ПОТЕНЦИЯ
ПОСТРОМКА [рус.] и. ҡар. иҫк. мисәү II, 2. ■ Костя өндәшмәй-нитмәй генә аттарының аяҡтарына сыбалған постром-каларҙырәтләй башлай. Р. Низамов. Абдрахман, таҡта тушәлгән ихатаға сығарып, һабанға егә торған угеҙ ҡамыттарын, валёк, постромкаларҙы төҙәтте. Р. Өмөтбаев.
ПОСТСКРИПТУМ [рус. < лат. post scriptum ‘яҙылғандан һуң’] (Р: постскриптум; И.: postscript; T.: hamiş, not) и.
Хатҡа, яҙыуға ҡул ҡуйғас, латинса Р. S. «яҙылғандан һуң» хәрефтәре менән билдәләнгән өҫтәмә яҙыу. □ Постскриптум. Постскриптум ҡуйыу.
ПОСТУЛАТ [рус. < лат. postulatum] (Р: постулат; И.: postulate; T.: postulat) и. кит.
Иҫбатһыҙ көйө нигеҙ итеп ҡабул ителә торған фекер. □ Постулат. Эйнштейн постулаттары. Постулат рәуешендә әйтеу. ■ Дэн алға һөргән доктрина марксизм-ленинизм идеялары менән Мао постулаттарын баҙар иҡтисады закондары менән ғәжәйеп оҫта, виртуоз рәуештә яраштырыуға ҡоролған. «Йәшлек», 5 август 2008.
ПОСТФАКТУМ [рус. < лат. post factum] (Р: постфактум; И.: post factum; T.: olay sonrası) p. кит.
Нимәлер булып үткәс. □ Постфактум. Постфактум һөйләуҙең файҙаһы юҡ.
ПОСЫЛКА [рус.] (Р: посылка; И.: parcel;
T.: koli) и.
Төрөп йәки йәшниккә һалып, почта аша ебәрелгән әйбер. □ Посылка. / Посылочный. Посылка менән ебәреу. Посылка килтереу. Посылка йәшниге. ■ Матвей Иванович та һуҙендә торҙо, Украинанан оҙаҡламай оҙон итеп төрөлгән ауыр посылка килеп төштө. Р. Байымов. Посылкала яҙыу машинкаһы ине. И. Ғиззәтуллин. Тәслимә Йомабикә апайға посылка алып ҡайтты. Р. Низамов.
ПОСЫЛЬНЫЙ [рус] (Р.: посыльный; И.: office boy; T.: ayakçı) и. иҫк. ҡар. йомошсо.
Ойошмалар араһында рәсми элемтә эшен башҡарған кеше. □ Посыльный. Полк командирының посыльныйы. ■ Посыльный Дауыт ниңәлер Ишйегетте ишектән уҙенән ' алда уткәрҙе. М. Ғиләжев. Посыльный серем
итеп ултырған еренән ҡапыл һикереп торҙо ла уҡтай атылып сығып китте. Б. Хәсән.
ПОТАШ [рус. < ингл. potash] (Р: поташ; И.: potash; T.: potas) и.
Аҡ онтаҡ рәүешендәге, һыуҙа яҡшы ирей торған, сәнәғәттә киң ҡулланылған һелтеле матдә (ағас көлөнән, хлорлы кальцийҙан алына). □ Поташ. / Поташный. Поташ заводы. ■ Йылғаның уң яғындағы тау итәгендә спирт, май, поташ заводтары, оҙон торбаларын ағастарҙан да өҫкәрәк һоноп, ҡара төтөн бөркөп ултыралар. 3. Ураҡсин.
ПОТЕНЦИАЛ [рус. < лат. potentia] (Р: потенциал; И.: potential; T.: potansiyel) и.
1. физ. Есемдең бер берәмек массаһын-дағы эске энергия мөмкинлеген күрһәткән дәүмәл; ҡеүәт. □ Потенциал. Электростатик потенциал. Электр потенциалы. Тартыу көсөнөң потенциалы.
2. кусм. кит. Ниндәйҙер көс-ҡеүәтте эсенә алған мөмкинлек. □ Потенциал. Дәуләттең потенциалы. Иҡтисади потенциал. Хәрби потенциал. ■ [Слоун:] Беҙҙе, англичандарҙы, рустарҙың потенциалы алыш-биреш итеу яғынан ғына ту гел, политик яҡтан да ҡыҙыҡһындыра. Ә. Бикчәнтәев.
ПОТЕНЦИАЛЬ [рус.] (Р: потенциальный; И.: potential; T: potansiyel) с. кит.
1. Эске мөмкинлек хәлендәге. □ Потенциальный. Есемдең потенциаль энергияһы. Потенциаль ҡыр. ■ Потенциаль регуляторҙы асып ебәрергә тура килде. Ә. Бикчәнтәев.
2. Мөмкин, ихтимал булған. □ Потенциальный. Потенциаль партнёр. Потенциаль мөмкинлектәр. Потенциаль килем. ■ Себен ултерергә лә ҡурҡҡан кеше яуыз палачҡа әуерелә, осраған һәр берәуҙе потенциаль енәйәтсе итеп курә. Т. Сәғитов. Ул [тай] .. потенциаль көсөн файҙаланып бөтөрә алмай ҡала, ул ғына ла тугел, ваҡытынан алда һәләк була. Р. Солтангәрәев.
ПОТЕНЦИЯ [рус. < лт. potentia] (Р: потенция; И.: potential; potentiality; T.: güç) и. ҡар. һәләтлек.
Эске мөмкинлек. □ Потенция. Үҫемлектәрҙең емеш биреу потенцияһы.
153