ПОРТФЕЛЬ
ПОРТИК (портигы) [рус. < лат. porticus] (Р.: портик; И.: portico; T.: revak) и. кит.
Бинаға терәтеп, колоннада менән күтәреп яһалған япма галерея (ғәҙәттә, йорт алдында була)', ҡыйыҡлы галерея. □ Портик. Классик стилдә яһалған портик.
ПОРТЛЫ (Р.: портовый; И.: port; dock; T.: limanh) с.
Порты булған (кеше йәшәгән пунктҡа ҡарата). □ Портовый. Портлы ҡала.
■ Ҡайҙан килгән кешеләр генә юҡ .. икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ йәйрәп ятҡан һәм төрлө теплоходтар, катерҙар туҡтала торған портлы урамда! М. Садиҡова.
ПОРТМОНЕТ [рус. портмоне < фр. porter + monnaie] (Р: портмоне; И.: porte monnaie, wallet; T.: portmone) и. иҫк.
Күндән эшләнгән бәләкәй аҡса янсығы. □ Портмоне. ■ [Егет] балдаҡты һалғас, портмонетты яңынан кеҫәгә һалды һәм туп-тура баҫып ҡалды. С. Агиш. [Хәлфә] уң ҡулы менән сапанының итәген ҡайтарып, портмонетын кеҫәһенән тартып сығарҙы. М. Ғафури.
ПОРТРЕТ [рус. < фр. portrait] (Р: портрет; И.: portrait; T.: portre) и.
1. Кеше һүрәте (рәсем сәнғәтендә, һынлы сәнғәттә, фотографияла). □ Портрет. / Портретный. Портрет эшләу. Акварель портрет. ■ Сәлих кутәренке тауыш менән көлөп ебәрҙе лә стеналағы портрет менән һөйләшергә кереште. С. Агиш. Буш стенаның ҡап уртаһына тирә-яғын ҡара таҫма ҡаймалаған портрет эленгән. Ә. Хәкимов.
2. әҙ. Әҙәби әҫәрҙәге персонаждың тышҡы күренешенең тасуирламаһы. □ Портрет. / Портретный. Әҙәби портрет. Ижади портрет. Портрет тыуҙырыу. S Халыҡ ижадында гипербола, юғарылағы миҫалдарҙан куренеуенсә, геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен, портретын һынландырыу өсөн ҡулланылған. К. Әхмәтйәнов.
ПОРТРЕТСЫ (Р: портретист; И.: portrait-painter; portraitist; T.: portreci) и.
Портрет төшөрөү менән шөғөлләнгән рәссам. □ Портретист. Танылған портретсы.
■ Улар [уҡыусылар] араһында ла пейзажсы, портретсы, графиксы, декоратор, плакат
сы, карикатурасы кеуек уҙҙәренә йунәлеш алыусылар һәм уҙ йунәлештәрен ҡыҙыу рәуештә яҡлаусылар куп ине. С. Агиш.
ПОРТСИГАР [рус. < фр. porter + cigare] (Р: портсигар; И.: cigarette-case; cigar-case; T.: sigara tabakası) и.
Папирос, сигарет һауыты. □ Портсигар. Көмөш портсигар. Портсигар йөрөтөу.
■ Мария Васильевна, портсигарҙы кургэс, гөлт итте, әммә ялҡынын курһәтмәне. И. Абдуллин. Әптеләхәт портсигарын сығарҙы. Т. Ғарипова.
ПОРТУГАЛ (Р: португалец; И.: Portuguese; T.: Portekizli) и. этн.
Португалияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (Һинд-Европа телдәренең береһендә һөйләшә). □ Португалец. / Португальский. Португал ир-аты. Португал музыкаһы. Португал теле. Португал аш-һыуы.
ПОРТУПЕЯ [рус. < фр. porte-epee] (Р: портупея; И.: sword knot; belt; T.: kıhç askısı) и. хәрби.
Яурын аша һала йәки билгә быуа торған ҡайыш (ҡорал тағыу өсөн). □ Портупея. / Портупейный. Портупея таралғыһы. ■ Морозов, урынынан тороп, гимнастёркаһын ҡаҡҡылап, портупеяһын рәтләй ине. Ғ. Аллаяров. [Емеш] нәҙекәй билле матур һынына килешеп торған юнгштурмовкаһын, портупеяларын һыпырғылап ҡараны. 3. Биишева.
ПОРТФЕЛЬ [рус. < фр. porter + feuille] (Р.: портфель; И.: briefcase; paper-case; bag; T.: çanta) и.
1. Китап, ҡағыҙ һалып йөрөтә торған тотҡалы сумка. □ Портфель. / Портфельный. Аҫып йөрөтмәле портфель. Кун портфель.
■ Тимербай уҙенең контораһына уҙҙы ла, портфелен асып, ҡағыҙҙарын туҙҙырып ташланы. С. Агиш. Үҙенән ҙур портфель кутәреп Тариф та килеп сыҡты. 3. Биишева.
2. Ҡулъяҙмалар йыйылмаһы. □ Портфель. / Портфельный. Редакция портфеле.
3. инф. Файл һәм документтарҙы синхронлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән папка. □ Портфель. Портфелгә һалыу. Портфелдән алыу.
149