Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 152


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОСТАМЕНТ
Төҙөлөш материалдары поставщигы. Идара итеу хеҙмәте поставщигы. ■ Волошин поставщиктарҙың бетон блоктарҙы әҙ ебәреуе, шунлыҡтан төҙөлөштөң һул-пәнәйеуе хаҡында зарлана башлағайны. Ш. Янбаев.
ПОСТАМЕНТ [рус. < лат. postament] (Р.: постамент; И.: pedestal; base; T.: taban) и.
һәйкәл, статуя кеүек нәмә ҡуйыу өсөн эшләнгән ҡалҡыулыҡ; нигеҙ. □ Постамент. Бейек постамент. Гранит постамент. Постаментҡа ҡуйыу. ■ [Каяның] иң осонда, һәйкәл постаменты кеуек кескәй майҙансығында, ни ҡөҙрәт менәндер, яңғыҙ ҡарағай уҫеп ултыра. Д. Бүләков. Постамент кеуек ерҙә баян ултыра. Н. Ғәйетбаев.
ПОСТАНОВКА [рус.] (Р: постановка; И.: staging; production; play; performance; T.: sahneleme) и. сәнғ.
1. Сәхнә әҫәренең билдәле йөкмәтке һәм рәүеш менән үҙенә башҡа ҡуйылышы.
□ Постановка. Операның яңы постановка-һы. Фильмдың яңы постановкаһы. ■ Яңы постановка өсөн кейем, декорация өсөн материал табыу уҙе бер проблема була торғайны. Ф. Әсәнов.
2. Әҙерләп күрһәтелгән сәхнә тамашаһы.
□ Постановка (спектакль). Постановка курһәтеу. Постановка ҡуйыу. Театрҙа яңы постановка бара. ■ Постановканың шулай һулпән килеп сығыуы өсөн бары уҙен генә ғәйепле һанаған Рәмил, пәрҙә ябылғас, битендәге гримдарын да юйып торманы, .. клубтан сығып шылды. Ф. Әсәнов. Ауыл халҡының талабы буйынса, ансамбль был постановканы ике тапҡыр курһәтте. Ғ. Әмири.
ПОСТИЖЁР [рус.] (Р: постижёр; И.: wigmaker; wig and facial hair maker; hairdresser; T.: perukçu) и. ҡар. париксы.
Париктар (театр оҫтаханаларында йәбештермә мыйыҡ, һаҡал йәки бакенбард) эшләүсе белгес. □ Постижёр. Постижёр булып эшләу. Постижёр вакансияһы.
ПОСТИНДУСТРИАЛЬ [рус. постиндустриальный] (Р: постиндустриальный; И.: postindustrial; T.: sanayi sonrası) с.
Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияларын етештереүгә ҡарағанда хеҙмәт күрһәтеү әлкәһе өҫтөнлөк иткән. □ Постиндустриальный. Постиндустриаль йәмғиәт. Постиндустриаль иҡтисад.
ПОСТИНФАРКТ [рус. постинфарктный] (Р: постинфарктный; И.: postinfarction; post-infarction; T.: enfarktüs sonrası) c.
Инфаркт кисергәндән һуңғы. □ Постинфарктный. Постинфаркт хәл. Постинфаркт осор. Постинфаркт стенокардияһы. Постинфаркт склероз.
ПОСТМОДЕРН [рус. < лат. post + то-demus] (Р: постмодерн; И.: Post-Modernism; Т: postmodernite) и.
Индустриаль ҡоролош нигеҙҙәре ҡаҡшаған осорҙан башланып, киләсәккә һуҙылған ваҡыт арауығын үҙ эсенә алған социологик теория. □ Постмодерн. Постмодерн әҙәбиәте. Постмодерн архитектураһы. Интерьерҙа постмодерн.
ПОСТНАТАЛЬ [рус. постнатальный < лат. post + natalis] (Р: постнатальный; И.: postnatal; T.: doğum sonrası) c.
Тыуғандан һуң үҫештең беренсе осорона ҡараған. □ Постнатальный. Постнаталь осор. Постнаталь онтогенез.
ПОСТОЯЛЫЙ ДВОР [рус] (Р: постоялый двор; И.: inn; house; hostelry; T: kervansaray) и. иҫк. ҡар. каруанһарай.
Ат-арба ҡуя, ашай-эсә, ҡунып сыға торған урыны булған юлсы-юлаусылар йорто. □ Постоялый двор. Постоялый дворҙа туҡтау. ■ Йәнтимер постоялый двор буйлап йөрөргә кереште. С. Агиш. Билал да ҡаланың бесән баҙары тапҡырындағы бысраҡ постоялый дворҙың тынсыған таш өйөнән арҡаһына тоғон йөкләп урамға сыҡты. А. Таһиров.
ПОСТПОЗИЦИЯ [рус. < лат. post + posi-tio] (Р: постпозиция; И.: postposition; Т: son takı) и. лингв.
Тел ғилемендә һүҙҙең йәки һөйләмдең үҙе ҡараған һүҙ йәки һөйләм артынан тороуы. □ Постпозиция. Киҫәксәнең постпо-зицияһы. Хәбәрҙең эйәгә ҡарата постпози-цияһы.
152