ПРАЙС-БИТ
һәм шиғриәттән килә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2012.
ПРА... [рус.] (Р.: пра...; И.: pre..., fore...; T.: büyük, eski) алъялғау.
Ҡушма һүҙҙәрҙә боронғолоҡто, алыҫ туғанлыҡты күрһәткән беренсе өлөш. □ Пра... (приставка, обозначающая родство или связь в дальнем восходящем или нисходящем порядке). Праславяндар.
ПРАВА [рус.] (Р.: права; И.: licence; Т.: ehliyet) и. һөйл. ҡар. таныҡлыҡ.
Машина йөрөтөү хоҡуғы биргән рөхсәт ҡағыҙы. □ Права. Праваға уҡыу. Права алыу. Праваға имтихан биреү. ■ Яуап урынына Ғата өҫтәлгә үҙенең шофёрлыҡ танытмаһын, үҙебеҙсә әйтһәк, праваһын сығарып һалды. Ә. Хәкимов. [Айнур:]Иртәгә шофёрлыҡ праваһын бирергә тейештәр. Н. Мусин.
ПРАВЛЕНИЕ [рус.] (Р: правление; И.: office; T.: daire, büro) и. һөйл. ҡар. идара.
Эшкә етәкселек итеү үҙәге һәм шул етәкселектең эш урыны. □ Правление, контора. Правление ултырышы. И Директор бөгөн иртәнсәк колхоз правлениеһына инеп сығырға булған. С. Агиш. Колхоздың клубы правление йортонан алыҫ түгел ине. Ә. Вәли.
ПРАВОСЛАВ (Р: православный; И.: Orthodox; T.: Ortodoks) с.
1. Православиеға мөнәсәбәтле. □ Православный. Православ исемдәр. Православ календары. Православ сиркәү.
2. Православие динен тотҡан. □ Православный. Православ халыҡ.
ПРАВОСЛАВИЕ [рус.] (Р: православие; И.: Orthodoxy; T.: Ortodoksluk) и.
Христиан диненең Византияла барлыҡҡа килгән бер йүнәлеше, урыҫ халҡы тотҡан дин. □ Православие. / Православный. Православие дине. Православиены таратыу. М Тәржемәселек вазифаһын атҡарған Александр Турчанинов, улар [Батырша менән Левицкий поп] православие дине ..хаҡында әңгәмәләрен дауам иттеләр, тип яҙа. Ғ. Хөсәйнов. [Дауыт:] «Ғәфү ит, Вадим Фёдорыч, православие эңергә ҡарай зыяратҡа инеүҙе тыймаймы ни?» С. Шәрипов.
ПРАГМАТИЗМ [рус. < гр. pragma ‘эш, хәрәкәт’] (Р: прагматизм; И.: pragmatism; Т.: pragmatizm) и. фәлс.
Дөйөм әхлаҡи принциптарҙың әһәмиәтен инҡар итеп, бөтә әхлаҡи проблемаларҙы кеше үҙе конкрет ситуацияға ҡарата хәл итергә тейеш тип иҫәпләгән йүнәлеш. □ Прагматизм. / Прагматический. Педагогикала прагматизм. Фәлсәфәлә прагматизм күренеше.
ПРАГМАТИК (прагматигы) I [рус ] (Р: прагматик; И.: pragmatist; T.: pragmatist) и. фәлс.
Прагматизм тарафдары. □ Прагматик. Прагматик булыу.
ПРАГМАТИК II (Р: прагматичный; И.: pragmatic, pragmatical; T.: pragmatik) с. фәлс.
Прагматизмға нигеҙләнгән; прагматизм тарафдары. □ Прагматичный, прагматический. Прагматик философия. К Меңләгән кешенең яҡшы йәшәйеше өсөн яуап биргән түрә тәү сиратта прагматик, алдан күрә белеүсән булырға тейеш. Интернет селтәренән.
ПРАЙМЕРИЗ [рус. < ингл. primaries] (Р: праймериз; И.: primaries; T.: birinci kademe seçimleri) и. ҡар. алһайлау.
1. АҠШ-та партия съезына делегаттар һайлау. □ Праймериз. ■ Барак Обаманың тәүге турҙа уҡ еңеп сығыу мөмкинлеге бар. Быны праймериз һөҙөмтәләре лә асыҡ күрһәтә. «Башҡортостан», 28 апрель 2012.
2. Рәсми һайлауға тиклем үткәрелгән һайлау, һайлау һөҙөмтәләрен күҙаллау. □ Праймериз. Праймериз үткәреү. Праймериз һөҙөмтәләре.
ПРАЙМ-ТАЙМ [рус. < ингл. prime-time] (Р: прайм-тайм; И.: prime-time; T.: prime time) u.
Телевизор ҡарау, радио тыңлау өсөн тәүлектең иң уңай һәм актив ваҡыты. □ Прайм-тайм. Тапшырыуҙы прайм-таймға ҡуйыу. Прайм-тайм ваҡытында сығыш яһау. Прайм-таймда яңылыҡтар.
ПРАЙС-БИТ [рус. прайс-лист < ингл. price-list] (Р: прайс-лист; И.: price-list; Т: fiyat listesi) и.
157