поэзия
линный. Экспорт пошлинаһы. Таможня пошлинаһы туләу. Импорт пошлинаһы һалыу.
■ Бер ил эсендә сауҙаны сикләу, пошлиналар һалыу алыш-бирешкә камасаулыҡ тыуҙыра. Ғ. Хөсәйенов.
2. Дәүләт ҡулындағы ҡайһы бер эш өсөн йыйыла торған аҡса. □ Пошлина. / Пошлинный. Суд пошлинаһы. Автомобилде теркәу өсөн туләнгән пошлина. Пошлина йыйымы. ■ [Кинйә — целовальникка:] һалым, пошлина йыйырға хоҡуҡ алғанда, алдашмам, тип ант итәһегеҙ. Ғ. Ибраһимов.
ПОЭЗИЯ [рус. < гр. poiesis} (Р.: поэзия; И.: poetry; T.: şiir) и. ҡар. шиғриәт.
1. Көйгә һалып, һүрәтләштереп әйтеү сәнғәте; нәфис һүҙ ижады. □ Поэзия. / Поэтический. Поэзия әлкәһендә ижад итеу.
■ Үҙе һәләтле шағирҙар иҫәбендә йөрөусе, бер нисә йыйынтыҡ авторы Яҡуп Кирәев поэзияға ҡағылышлы әңгәмәлә тураһын ярып әйтергә өйрәнгән. Б. Рафиҡов.
2. Ритмға, үлсәмгә һалынған телмәр; шиғыр; киреһе — проза. □ Поэзия. / Поэтический. Поэзия кисәһе уткәреу.
3. Халыҡ, дәүер, берәй ижтимағи төркөмдөң йәки шәхестең бөтә булған шиғри әҫәрҙәре. □ Поэзия. / Поэтический. Башҡорт поэзияһы. XX быуат поэзияһы. Көнсығыш поэзияһы менән танышыу. М. Кәрим поэзияһы. ■ Аҡмулла, мауығып китеп, ҡаҙаҡ поэзияһының тарихын һөйләргә тотондо. Я. Хамматов. Мәғрифәтселек идеялары .. М. Өмөтбаев шиғырҙарында баҙыҡ сағылыш тапты, уның поэзияһының тематикаһын, жанр байлығын һәм ижад алымын билдәләне. Ғ. Ҡунафин.
4. кусм. Уй, тойғоға ныҡ тәьҫир иткән матурлыҡ, гүзәллек. □ Поэзия. Тормош поэзияһы. Хеҙмәт поэзияһы. Көрәш поэзияһы. Йәшлек поэзияһы.
ПОЭМА [рус. < гр. poiema} (Р: поэма; И.: poem; T.: şiir) и.
1. Тарихи, героик йәки лирик темаға шиғыр менән хикәйәләп яҙылған күләмле әҙәби әҫәр. □ Поэма. Лирик поэма. Эпик поэма. ■ Данлыҡлы актриса Бәҙәр Йосопова, тулҡынланып-тулҡынланып, Рәшит Ниғмә-
тиҙең «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһынан өҙөк һөйләй. Р. Өмөтбаев.
2. Ирекле формалағы музыка әҫәре.
□ Поэма. Симфоник поэма. И [Хөсәйен Әхмәтов] Баязит Бикбай һуҙҙәренә «Изге һуғыш» йырын һәм «Урал батырҙары», «Һинең хаттарың» поэмаһын һәм башҡа бик куп йыр һәм марштарын яҙа. Ә. Вәли.
3. кусм. Ниндәйҙер юғарылыҡ, матурлыҡ.
□ Поэма. Мөхәббәт поэмаһы. Йәшлек поэмаһы.
ПОЭТИК (Р.: поэтический; И.: poetical; T: şiirsel) с. ҡар. шиғри.
1. Поэзияға (1, 2) мөнәсәбәтле. □ Поэтический. Поэтик әҫәр. XX быуатта поэтик ағымдар. Поэтик метафора.
2. Ижади һәләткә бәйләнешле. □ Поэтический. Поэтик һәләт. Поэтик илһам. Поэтик фекерләу. ■ Әгәр [Туҡай] ваҡытһыҙ улмәһә, хәҙерге минең йәшемәсә донъяла торған булһа, ниндәй поэтик мөғжизәләр курһәтер ине ул! Б. Бикбай.
3. кусм. Уй, тойғоға ныҡ тәьҫир итерлек; матурлыҡ, гүзәллек менән һуғарыулы.
□ Поэтический. Поэтик донъя.
ПОЭТИКА [рус. < гр. poietike} (Р: поэтика; И.: poetics; T.: şiir sanatı) и. әҙ.
1. Әҙәбиәт ғилеменең поэтик ижадтың форма һәм принциптарын өйрәнә торған тармағы. □ Поэтика. ■ Ассоциатив һурәтләу саралары — поэтиканың иң мөһим тармағы. К. Әхмәтйәнов.
2. Яҙыусының, әҙәби йүнәлештең төп стиль үҙенсәлектәре. □ Поэтика. Рәми Ғарипов поэтикаһы. Тарихи поэтика. ■ Әҫәр традицион бәйеттәрҙән уҙенең стиле, поэтикаһы менән шаҡтай айырылып тора. Ғ. Хөсәйенов. Ҡобайырҙың поэтикаһына килгәндә, уның шундай уҙенсәлекле сифаттарын курһәтергә кәрәк. Ә. Харисов.
ПОЭТИКЛАШТЫРЫУ (поэтиклаштыр-) (Р: поэтизировать; И.: poeticize; poetize; T.: şiirleştirmek) ҡ. ҡар. шиғриләштереү.
Шиғри формаға һалып тасуирлау, шиғыр менән биреү. □ Поэтизировать. ■ Ысынбарлыҡты поэтиклаштырыу, тәбиғәтте антропоморфизациялау, йәғни кешегә хас һыҙаттар менән баһалау, тап шунан — миф
156