Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 150


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОРТФОЛИО
ПОРТФОЛИО [рус. < ИТ. portfolio} (Р.: портфолио; И.: portfolio; T: belgeler) и.
1. Фирманың, белгестең (фотографтың, архитекторҙың, дизайнерҙың, моделдең) эштәрен күрһәткән һайланма фотографиялар. □ Портфолио. Портфолио курһәтеу. Портфолио эшләу. Портфолиоға фотолар һайлау. ■ Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың портфолиоһы менән танышты, уға ла баһа ҡуйҙы. «Йүрүҙән», 11 март 2013.
2. инф. Веб-дизайнерҙың эштәре йыйылмаһы. □ Портфолио. Бай портфолио. Портфолио туплау.
3. Мәғариф өлкәһендәге уңыштар, алынған һөҙөмтәләр тупланған папка. □ Портфолио. Башланғыс кластар уҡытыусыһының портфолиоһы. ■ Бөтәбеҙгә билдәле булған класс журналын уҡыусының портфолиоһы алыштырасаҡ. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 11, 2012.
ПОРТШЕЗ [рус. < фр. porter + chaise] (Р.: портшез; И.: sedan chair; T.: tahtırevan) и.
Ярым ятып йөрөү мөмкинлеге булған күсермәле еңел кресло, бәүелмәле ултырғыс. П Портшез. Портшез менән йөрөтөу. Испан портшезы.
ПОРТЬЕ [рус. < фр. portier] (Р: портье; И.: receptionist; T.: portye) и. ҡар. һаҡсы 2.
Ҡунаҡ йортоноң ишек төбөндә, вестибюлендә тәртип һаҡлаусы, почта таратыусы хеҙмәткәр. □ Портье. Портье булып эшләу. Төнгө портье.
ПОРТЬЕР [рус. портьера < фр. portiere] (Р: портьера; И.: drape; curtain; portiere curtain; T.: perde) и. ҡар. пәрҙә.
Ҡалын тауарҙан эшләнгән ишек йә тәҙрә ҡормаһы. □ Портьера. / Портьерный. Бәрхәт портьер. Ишек портьеры. Портьер туҡымаһы. ■ Сынтимер .. ишек-тәҙрәләрҙән һалынып төшкән ебәк портьерҙар араһында уҙен ят курә. Ш. Янбаев.
ПОРУКА [рус.] (Р: порука; И.: bail; security; T.: kefalet) и. иҫк.
Хөкөм ителгән кешенең артабанғы эше, тәртибе өсөн белдерелгән ышаныс. □ Порука. Порукаға алыу. Порукаға биреу. ■ Әхмәди Фатиманы порукаға алырға һорағайны. Ж. Кейекбаев. Яҡуп старшина ла Яныштан
шәкерттәрҙе ярлыҡауын, бергә юллау яуабы килгәнсе уҙ ауылында порукала тотоп торорға һораны. Ғ. Хөсәйенов.
ПОРУЧЕНИЕ [рус.] (Р: поручение; И.: commission; instruction; T.: görev) и. иҫк. ҡар. йомош.
Ҡушылған эш; йөкләмә. □ Поручение. Поручение алыу. Поручениены башҡарыу. Поручениены утәу. ■ Кандидатлыҡ стажын уткән саҡта Наилә Гарифовна мөһим партия поручениеһын башҡарҙы — матбуғат таратыусы булды. Т. Сәғитов.
ПОРУЧИК (поручигы) [рус.] (Р: поручик; И.: lieutenant; ancient; T.: teğmen) и. тар.
Октябрь революцияһына тиклемге армияла подпоручиктан юғары баҫҡыстағы офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Поручик. ■ [Ғөбәйҙулла ишандың] кесе улы поручик Һарун Ҡорбанғәлиев хәҙер башҡорт ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Р. Байымов. Булмәгә һомғол кәуҙәле поручик килеп инде. Я. Хамматов.
ПОРФИР [рус. < гр. porphyreos ] (Р: порфир; И.: porphyry; T.: somaki) и.
Эре-эре кристалдары йылтырап торған вулкан тоҡомо. □ Порфир. / Порфировый. Карелия порфирҙары. Порфир әйберҙәр. Порфир обелиск. ■ Гөбөрлә янында көмөшө лә, баҡыры ла бар. Ә порфир, йәшмә, мәрмәр... Ғ. Ибраһимов.
ПОРФИРА [рус. < гр. рогрһуга] (Р: порфира; И.: purple mantle; T.: kardinal kaftanı) и.
Батшаларҙың ҡыҙылдан тегелгән тантаналы оҙон кейеме. □ Порфира. Порфира кейеу.
ПОРЦИЯ [рус. < лат. portio] (Р: порция; И.: portion; T.: porsiyon) и. ҡар. өлөш.
Бер кешегә иҫәпләп бирелә торған ашамлыҡ йәки эсемлек. □ Порция. Бер порция билмән. Ике порция аш. ■ Туҡсурин берәр порция гуляш, сәй, ике пирожный һораны. Б. Бикбай. [Повар] тартмаға бешкән ит порцияларын һалды. А. Таһиров.
ПОРЦИЯЛЫ (Р: порционный; И.: cooked to order; T.: porsiyonlu) с. ҡар. өлөшлө.
Порция менән бүленгән. □ Порционный. Порциялы аштар. Порциялы салат. Порциялы торт.
150