ПОПУРРИ
ПОПУРРИ [рус. < фр. pot-pourri} (Р.: попурри; И.: medley; T.: potpuri) и. муз.
Бер нисә ябай йөкмәткеле музыка әҫәре өҙөктәренән төҙөлгән инструменталь әҫәр; теҙмә. □ Попурри. Халыҡ көйҙәренән попурри. Тыуған көнгә попурри төҙөу. Билдәле йырҙарҙан попурри.
ПОРНОГРАФИК (Р: порнографический; И.: pornographic; T.: pornografi) с.
Порнографияға ҡоролған. □ Порнографический. Порнографик фильм. Порнографик саит. Порнографик китап.
ПОРНОГРАФИЯ [рус. < гр. pornos + graphö] (Р: порнография; И.: pornography; erotica; T.: pornografi) и.
Енси мөнәсәбәтте һүрәтләүҙәге үтә асыҡ оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек. □ Порнография. / Порнографический. Порнография ҡарау.
ПОРОЛОН [рус.] (Р: поролон; И.: polyurethane foam; T.: sünger) и.
Күҙәүле, тишекле синтетик материал. □ Поролон. / Поролоновый. Поролон һалып тегелгән куртка. Поролон диван. Поролон матрас.
ПОРОШОК (порошогы) [рус.] (Р: порошок; И.: powder; T.: toz) и. ҡар. онтаҡ.
1. Ваҡ итеп онталған матдә. □ Порошок. / Порошковый. Кер порошогы. Теш порошогы. Порошок һөт. ■ Урта ишек башында — сейә ҡыҙыл ситсаға теш порошо-гын һөткә иҙеп яһалған ап-аҡ буяу менән яҙылған лозунг. Н. Мусин. «Мәҙинә» яһаған ҡымыҙҙан порошокты сит илдәрҙә ингаляция аппараттарында файҙаланалар. Т. Ғарипова.
2. мед. Билдәле бер дозала онтаҡлап эшләнгән дарыу матдәһе. □ Порошок. / Порошковый. Порошок эсеу. ■ [Врачтар] ашауҙан һуц берәр аспирин порошогы эсергә ҡуштылар. Д. Юлтый. Ул [Сәлих] өҫтәлгә рецептар менән бергә өс порошок аспирин ҡуйҙы. X. Мохтар.
ПОРТ [рус. < фр. port < лат. portus] (Р: порт; И.: port; harbour; T.: liman) и.
1. Караптар туҡтап бушатына, тейәнә, ремонт үткәрә торған яр буйындағы махсус урын. □ Порт. / Портовый. Дицгеҙ порты. Хәрби порт. Порт эшсеһе. ■ Порт халыҡ
менән шығырым тулы. Ғ. Аллаяров. Урыҫ хөкумәте яр буйын хәрби яҡтан нығытырға, яңы крепостар һәм порттар төҙөргә тотона. Б. Рафиҡов.
2. Карап туҡтар урыны булған диңгеҙ буйы ҡалаһы. □ Порт. / Портовый. Портҡа инеу. Билдәле порт.
ПОРТАЛ [рус. < нем. Portal < лат. porta ‘ишек’] (Р: портал; И.: portal; T.: ana kapı) и.
1. Биналарҙың төрлө рәүештә матурлап эшләнгән тышҡы ишеге. □ Портал. / Портальный. Йорттоц порталы. Барокко стилендәге порталдар.
2. тех. «П» хәрефе рәүешендә булып, ҡайһы бер машиналарҙың, станоктарҙың өлөшөн тәшкил иткән рам. □ Портал. / Портальный. Портал һыныу. Портал ҡуйыу.
3. инф. Бер нисә Интернет сервисын берләштергән ҙур сайт. □ Портал. Башҡорт музыкаһы порталы. Дәуләт хеҙмәттәре порталы.
ПОРТАЛЛЫ (Р: портальный; И.: portal; T.: portallı) с.
Портал (2) ҡуйылған, порталы бар. □ Портальный. Порталлы станок. ■ ГЭС төҙөлөшөндә порталлы крандар бик куп. Ғ. Әмири.
ПОРТАТИВ [рус. портативный < фр. portatif < лат. porto] (Р: портативный; И.: portable; T.: portatif) с.
Бәләкәй күләмле, алып йөрөү өсөн йәтеш, ыҡсым. □ Портативный. Портатив компьютер. Портатив плеер. Портатив магнитофон тыңлау. ■ Атайымдың эшен еңеләйтер өсон, портатив радиостанция эшләнем. Р. Кинйәбаев.
ПОРТВЕЙН [рус. < нем. Portwein < порт.] (Р: портвейн; И.: port; T.: porto) и.
Әсеп ултырған йөҙөмгә йәш коньяк спирты ҡушып яһалған көслө шарап. □ Портвейн. Аҡ портвейн. Ҡыҙыл портвейн. Портвейн эсеу. ■ Илмырҙа ҡарт ғәжәп бер кәйефле төҫ менән бер шешә ҡыҙыл портвейн һәм аҡ башлы араҡыны һәйбәтләп асып, өҫтәлгә килтереп ултыртты. Ә. Вәли. Зиннәтулла ағайҙан куреп Булатов та табынға бер шешә портвейн сығарып ҡуйҙы. Ф. Әсәнов.
148