Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 151


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОСТАВЩИК
ПОРШЕНЛЕ (Р.: поршневой; И.: piston; T.: pistonlu) с.
Поршень ярҙамында эшләгән. □ Поршневой. Поршенле самолёт. Поршенле компрессор.
ПОРШЕНЬ [рус.] (Р.: поршень; И.: forcer; piston; T.: piston) и.
Двигатель, насос, компрессор һ. б. машиналарҙың цилиндры эсендә йөрөгән бешкәк һымаҡ ҡулайлама. □ Поршень. Насос поршене. Поршень балдағы. Тишекле поршень. Поршень ҡулсаһы. ■ Икенсе бер төркөм рельстарҙағы тәгәрмәстәргә, поршень, цилиндрҙарға, уларҙың балдаҡтарына тотоноп киттеләр. Ғ Дәүләтшин. Әле генә газ төтөнөнә ҡарайған поршень башы эшсе ҡулында ағара, ялтырап ҡала. А. Карнай.
ПОСЁЛОК (посёлогы) [рус.] (Р: посёлок; И.: township; T.: kasaba) и. һөйл. ҡар. ҡасаба.
Ҡаланан йәки төп халыҡтан йыраҡ түгел кеше йәшәгән ҙур булмаған урын. □ Посёлок. Ҡала тибындағы посёлок. ■ Бейек тау өҫтөндә, урман эсендә, яцы посёлок үҫеп сыҡты. Ә. Вәли. Клубҡа завод посёлогында йәшәүсе ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей һәм бала-саға ғына йыйылды. Ж. Кейекбаев.
ПОСОБИЕ I [рус.] (Р: пособие; И.: grant; allowance; grant-in-aid; T.: ödenek) и.
Аҡсалата күрһәтелгән ярҙам. □ Пособие. Аҡсалата пособие. Эшһеҙлек буйынса пособие. Бер тапҡыр бирелә торған пособие. Бала тыуғанлыҡҡа пособие. Н Мөжиповҡа мец һумға яҡын пособие аҡсаһы бирҙеләр. Д. Исламов. Пособие алырға тип һалдаткалар киләләр. А. Карнай.
ПОСОБИЕ II (Р: пособие; И.: handbook; T.: rehber) и.
Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә өсөн кәрәк булған төрлө нәмә; әсбап. □ Пособие. Белешмә пособие. Уҡыу пособиеһы. ■ Уҡыу бүлегендә был генерал Күсимов ҡулына «Хәрби академияға инеүселәргә имтихандар тапшырыу өсөн пособие» тигән ҡалын китап тоттора. Р. Өмөтбаев.
ПОСОЛ [рус.] (Р: посол; И.: embassador; T.: elçi) и. һөйл. ҡар. илсе.
Юғары дәрәжәле дипломатик вәкил.
□ Посол. Тулы хоҡуҡлы посол. Дәүләт посолы. ■ Сит ил посолдары Ишмырҙа Ишбулдинды үҙ илдәренә индереү алдынан мец төрлө һорау бирәләр ине. Ә. Бикчәнтәев.
ПОСОЛЬСТВО [рус.] (Р: посольство; И.: ambassade; embassy; T.: büyükelçilik) и. һөйл. ҡар. илселек.
Бер илдең икенсе илдәге дипломатик вәкәләте һәм шул вәкәләт урынлашҡан йорт.
□ Посольство. Рәсәй посольствоһы. ■ [Андрей:/ Бөгөн посольствола йәйге каникул осорона тип бер аҙ аҡса биргәйнеләр, шул әтәс булып ҡысҡыра кеҫәлә. М. Садиҡова.
ПОСТ (посы) [рус. < фр. poste] (Р: пост; И.: post; T.: posta) и. ҡар. һаҡ.
1. Ҡарауыл өсөн билдәләнгән урын.
□ Пост (место, пункт). Посты ҡалдырыу.
■ Ҡулына автомат тотоп радиостанция эргәһендә поста торған Сираевты өшәндереп, төбө төшкән кеүек, [ямғыр] һибәләй ҙә һибәләй. Н. Мусин.
2. Ҡарауылға ҡуйылған бер йәки бер төркөм кеше; һаҡ. □ Пост (охрана). Күҙәтеү посы. Санитария посы. ■ Алдар .. дошман постарының ҡайҙалығын, ғәскәр таборҙарын күҙәтте. Ғ. Хөсәйенов. Ҡайһы саҡ улар [Любомирҙар], донъяларын онотоп йөрөй торғас, урман ситенә, хәрби пост торған ерҙәргә лә барып сыҡҡыланы. М. Кәрим.
3. Яуаплы урын, вазифа. □ Пост (должность). Яцы пост алыу. Посҡа тәғәйенләү.
■ Басариев .. ҡараштарын Мусинға сәнсте: «Әлбиттә, уныц өсөн бәләкәйерәк пост инде». Р. Солтангәрәев. Күсимов та бер ниндәй командалыҡ посына тәҡдим ителмәй, Мәскәү урамын тапап йөрөргә мәжбүр була. Р. Өмөтбаев.
ПОСТ... (Р: пост...; И.: post...; Т.: post...) алъялғау.
Ҡушма һүҙҙәрҙең нимәнецдер, кемдецдер артынан килеүҙе аңлатҡан беренсе өлөшө.
□ Пост...
ПОСТАВЩИК (поставщигы) [рус.] (Р: поставщик; И.: supplier; vendor; deliverer; provider; T.: üstenci) и. ҡар. тәьминәтсе.
Тейешле нәмә менән тәьмин итеп торған кеше йәки ойошма. □ Поставщик.
151