Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 155


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПОШЛИНА
Хөрмәт белдереү өсөн теҙелгән саф (ситтән килгән дәүләт башлыҡтары йәки үлгән кешеләр хөрмәтенә һ. б. ҡуйыла).
□ Почётный караул. ■ Почёт ҡарауылы береһе артынан икенсеһе алмашынып торҙо. И. Насыри.
ПОЧЁТЛЫ (Р.: почётный; И.: honourable; honourary; T.: onurlu) с. ҡар. хөрмәтле.
1. Хөрмәт ҡаҙанған, хөрмәткә лайыҡ, маҡтаулы. □ Почётный. Почётлы ағза. Почётлы төҙөүсе.
2. Хөрмәт, ихтирам йөҙөнән һайланып ҡуйылған. □ Почётный. Почётлы академик. Почётлы президиум.
3. Хөрмәт күрһәтеүҙең сағылышы булған. □ Почётный. ■ Был почётлы бурыстың тик Күсимов тарафынан ғына башҡарылыуына республика етәкселеге күнегеп тә бөтә. Р. Өмөтбаев.
ПОЧЁТ ТАҠТАҺЫ (Р: Доска почёта; И: board of honour; T.: şeref tablosu) и. һөйл. ҡар. маҡтау таҡтаһы.
Хеҙмәт алдынғыларының исемдәре һәм фотоһүрәттәре ҡуйылған стенд. □ Доска почёта. Н [Миша:] Уларҙың [партизандарҙың] һәр береһенең исемен Почёт таҡтаһына ҡуйырға мөмкин. Ә. Бикчәнтәев. Камалетдинов бөтә хужалыҡтарҙа ла Почёт таҡтаһы булдыртты, егәрле колхозсыларҙың фотоларын райком алдына ла ҡуйҙырт-ты. Т. Ғарипова.
ПОЧТА [рус. < ит. posta] (Р: почта; И.: post; T.: posta, postane) и.
1. Урындан урынға гәзит, журнал, хат, аҡса кеүек нәмәләрҙе йөрөтөп таратҡан элемтә ойошмаһы. □ Почта. / Почтовый. Ялан почтаһы. Почта йәшниге. Почта пое-зы. V Почта аттары тау башына менделәр. С. Агиш. Ул [Миңзифа] Аҡшишмә почта бүлексәһендә эшләй ине. Ш. Бикҡол.
2. Шул ойошма урынлашҡан бина.
□ Почта. Почтаға барыу. Почтанан посылка алып ҡайтыу. ■ Автобус почта янында туҡтағас, Зиннәтуллин, Йәмилдең беләгенә еңелсә ҡағылып, көс-ғәйрәт биргәндәй, уны алға этәреп ебәргән булды. Р. Байбулатов.
3. Кәрәк нәмәнең шул ойошма аша ебәре-леүе. □ Почта. / Почтовый. Ашығыс почта.
Хатты почта менән ебәреү. Заказлы хатты почта аша ебәреү. И [Әсәһе — Айнурға:] Почта аша ебәрер инем, ун ете саҡрымдағы Аҡйортҡа нисек күтәреп апарам мин уны [емеш-еләкте]. Н. Мусин. [Вәлимә — Сәлимгә:] Справка-фәләндәрҙе аҙаҡ почта аша һалырбыҙ. С. Шәрипов.
4. Шул ойошма аша ебәрелгән нәмә.
□ Почта. / Почтовый. Бөгөнгө почта. Иртәнге почта. Почта ташыу. ■ Күктә, бик бейектә, самолёт осоп бара — Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә. 3. Биишева. Бөгөн килгән почтаны ҡарап ултырғанда, Азаматов стандарт формалағы шытырлап торған йоҡа ҡағыҙға ҡарап аптырап ҡалды. Ә. Вәли.
5. инф. Компьютер селтәре ҡулланыусылары араһында хат-хәбәр ебәреү һәм һаҡлау сараһы (e-mail). □ Почта. / Почтовый. Электрон почта. Почтаға ебәреү.
ПОЧТАЛЬОН [рус. < ит. postiglione] (Р: почтальон; И.: postman; letter-carrier; T.: postacı) и. ҡар. хат ташыусы.
1. Корреспонденцияларҙы адресаттарына таратып йөрөгән почта хеҙмәткәре.
□ Почтальон. / Почтальонский. Почтальон хат килтерҙе. Почтальон сумкаһы. ■ Почтальон Әлемғол йорто алдына килеп туҡтаны. С. Агиш. Асыҡ ишектә почтальон күренде. Ә. Бикчәнтәев. Хатты яҙа башлағансы уҡ, Нәғимә инәй, ҡулына аҡса тоттороп, Айҙарҙы почтальонға маркалы конверт алырға ебәрҙе. М. Кәрим.
2. иҫк. Ғашиҡтарҙың аралашсыһы. □ Почтальон. Почтальон ебәреү. Почтальон көтөү.
ПОЧТАМТ [рус. < нем. Postamt] (Р: почтамт; И.: post-office; T.: postane) и.
Ҡала почталарының үҙәк идараһы һәм шул идара урынлашҡан йорт. □ Почтамт. / Почтамтский. Баш почтамт. Почтамт бинаһы. Почтамт хеҙмәткәре. № Адреста, ҡала исеме менән бергә, «Почтамт» һәм «До востребования» тигән һүҙҙәр яҙылды. Ғ. Лоҡманов.
ПОШЛИНА [рус.] (Р: пошлина; И.: custom; duty; toll; fee; T.: vergi) и.
1. Сик аша үткәрелгән тауар өсөн түләнә торған дәүләт һалымы. □ Пошлина. / Пош-
155