Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 147


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОПУЛЯЦИЯ
Ваҡ арҡыры һырлы ебәк, ярым ебәк йәки кизе-мамыҡ туҡыма. □ Поплин. / Поплиновый. Поплин киҫәге. Поплин күлдәк.
ПОП-МУЗЫКА [рус.] (Р.: поп-музыка; И.: popular music; pop music; T.: pop müzik) и. муз.
XX быуаттың 50-се йылдарында үҫеш алған, төрлө стиль һәм жанрҙарҙы берләштергән эстрада музыкаһы. □ Поп-музыка. Поп-музыка тыңлау. Поп-музыка йүнәлеше.
ПОПСА и. ҡар. поп-музыка. Рәсәй поп-саһы. Попса тыңлау. Попса яратыу.
ПОПУГАЙ [рус. < исп. papagayo < ғәр.
(Р: попугай; И.: parrot; T.: papağan) и. зоол. ҡар. тутыйғош.
Асыҡ, матур төҫлө, кәкре суҡышлы йылы яҡ ҡошо. □ Попугай. ■ Попугайҙы бер кем яратмай, һандуғасҡа инде оя юҡ. Ғ. Хәйри.
ПОПУЛИЗМ [рус. < фр. populisme < лат. populus} (Р: популизм; И.: populism; Т.: popülizm) и.
Киң массаларға йүнәлтелгән һәм киҫкен соңиаль проблемаларҙы тиҙ һәм анһат хәл итергә вәғәҙә итеүсе сәйәсәт. □ Популизм. Уң популизм, һул популизм. Популизм концепциялары.
ПОПУЛИСТ (популисы) [рус. < фр. popüliste} (Р: популист; И.: populist; Т.: popülist) и.
Популизм тарафдары. □ Популист. Дума популистары. Популистар идеялары.
ПОПУЛЯР [рус. популярный < лат. рори-laris} (Р: популярный; И.: popular; T.: yaygın) с. ҡар. халыҡсан.
1. Ябай эстәлекле, һәр кем аңларлыҡ. □ Популярный, общедоступный. Популяр дәреслек. Популяр лекция. Популяр тел менән яҙылыу. ■ Б еҙ, уның [Шураның] таныштары, уға популяр брошюралар, төрлө китаптар һайлап илтә торғайныҡ. Б. Дим.
2. Күп кеше яратҡан, таныҡлы. □ Популярный, известный. Популяр кеше. Популяр бейеүсе. Популяр йыр. ■ Шерлок Холмс, комиссар Мегрэ, инспектор Варнике кеүек эҙселәр, Джеймс Бонд, Штирлиц, мафия кеүек эҙ юйырҙар — донъяла иң популяр геройҙар. Т. Сәғитов. Хабре сит илдә попу
ляр йырсы-гитарасыларҙың береһе ине. Ғ. Хисамов.
3. Ныҡ таралған, билдәле. □ Популярный. Популяр саит. Популяр уйын. Популяр баҫма. ■ Хәким Ғиләжев ун өс йыл баш мөхәррир булып эшләгән осоронда берҙән-бер әҙәби журналыбыҙҙы ғәжәп популяр баҫма итеүгә өлгәшкәйне. Н. Мусин.
ПОПУЛЯРЛАШТЫРЫУ (популярлаштыр-) (Р: популяризовать; И.: popularize; Т.: halka sevdirmek) ҡ.
Халыҡҡа таратыу, танытыу. □ Популяризовать, популяризировать. // Популяризация. Халыҡ йырҙарын популярлаштырыу. Бейеүҙәрҙе популярлаштырыу. ■ XX быуат башында башҡорт әкиәттәрен рус матбуғаты аша популярлаштырырға тырышыусылар араһында М. Лосъ менән Д. Зеленин айырылып тора. Ә. Харисов.
ПОПУЛЯРЛАШЫУ (популярлаш-) (Р: становиться популярным; И.: become popular; T.: yaygınlaşmak) ҡ. ҡар. танылыу.
Популярлыҡ алыу. □ Становиться популярным. Йыр популярлашты.
ПОПУЛЯРЛЫҠ (популярлығы) (Р: по пулярность; И.: popularity; T.: popülerlik) и. ҡар. танылыу.
Кемдеңдер йәки ниҙеңдер халыҡ араһында билдәле булыуы, йәмәғәтселек тарафынан танылыуы. □ Популярность. Популярлыҡ яулау. ■ Әнүәр Бикчәнтәевтең өлкәндәр өсөн яҙылған «Ҡарасәй юлы», «Ожмах вәғәҙә итмәйем», «Аҡҡоштар Уралда ҡала» исемле романдары ла үҙ заманы өсөн күренекле ваҡиға булды, киң популярлыҡ яуланы. «Ағиҙел», № 10, 2013. «Рәсүлиә» Урал, Ҡа-ҙағстан яҡтарында, Рәсәй мосолмандары араһында ҙур популярлыҡ яулай. Ғ. Хөсәйенов.
ПОПУЛЯЦИЯ [рус. < лат. populatio} (Р.: популяция; И.: population; T.: popülasyon) и. ҡар. тор.
Бер биологик төргә ҡараған, билдәле бер ареалды биләгән һәм үҙ-ара ирекле ҡушыла торған заттар йыйылмаһы. □ Популяция. Микробтар популяцияһы. Асыҡ популяция. Бал ҡорттары популяцияһы.
6*
147