ПОТРЕБИТЕЛЬ
ПОТРЕБИТЕЛЬ [рус.] (Р.: потребитель; И.: consumer; buyer; user; T: tüketici) и. һөйл. ҡар. ҡулланыусы.
Етештереү продукттарын файҙаланыусы зат йәки ойошма. □ Потребитель. / Потребительский. Потребителдәр йәмғиәте. Потребителдәр һорауы. Потребителдәр кредиты. Н [Шәрипов — Руденкоға:] Трест зонаһында ҡала, посёлок һәм ауылдарҙа йәшәүсе потребителдәрҙе шыйыҡ газ менән тәьмин итеүҙе юлға һалдым. Т. Сәғитов.
ПОХЛАУ (похла-) (Р.: пыхтеть; И.: puff; pant; sweat; T.: oflayıp puflamak) ҡ.
Пох-пох итеү, пох-пох килеү. □ Пыхтеть. Похлап килеү. Похлап барыу. Похлап китеү.
ПОХОД [рус.] (Р: поход; И.: walking-tour, trip, hike; T.: yürüyüş) и.
1. Ойошҡан төркөмдөң билдәле маҡсат менән башҡарған сәфәре. □ Поход. / Походный. Саңғы походы. Ике көнлөк поход. Походҡа барыу. Поход кәрәк-яраҡтары. К Атаһы Гөлназды йәй уртаһында, пароходҡа ултыртып, туристик походҡа оҙатҡайны. В. Исхаҡов. Тыуған яҡты өйрәнеү секцияһында беҙҙең Ҡушйылғаға яһаған походты, ундағы тикшеренеү эштәрен .. иң яҡшы тип тапҡандар! Р. Низамов.
2. хәрби. Ниндәйҙер ил, дәүләткә ҡаршы ойошторолған һуғыш хәрәкәте; яу, йөрөш. □ Поход. Перовскийҙың Хиуа походы. Хәрби поход. М Сүл аша оҙаҡ һәм йыраҡ походтарында Тамерлан — Аҡһаҡ Тимер йәйәүле ғәскәрҙәрен аттарға ултыртыр булған. Р. Байымов. Ул [ауыл халҡы] үҙенең батыр улдарын данлы походҡа оҙата. Ғ. Аллаяров.
ПОХОЛДАУ (похолда-) (Р: пыхтеть; И.: puff; pant; sweat; T.: oflayıp puflamak) ҡ.
Пох-пох итеү, пох-пох килеү. □ Пыхтеть. // Пыхтение. Паровоз похолдай. Похолдап атлау.
ПОХ-ПОХ (Р: подражание тяжёлому дыханию, сопению; И.: sound imitative word; T.: pof) оҡш.
Ауыр итеп тын алғанды йәки шуға оҡшаш башҡа нәмәне белдергән һүҙ; бох-бох. □ Подражание тяжёлому дыханию,
сопению. Пох-пох итеү. Пох-пох килеү. Пох-пох тауыш сығарыу. ■ Мотор күкрәгендә пох-пох итеп нимәлер хәрәкәткә килде. Й. Солтанов. Бөгөн уларҙың [завод-фабрикаларҙың] ҡабырғаларынан һәр ваҡыт та пох-пох итеп, өҙөк-өҙөк аҡ пар сығарып торған тын юлдары эштән туҡталғандар ине. М. Ғафури.
ПОЧЕРК [рус.] (Р: почерк; И.: handwriting; writing; hand; T.: el yazısı) u.
1. Кешенең үҙенә хас яҙыу рәүеше.
□ Почерк. Матур почерк. Ят почерк. Аңлайышһыҙ почерк. ■ Хәрефтәрҙе ваҡ ҡына итеп теҙеп, матур почерк менән яҙылған хат ине был. В. Исхаҡов. [Йәнтимер] хәрефтәре бер-береһенә ялғанмай ғына, тигеҙ, ныҡлы почерк менән яҙылған яҙыуға күҙ йүгертеп сыҡты. М. Кәрим.
2. күсм. Кешенең ижадына, эшенә хас үҙенсәлек. □ Почерк. Яҙыу сыпочеркы. Рәссам почеркы. ■ [ГПУ начальнигы — Игебаевҡа:] Барыһы ла — һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең этлеге, һеҙҙең почерк, һеҙҙең «оҫталыҡ». Р. Өмөтбаев.
ПОЧЁТ [рус.] (Р: почёт; И.: honour; respect; esteem; T.: onur) и. ҡар. хөрмәт.
Йәмғиәт, тирә-яҡтағы кешеләр тарафынан кемгәлер күрһәтелгән хөрмәт; маҡтау.
□ Почёт. Почёт күрһәтеү. К [Абдрахман:] Эшем үҙемә бик оҡшай: мал ҡарау беҙҙең халыҡта элек-электән почётта. Р. Низамов.
ПОЧЁТ ГРАМОТАҺЫ (Р: почётная грамота; И: honorary diploma; T.: takdirname) и. ҡар. маҡтау ҡағыҙы.
Кешенең яҡшы эшен билдәләп бирелгән рәсми яҙыу; маҡтау ҡағыҙы. □ Почётная грамота. Почёт грамотаһы алыу. ■ Теге етен сәс Вася, беҙгә комсомол комитетының Почёт грамотаһын тапшырғанда, минең ҡулымды айырыуса ихласлыҡ менән ҡыҫҡандай тойолдо. 3. Биишева. Хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы доктор Дәүләтовты Почёт грамотаһы менән наградлай. Ә. Вәли.
ПОЧЁТ ҠАРАУЫЛЫ (Р: почётный караул; И: guard of honour; T.: saygı kıtası) и. ҡар. хөрмәт ҡарауылы.
154