роман. ■ Әҙәбиәт бит ул юғары пафослы булырға тейеш! Ф. Чанышева.
ПАЦИЕНТ [рус. < лат. patiens ‘түҙгән’] (Р.: пациент; И.: patient; T.: hasta) и.
Медицина ярҙамы алырға килгән кеше.
□ Пациент. Пациентты ҡабул итеу. Пациент хоҡуҡтары. ■ Әшрәпов ҡапыл алһыуланып киткән мөләйем йөҙлө, теремек куҙле йәш пациентын ҡаршыһына ултыртып, уныц ауырыу тарихын яҙырға әҙерләнде. М. Садиҡова. Врач та, пациенты ла бер ни тиклем һуҙһеҙ ҡалдылар. Т. Сәғитов.
ПАЦИФИЗМ [рус. < лат. pacificus] (Р: пацифизм; И.: pacifism; T.: pasifizm) и.
Ҡатнашыусылары һәр төрлө һуғышҡа, шул иҫәптән милли азатлыҡ һәм революцион һуғыштарға ҡаршы булған хәрәкәт.
□ Пацифизм. Пацифизм яҡлы кеше. Пацифизмға өгөтләу. Пацифизм тарафдары булыу.
ПАЦИФИСТ (пацифисы) [рус.] (Р: пацифист; И.: pacifist; T.: barışsever) и.
Пацифизм яҡлы кеше. □ Пацифист. Пацифист булыу. Пацифистар ойошмаһы. Пацифистар митингыһы.
ПАЦИФИСТИК (Р: пацифистский; И.: pacifist; pacificist; T.: barışsever) с.
Пацифизмға мөнәсәбәтле, пацифистарға хас. □ Пацифистский. Пацифистик хәрәкәт. Пацифистик ҡарашта булыу. Пацифистик пропаганда.
ПАЧКА [рус.] (Р: пачка; И.: pack; package; T.: deste) и.
1. Эсенә нимәлер йыйып һалынған бәләкәй ҡағыҙ ҡумта, ҡап йәки бер төрлө әйберҙәр йыйылмаһы. □ Пачка. Биш пачка сәй. ■ Старшина ла йомартланып китте — төнгө һуғышта ҡатнашҡан һәр кемгә берәр пачка тәмәке өләшеп сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Бер пачканан шытырлап торған әллә нисә
йөҙлөк аҡса һурып алып, теге кешегә һонғас, йөрәгем туҡтағандай булды. X. Зарипов.
2. театр. Балериналарҙың сәхнә кейеме (ҡат-ҡат ҡыҫҡа итәктәр комплекты). □ Пачка. Балерина пачкаһы. Пачка кейеу. Пачка тектереу.
ПАША [төрк.paşa < фарс. ^L] (Р: паша; И.: pasha; pacha; T.: paşa) и.
Солтан хакимлығы осорондағы Төркиә-лә, Мысырҙа һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә юғары хәрби һәм граждан хеҙмәткәрҙәргә бирелгән хөрмәтле титул һәм шул титулдағы кеше. □ Паша. Мысыр пашаһы. Ибраһим паша. Паша дәрәжәһен алыу. ■ Пантелеймон Зух, башын кутәреп, пашаныц куҙҙәренә көйҙөрөрҙәй булып тура ҡараны. М. Кәрим. Башлыҡ уҙе Азов ҡәлғәһенец коменданты Мортаза паша эргәһенә киткән булған. Н. Мусин.
ПАШАЛЫҠ (пашалығы) (Р: пашалык;
И.: pasha’s realm; T.: paşalık) и.
Солтандар хакимлыҡ иткән Төркиәлә: паша етәкселегендәге әлкә. □ Пашалык. Пашалыҡ 8 санджакка буленгән. Пашалыҡта халыҡ баш кутәргән.
ПАШТЕТ [рус. < нем. Pastete < пол. poszüeül (Р: паштет; И.: pie; pâte; T.: ezme) и. кул.
Ит, бауыр, балыҡты ит үткәргес аша үткәреп, иҙеп яһалған ашамлыҡ. □ Паштет. Балыҡ паштеты. Бауыр паштеты. Паштет яһау.
ПАШЫЙ (Р.: мужчина, выполняющий женскую работу; И.: male doing woman’s job; T.: kadın işi yapan erkek) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙ эшенә оҫта ир. □ Мужчина, выполняющий женскую работу. Был up па-шый булды.
ПАЮСЛЫ ЫУЫЛДЫРЫҠ (ыуылдырығы) (Р: паюсная икра; И.: pressed caviare; T.: havyar) и.
Бикре кеүек балыҡтарҙың үҙенә бер төрлө (бөртөклөнән айырмалы рәуештә) әҙерләнгән ҡара ыуылдырығы. □ Паюсная икра. Паюслы ыуылдырыҡ тултырылған банкалар. Паюслы ыуылдырыҡтың хаҡы. Паюслы ыуылдырыҡ яғылған икмәк.
4- 1.0072.15
97